1 ноябрь
1 ноябрь (рус. 1 ноября) — рәсми календарь буйынса йылдың 305-се көнө (кәбисә йылында 306-сы). Йыл аҙағына тиклем 60 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Веганлыҡ көнө.
- Нуленсе меридиан көнө.
- Ароматлы шәм көнө.
АҠШ: Автор көнө.
- Теш щеткаһы көнө.
Алжир: Революция көнө.
Антигуа һәм Барбуда: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Ирландия: Беренсе ҡыш көнө.
Ҡырғыҙстан: Милиция хеҙмәткәрҙәре көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Суд приставтары көнө.
- Менеджерҙар көнө.
- Волгоград өлкәһе бухгалтерҙары көнө
- 1520 йыл: Магеллан боғаҙы асыла.
- 1897 йыл: «Ювентус» футбол клубы ойошторола.
тулы исемлек
- 1907 йыл: Хәҙерге Баҡалы районының Баҡалы ауылында мәктәп асыла.
- 1931 йыл: Хәйбулла район гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1993 йыл: Европа Берләшмәһе ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хохлов Константин Павлович (1885—1.01.1956), СССР-ҙың театр актёры, режиссёр, педагог. 1941—1942 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры актёры. СССР-ҙың халыҡ артисы (1944), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1937), Украина ССР-ының халыҡ артисы (1939), Ленин (1948), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945, 1951) һәм «Почёт Билдәһе» (1937) ордендары кавалеры.
- Банников Василий Васильевич (1925—12.12.1951), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Дан орденының тулы кавалеры.
тулы исемлек
- Әхмәҙуллин Усман Закуан улы (1935), хеҙмәт ветераны. 1950—1995 йылдарҙа Кушнаренко районы «Большевик» колхозы механизаторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы.
- Заһир Вәлитов (1940—17.02.2019), СССР һәм Рәсәйҙең театр актёры. 1970—2018 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) халыҡ артисы, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981).
- Абдуллина Рауза Абдулла ҡыҙы (1945), педагогик хеҙмәт ветераны. Көйөргәҙе районы Мораптал урта мәктәбенең элекке математика уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Рәзетдинов Илдус Фәрит улы (1950), мәҙәниәт өлкәһе ветераны. 2000—2004 йылдарҙа Бәләбәй район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Чуйкин Сергей Васильевич (1950), СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-стоматологы, йәмәғәтсе. 1983 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990 йылдан балалар стоматологияһы кафедраһы мөдире, 1995 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультеты деканы. 1996—2005 йылдарҙа Башҡортостан стоматологтар ассоциацияһы, 2005 йылдан Стоматология буйынса белем биреү ассоциацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының балалар стоматологтары ассоциацияһы президенты. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы (2005), медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған табибы, «Ирен һәм аңҡау ярығы» Бөтә донъя фондының халыҡ-ара гуманитар премияһы лауреаты (2015).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Робин Анна Николаевна (1891—?), театр актёры. 1933—1959 йылдарҙа Өфөләге хәҙерге Республика рус драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955).
- Ласкин Иван Андреевич (1901—1.07.1988), СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. 1919—1965 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия һәм Совет Армияһы хеҙмәткәре, генерал-лейтенант (1943). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Кутузов һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Васильевка ауылынан.
тулы исемлек
- Оболенцев Роман Дмитриевич (1906—27.10.1968), ғалим-нефтехимик. 1961—1968 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Органик химия институты директоры; бер үк ваҡытта 1956—1963 йылдарҙа Филиал президиумы рәйесе. СССР-ҙың бишенсе саҡырылыш (1958—1962) Юғары Советы депутаты. Химия фәндәре докторы (1951), профессор (1953). РСФСР-ҙың (1964) һәм Башҡорт АССР-ының (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Сәйәхова Лена Ғәле ҡыҙы (1931), юғары мәктәп һәм фән ветераны, ғалим-тел белгесе, педагог-методист. 1964 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990—2011 йылдарҙа урыҫ теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1983), профессор (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп (2007) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1986) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2013).
