3 апрель
3 апрель — рәсми календарь буйынса йылдың 93-сө (кәбисә йылында 94-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 272 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Изге эштәр көнө.
- Һыу хайуандары көнө.
- Кеҫә телефонының тыуған көнө.
- Ҡәһүә тартҡыстың тыуған көнө.
- Штрих-кодтың тыуған көнө.
Төбәк байрамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төбәк байрамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1502 йыл: Христофор Колумб етәкселегендә дүртенсе экспедиция башлана.
- 1860 йыл: АҠШ-та трансконтиненталь почта хеҙмәте эшләй башлай.
тулы исемлек
- 1879 йыл: София Болгарияның баш ҡалаһы тип иғлан ителә.
- 1885 йыл: Германия уйлап табыусыһы Готлиб Даймлер тәүге двигателгә патент ала.
- 1905 йыл: Аргентинаның популяр футбол клубтарының береһе — «Бока Хуниорс» ойошторола.
- 1910 йыл: Төньяҡ Америкалағы Алясканың иң бейек (6193 м) Денали тауы түбәһенә тәүге тапҡыр альпинистар күтәрелә.
- 1922 йыл: Иосиф Сталин РКП (б) Үҙәк Комитетының генераль секретары итеп һайлана.
- 1959 йыл: Өфө ҡалаһының хәҙерге 18-се клиник дауаханаһы эшләй башлай.
- 1966 йыл: СССР-ҙың «Луна-10» автоматик станцияһы донъяла тәүге тапҡыр Ай тирәләй орбитаға сығарыла.
- 1967 йыл: СССР-ҙа «Кавказская пленница, или Новые приключения Шурика» кинофильмының премьераһы була.
- 1995 йыл: Рәсәйҙең Федераль контрразведка хеҙмәте, Президент Указына ярашлы, Федераль именлек хеҙмәте итеп үҙгәртелә.
- 2000 йыл: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте баш идаралығының 26-сы янғындан ҡотҡарыу отряды ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рудаков Юрий Аркадиевич (1980), юрист, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары хеҙмәткәре. 2020—2021 йылдарҙа РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты В. В. Жириновскийҙың ярҙамсыһы. ЛДПР — Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһы сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе координаторы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан).
- Шәғәлиев Руслан Ринат улы (1980), инженер, муниципаль орган хеҙмәткәре. 2015 йылдың 1 декабренән Татарстан Республикаһы Үрге Ослан районының Иннополис ҡалаһы башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары, 2016 йылдың ноябренән — ҡала мэры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөнән.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мөхөтдин Тажи (төп исеме Мөхөтдин Язар улы Тажитдинов; 1906—11.08.1991), журналист, шағир. 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Абдуллин Биктимер Хажмөхәмәт улы (1921—2007), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958—1987 йылдарҙа Ауырғазы балалар йорто директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Медведева Нина Васильевна (ҡыҙ фамилияһы Анчугова; 1946), мәғариф ветераны. Өфө ҡалаһы 42-се лицейының элекке математика уҡытыусыһы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ураҙбаев Насир Рафиҡ улы (1902—31.01.1981), партия, дәүләт һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре. 1941—1946 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары, 1946—1951 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе. 1951 йылдан СССР урман һәм ҡағыҙ сәнәғәте министры урынбаҫары, 1953 йылдан — Урман сәнәғәте министрлығының идаралыҡ начальнигы; 1955—1962 йылдарҙа «Башлес» ағас әҙерләү комбинаты начальнигы. СССР-ҙың дүртенсе, РСФСР-ҙың икенсе һәм Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1962). Ике Ленин (1944, 1949) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1948) ордены кавалеры.
- Николаев Василий Семёнович (1907—29.12.1989), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, механизацияланған бригаданың мотоуҡсылар батальоны пулемётсыһы, гвардия рядовойы. Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Семёнкин ауылынан.
тулы исемлек
- Ғөбәйҙуллина Нәзирә Ғәйзулла ҡыҙы (1947), сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре. 1966—1995 йылдарҙа «Салауатбыяла» производство берекмәһе токаре. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Зарипов Салауат Закир улы (1947—16.06.2019), урман хужалығы инженеры. 1974 йылдан Дүртөйлө урман хужалығының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1997—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының «Лесцентр» дәүләт унитар предприятиеһының Дүртөйлө филиалы директоры. Урмансыларҙың 5-се Бөтә Рәсәй съезы делегаты (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Рсай ауылынан.
- Мөхәмәтов Фәрит Фәһим улы (1947), травматолог-ортопед-ғалим. 1979—1984 һәм 2002—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы; 1984 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы ҡарамағындағы «Травматология, ортопедия» махсуслаштырылған медицина ярҙамы үҙәге етәксеһе. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Рәсәйҙең (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың (1991) һәм Башҡортостан Республикаһының (2008) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Хазанкин Роман Григорьевич (1947), педагог-методист. 1975 йылдан Белорет ҡалаһы мәктәптәре, 1990—2013 йылдарҙа — үҙе ойошторған Компьютер мәктәбе уҡытыусыһы һәм ғилми-методик етәксеһе, бер үк ваҡытта 1992—1999 йылдарҙа Вятка педагогия университеты, 2002—2011 йылдарҙа хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2008), РСФСР мәктәбенең (1987) һәм Башҡортостандың (2007) атҡаҙанған уҡытыусыһы. СССР-ҙың дәүләт (1990), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы (2006) һәм Н. К. Крупская исемендәге премия (1985) лауреаты, II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2001). Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1997).
