Бухгалтерҙар көнө

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бухгалтерҙар көнө
Schoty abacus.jpg
Дата 21 ноябрь

Бухгалтерҙар көнө (рус. День бухгалтера) — һөнәри байрам. Йыл һайын донъяның күп илдәрендә бухгалтер иҫәбе өлкәһендәге белгестәр, бухгалтерҙар тарафынан билдәләнә.

Халыҡ-ара бухгалтерия көнө

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ-ара бухгалтерия көнө (ингл. «International Accounting Day») йыл һайын 10 ноябрҙә билдәләнә. Был көндө 1494 йылда бухгалтерияның хәҙерге принциптарына нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип һаналған итальян математигы Лука Пачоли «Арифметика, геометрия, мөнәсәбәттәр һәм пропорциялар суммаһы» (итал. «Summa de arithmetica, geometria, proportioni et proportionalità») исемле китабын нәшер иткән[1].

Рәсәйҙә бухгалтер көнө

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй Федерацияһында дәүләт кимәлендә «Бухгалтерҙар көнө» рәсми рәүештә раҫланмаған[1].

Рәсәй бухгалтерҙары ғәмәлдә был һөнәри байрамды йыл һайын 21 ноябрҙә[2], Рәсәй Федерацияһы президенты Борис Ельцин 1996 йылдың 21 ноябрендәге «Бухгалтер иҫәбе тураһында» 129-ФЗ һанлы Федераль законға ҡул ҡуйған көндө билдәләй.

2000 йылдан алып йыл һайын ошо уҡ көндө, 21 ноябрҙә «Рәсәй Федерацияһы һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө» һөнәри байрамы билдәләнә. Был байрам 2000 йылдың 11 ноябрендә рәсми раҫланған[2].

Рәсәйҙә байрам тарихы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2000 йылдың 21 июнендә Мәскәүҙә үткән Рәсәй бухгалтерҙары һәм аудиторҙары съезы башҡарма комитетының икенсе ултырышында Рәсәй бухгалтерҙары көнө тураһында мәсьәлә ҡарала. Рәсәй Федерацияһының финанс министрлығына «Бухгалтерҙар көнө» һөнәри байрамын булдырыу тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итергә ҡарар ителә. 1996 йылда ҡабул ителгән «Бухгалтер иҫәбе тураһында» федераль закондың көсөнә инеү датаһына тура килтереп "Бухгалтерҙар көнө"н 21 ноябрҙә билдәләргә тәҡдим ителә[3].

2002 йылдан мәскәүҙә Рәсәй профессиональ бухгалтерҙар Һәм аудиторҙар Институты (рус. ИПБ России) йыл һайын 28 ноябрҙә «Профессиональ бухгалтерҙар көнө»н билдәләй башлай[4].


2014 йылда Рәсәй Федерацияһының финанс министрлығында "Рәсәй бухгалтерҙары көнө"н датаһын рәсми раҫлау буйынса эш башлана, әммә ул тамамланмай ҡала[5].

Рәсәй төбәктәрендә бухгалтер көнө

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер край һәм өлкөләрендә төбәк кимәлендә «Бухгалтерҙар көнө» рәсми раҫланған:

  • «Ярославль өлкәһе бухгалтерҙары көнө» — йыл һайын апрелдең беренсе йәкшәмбеһендә (1996 йылдан)[6];
  • «Волгоград өлкәһе бухгалтерҙары көнө» — 1 ноябрь[7];
  • «Красноярск крайы бухгалтерҙары көнө» — 12 ноябрь[8];
  • «Санкт-Петербург бухгалтерҙары көнө» — 15 ноябрь;
  • «Мәскәү бухгалтерҙары көнө» — 16 ноябрь[8];
  • «Татарстан бухгалтерҙары көнө» — ноябрҙең һуңғы йомаһы[9];
  • «Краснодар крайы аудиторҙары һәм бухгалтерҙары көнө» — декабрҙең беренсе йәкшәмбеһе (2007 йылдан)[10];
  • «Пермь крайы бухгалтерҙары көнө» 19 ноябрь (2021 йылдан).

Башҡа илдәрҙә бухгалтерҙар көнө

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  1. 1 2 Екатерина Добрынина. «Homo buhgalteris». — Есть неофициальные праздники, которые «почитаемы в народе» побольше иных государственных дат. Например, День бухгалтера. «Российская газета» // rg.ru (21 ноябрь 2011). Дата обращения: 25 октябрь 2014. Архивировано 25 октябрь 2014 года.
  2. 1 2 Галина Миловидова, Константин Полтавский. Профессиональный календарь на ноябрь 2019 года. Архивная копия от 25 октябрь 2019 на Wayback Machine Информационно-правовой портал «Гарант.ру» // garant.ru (25 октября 2019 года)
  3. Заседание исполкома съезда бухгалтеров и аудиторов России. Официальный сайт Института профессиональных бухгалтеров и аудиторов России (ИПБ России) // ipbr.org (14 ноябрь 2000). Дата обращения: 25 октябрь 2014. Архивировано 22 декабрь 2014 года.
  4. С Днём профессионального бухгалтера! — Уважаемые члены ИПБ России, поздравляем вас с корпоративным праздником — Днём профессионального бухгалтера, который отмечается ежегодно, 28 ноября! Архивная копия от 1 декабрь 2017 на Wayback Machine Официальный сайт Института профессиональных бухгалтеров и аудиторов России (ИПБ России) // ipbr.org (27 ноября 2013 года)
  5. Новости от главного редактора. Минфин выбирает День бухгалтера. Журнал «Главбух» // e.glavbukh.ru (4 февраль 2014). Дата обращения: 25 октябрь 2014. Архивировано из оригинала 28 март 2022 года.
  6. Постановление губернатора Ярославской области А. И. Лисицына от 18 марта 1996 года № 109 «О проведении в Ярославской области Дня бухгалтера». Архивная копия от 1 декабрь 2017 на Wayback Machine АО «Кодекс» // docs.cntd.ru
  7. Волгоградские бухгалтеры отмечают свой праздник. Архивная копия от 3 ноябрь 2013 на Wayback Machine // volgograd.ru
  8. 1 2 День бухгалтера в 2024 году: дата, история и традиции праздника (19.09.2024). 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  9. С днём бухгалтера Татарстана! Архивная копия от 12 ноябрь 2013 на Wayback Machine // tatpochta.ru
  10. Закон Краснодарского края от 14 декабря 2006 года № 1145-КЗ «Об установлении праздничных дней и памятных дат в Краснодарском крае». Архивная копия от 22 ноябрь 2017 на Wayback Machine АО «Кодекс» // docs.cntd.ru