- Әбдрәшитов Винер Нәзметдин улы (1941), хеҙмәт ветераны, инженер-химик. 1962 йылдан Салауат ҡалаһындағы хәҙерге «Термостепс» йәмғиәте хеҙмәткәре, 1977 йылдан баш инженер, 1986 йылдан — директор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1991), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Яңауыл ауылынан.
- Вәлит Илембәтов (1956), эстрада артисы, шағир, ғалим-филолог. 1982 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының һөйләү жанры артисы, шул иҫәптән 1990 йылдан — «Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк» төркөмөнөң (2004 йылдан эстрада сатира театры) художество етәксеһе. Филология фәндәре кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002).
- Иҫәнғолова Рәмилә Хәмит ҡыҙы (1961), хеҙмәт ветераны. 1983 йылдан Күмертау ветеринария станцияһының ветеринар табибы, ветеринар табип-эпизоотологы, ветеринар-санитар экспертиза лабораторияһы мөдире, ветеринария станцияһы начальнигы; 2015 йылдан Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы ветеринария станцияһы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2017). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Ишбүләк ауылынан.
- Спатар Сергей Иванович (1961—27.11.2020), журналистика һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны. Отставкалағы подполковник. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кәлимуллин Бикташ Ғатаулла улы (1907—16.05.1984), театр актёры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1933—1968 йылдарҙа хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1949), БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Уҫылыбаш ауылынан.
- Алсынбаев Маҙһар Ситдыҡ улы (1937—17.09.2010), спортсы, тренер. 1987—2001 йылдарҙа Олимпия резервының биатлон буйынса балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе һәм Өфөнөң «Биатлон» спорт комплексы директоры. Саңғыла уҙышыу, биатлон (1963) һәм велосипед спорты (1964) буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1996). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1990), БАССР Юғары Советы Президиумының (1976) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Таштимер ауылынан.
тулы исемлек
- Петишев Анатолий Андреевич (1937—20.11.2021), ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1970 йылдан Бөрө дәүләт педагогия институты һәм хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974 йылдан урыҫ теле һәм әҙәбиәте факультеты деканы, 1975—1983 йылдарҙа урыҫ һәм сит ил әҙәбиәте кафедраһы мөдире, 1989 йылдан фәнни эштәр буйынса проректор, 1996 йылдан — филология һәм урыҫ теле, әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире. Педагогик белем фәндәре халыҡ-ара академияһының ағза-корреспонденты, филология фәндәре докторы (1992), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы (1998) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Лозовая ауылынан.
- Красулина Тамара Ивановна (1942), быяла эшләүсе. 1963—1975 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһе эшсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Ғәлин Фәнүр Зөфәр улы (1947—27.11.2017), ғалим-химик. 1972 йылдан Органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре, 1980 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 йылдан — лаборатория мөдире; бер үк ваҡытта 2006 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, органик химия кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2012), химия фәндәре докторы (1993), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999).
- Сөләймәнова Ғәшүрә Ғәлимйән ҡыҙы (1952), малсы. Көйөргәҙе районы хәҙерге «Заря» агросоюзының машина менән һауыу операторы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
- Ильясова Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы (1957), дәүләт эшмәкәре һәм матбуғат хеҙмәткәре, журналист һәм шағир. 1999—2013 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе (2008—2013) һәм бишенсе (2013—2018) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2013 йылдан — Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары. 1985 йылдан СССР Журналистар союзы, 1995 йылдан — Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт (2002) хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Риза Ишморат (1903—29.10.1995), СССР һәм Рәсәй драматургы, режиссёр, йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1927 йылдан КПСС ағзаһы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), ике «Почёт Билдәһе» (1957, 1963) ордендары кавалеры. РСФСР-ҙың (1983) һәм Татар АССР‑ының (1953) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Бәҙрәш ауылынан.