- Иштәкбаев Юлай Мөхәмәтғәли улы (1952), педагог. 1987 йылдан (өҙөклөк менән) Хәйбулла районы Йәнтеш урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—1996 йылдарҙа һәм 2009 йылдан — директор. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1992). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Фазлыев Рәфҡәт Ғәлим улы (1952), ғалим-ветеринар врач. 1978 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2004—2009 йылдарҙа анатомия, гистология һәм ветеринария эшен ойоштороу кафедраһы мөдире. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, ветеринария фәндәре докторы (2000), профессор (2002).
- Желтова Татьяна Николаевна (1957), музыкант. 1982 йылдан Өфөләге Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенең фортепиано класы уҡытыусыһы, бер үк ваҡыта 2008 йылдан — директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008), төрлө кимәл ижади конкурс һәм фестивалдәр еңеүсеһе һәм лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Үҙәнбаев Юлай Хәмит улы (1957), композитор. Өфө «Нур» татар дәүләт театрының музыкаль бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йәнекәйев Әхмәт Сафиулла улы (1903—1989), зоотехник, хәҙерге Башҡорт дәүләт аграр университетын тәүге тамамлаусы, ауыл хужалығы министрлығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. СССР-ҙың ауыл хужалығы отличнигы.
- Барышев Николай Иванович (1933—21.11.2002), механизатор. «Салауатстрой» ойошмаһының элекке тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Архангел районының Ҡыҙыл Еҙем ауылынан.
тулы исемлек
- Бәҙертдинов Фәүәрис Мирсәйет улы (1938—16.07.2013), токарь, механик, йырсы, үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнашыусы. Дүртөйлө районы «Сельхозтехника» берекмәһенең элекке токаре, автомеханигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974). Сығышы менән ошо райондың Мәмәдәл ауылынан.
- Михайлова Раиса Леонидовна (1943), педагог. 1966—2010 йылдарҙа Салауат ҡалаһы балалар баҡсалары тәрбиәсеһе һәм етәксеһе, шул иҫәптән 1977 йылдан — 12-се, 1980 йылдан — 2-се, 1985—1987 йылдарҙа 36-сы, 1989—2010 йылдарҙа 1-се «Ромашка» балалар баҡсаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Челюскин урман хужалығы ҡасабаһынан.
- Фәйезова Тәнзилә Бакир ҡыҙы (1943), педагог, йәмәғәтсе. 1969 йылдан Салауат педагогия училищеһы лаборанты, 1976 йылдан — 19-сы мәктәп уҡытыусыһы. Ҡала советы депутаты (1984—1986). Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының 7-се съезы (1978) делегаты. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районының Ҡунаҡбай ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы (1914—25.12.1982), дәүләт һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре. 1939—1947 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы, 1951—1962 йылдарҙа Министрҙар Советы Рәйесе. СССР-ҙың 4-се һәм 5-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 1‑се, 3-сө, 4-се, 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1957), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966) ордены кавалеры.
- Сәйетов Ғабдулхай Сәйет улы (1924—27.07.2000), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, сержант. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Текән ауылынан.
тулы исемлек
- Латипов Фәнис Рифҡәт улы (1954—5.07.2006), гимнаст-спортсы, уҡытыусы-тренер, судья. Өфө юғары уҡыу йорттарының элекке физик культура уҡытыусыһы. Спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, республика категорияһындағы судья. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Пашков Сергей Афанасьевич (1959), хирург-ғалим, 1987—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, артабан «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең медик‑санитария бүлеге начальнигы. Медицина фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Сығышы менән хәҙерге Новосибирск өлкәһе Обь ҡалаһынан.
- Байегетов Сәғиҙулла Исмәғил улы (Сәғиҙулла Байегет) (1974), ҡурайсы, театр һәм кино артисы, йырсы. 1997 йылдан М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021).
- Федоренко Юрий Николаевич (1974) спортсы. 2001—2007 йылдарҙа Рәсәйҙең пауэрлифтинг буйынса йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы (2000) һәм атҡаҙанған (2005) спорт мастеры. Башҡортостандың күренекле спортсыһы (2002). Донъя (2003), Европа (2002) һәм Рәсәй (2002, 2006) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Алкин ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1880 йыл: Гавриил Горелов, Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1947).
- 1885 йыл: Борис Вилькицкий, Рәсәй империяһы һәм СССР гидрографы, геодезист, Арктиканы өйрәнеүсе.
тулы исемлек
- 1885 йыл: Бад Фишер, АҠШ рәссамы, карикатурист, комикстар авторы.
- 1905 йыл: Игорь Гелейн, СССР кинооператоры, төҫлө кинематографты башлап ебәреүселәрҙең береһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1965).
- 1909 йыл: Владимир Беляев, СССР яҙыусыһы, сценарист, драматург, журналист һәм публицист.
- 1920 йыл: Юрий Нагибин, СССР яҙыусыһы, журналист һәм сценарист.
- 1924 йыл: Марлон Брандо, АҠШ-тың кино һәм телевидение актёры, режиссёр һәм әүҙем сәйәсмән.
- 1930 йыл: Гельмут Коль, 1982—1990 йылдарҙа ГФР-ҙың федераль канцлеры, 1990—1998 йылдарҙа берләшкән Германия канцлеры.
- 1932 йыл: Шатров Михаил Филиппович (төп фамилияһы Маршак), драматург һәм сценарист. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты.
- 1961 йыл: Эдди Мёрфи, АҠШ-тың комедия актёры, кинорежиссёр, продюсер һәм йырсы.
- 1991 йыл: Ёлкин Иван Сергеевич, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).