- Байжев Николай Георгиевич (1938—2012), рәссам. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975) һәм атҡаҙанған рәссамы (1980).
тулы исемлек
- Үтәшев Марат Мөхәр улы (1938), ғалим-юрист, политолог, партия органдары хеҙмәткәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (1983), сәйәсәт фәндәр докторы (1996), профессор (1998). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).
- Ғөзәйерова Земфира Зәки ҡыҙы (1948), ветеран—педагог, Сибай балалар сәнғәт мәктәбенең элекке директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Сибәғәтов Флүр Шәрифулла улы (1973), әҙәбиәт белгесе-ғалим. 2000 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге мөдире. Филология фәндәре кандидаты (2000), доцент (2003).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кашанов Хажим Шаһи улы (1914—15.04.2006), комсомол, партия һәм урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1962—1975 йылдарҙа Баймаҡ район советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының 7-се (1967—1971) һәм 8-се (1971—1975) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966, 1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры. Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Иҙәш Ҡусҡары ауылынан.
- Зайлалова Сажиҙә Хәмәҙийәр ҡыҙы (1919—26.11.2005), педагог, мәғариф һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1943 йылдан ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1948 йылдан 1-се Башҡорт республика интернат-мәктәбе директоры, 1955—1988 йылдарҙа — уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1962).
тулы исемлек
- Вәхитов Хөрмәт Исмәғил улы (1924—18.03.1999), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950 йылдан Хәйбулла районы Айыулы ете йыллыҡ, 1954 йылдан — Бүребай урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1956 йылдан — район мәғариф бүлеге мөдире, 1967 йылдан Аҡъярҙағы 1-се урта мәктәп директоры, 1980—1983 йылдарҙа — уҡытыусыһы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Юлбарыҫ ауылынан.
- Шәмсетдинов Суфийәр Йәмәлетдин улы (1924—6.06.2024), колхозсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Яңы Бикмәт ауылынан.
- Филатов Борис Александрович (1934), механизатор. 1959 йылдан Әбйәлил районы «Урал» совхозының тракторсы-машинисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1981) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ике Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977, 1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ураҙ ауылынан.
- Рәшит Назаров (1944—14.10.2006), шағир. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2004), Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы (1996) лауреаты.
- Мөлөков Ғәлинур Мөхәррәм улы (1949), иҡтисадсы-ғалим, ауыл хужалығы, партия органдары һәм төҙөлөш тармағы хеҙмәткәре. 1982 йылдан КПСС-тың Ауырғазы район комитеты секретары, 1985 йылдан — КПСС‑тың Стәрлебаш район комитетының 1‑се секретары, 1990 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары; 1991—2007 йылдарҙа — «Башсельстрой» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1‑се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре докторы (2001), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992), Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе (1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).
- Аслаев Сәғит Төхвәт улы (1954), педагог-ғалим, тренер. 2003 йылдан Башҡорт дәүләт университетының (2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университеты) спорт-һауыҡтырыу эштәре буйынса, 2010 йылдан — социаль мәсьәләләр буйынса проректоры, 2001 йылдан физик культура кафедраһы мөдире, 2024 йылдан — уҡытыусы. Педагогия фәндәре кандидаты (2007), профессор (2004). Бокс буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003). Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1991) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев (2014) ордендары кавалеры.
- Доломатов Михаил Юрьевич (1954), физик‑химик-ғалим. 2011 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1993), техник фәндәр кандидаты (1986), профессор (1999). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014).
- Ҡотдосов Фәнәзәл Ғәйнулла улы (1959), музыкант, композитор. Ҡариҙел район мәҙәниәт һарайының халыҡ вокал коллективы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Яҡуп ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
тулы исемлек
- 1735 йыл: Джузеппе Бонито, Италия рәссамы.
- 1917 йыл: Ҡайсын Кулиев, Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ының халыҡ шағиры (1967).