Геодезия

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тикшерелгән мәҡәлә
Фән
Геодезия
Gravity anomalies on Earth.jpg
Тема Ерҙе өйрәнеүсе фәндәр
Өйрәнеү өлкәһе Ер параметрҙары (фигура, гравитацион ҡыр һ.б.)
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Геоде́зия (бор. грек. γεωδαισία — ерҙе бүлеү, γῆ — ер һәм δαΐζω — бүлеү) — Ер тураһында иң боронғо фәндәрҙең береһе, фигура, гравитацион ҡыр, Ер әйләнеше параметрҙары һәм уларҙың ваҡыт үткән һайын үҙгәреүе тураһындағы теүәл фән. Прецессия, нутация, полюс хәрәкәтен һәм Ерҙең әйләнеү тиҙлеген өйрәнеүҙә астрометрия менән тығыҙ эшләй. Технологик аспектта геодезия кеше эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләре өсөн координаталар эталон системаларын һәм координаталар нигеҙҙәрен тәьмин итә. Геодезия ысулы математика һәм физика буйынса киң спектр ҡаҙаныштарына нигеҙләнә, Ерҙең тотош һәм уның айырым бүлектәрен геометрик, кинематик һәм динамик үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙе тәьмин итә.

Бынан тыш, геодезия — ер биләмәләренең һәм яһалма объекттарҙың киңлек үҙенсәлектәрен билдәләү менән бәйле етештереү тармағы. Картография, төҙөлөш, ер менән файҙаланыу, кадастр, тау эштәре, геологик разведка һәм хужалыҡ эшмәкәрлегенең башҡа йүнәлештәрен координациялау өсөн файҙаланыла.

Геодезияның башланғысы бик боронғо замандарҙа барлыҡҡа килә, ул саҡта ер участкаларының сиктәрен билдәләү, һуғарыу каналдары төҙөү, ерҙәрҙе киптереү кәрәклеге барлыҡҡа килә. «Геодезия» атамаһын Беренсе тапҡыр Аристотель ҡуллана. Ерҙең ҙурлығын иҫәпләүгә беренсе ынтылышты Эратосфен б. э. т. III быуатта яһай.

Хәҙерге геодезияның үҫеше XVII быуатта Көнбайыш Европала башлана, Ул саҡта нивелир һәм теодолит уйлап табыу өсөн нигеҙ булған күҙәтеү торбаһы һәм ер өҫтөндәге нөктәләрҙең бейеклеген билдәләү өсөн беренсе инструмент булған барометр уйлап табыла. Геодезия үҫешендә 1615-17 йылдарҙа В. Снеллиустың триангуляция ысулын эшләүе мөһим этап була. Был ысул артабан геодезия пункттарының киң селтәрҙәрен булдырырға мөмкинлек бирә, улар геодезия үлсәүҙәренең бөтә төрҙәренең нигеҙе булып тора.

Ерҙең фигураһын билдәләү өсөн XVII быуаттан меридиан дуғаһының оҙонлоғон градуслы үлсәүҙәр үткәрелә. Градус үлсәүҙәренән тыш, Ерҙең төрө тураһындағы мәсьәләне хәл итеү өсөн шулай уҡ маятниктың тирбәлеүен күҙәтеүҙән (гравиметрия) ер өҫтөнөң төрлө урындарында ауырлыҡ көсөн билдәләү ҙә хеҙмәт итә.

XX быуаттың икенсе яртыһында геодезия мәсьәләләрен хәл итеү өсөн геодезия юлдаштары ҡулланыла башлай. 1990-сы йылдарҙан башлап күпселек геодезия мәсьәләләре юлдаштар ярҙамында позициялау системаларын барлыҡҡа килтергән юлдаштар ярҙамында хәл ителә.

Геодезияның төп бурыстары

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Ерҙең формаһын һәм ҙурлығын билдәләү;
  • берҙәм координаталар системаһының айырым дәүләт, ҡитға һәм тотош Ер шарының территорияһына таратыу;
  • ер өҫтөндә үлсәүҙәр башҡарыу;
  • ер өҫтө майҙандарын топографик карталарҙа һәм пландарҙа һүрәтләү;
  • бер нисә экзоген процестар һәм тәбиғәт күренештәре йоғонтоһонда тупраҡты өйрәнеү;
  • боҙлоҡтарҙың һәм тере организмдарҙың хәрәкәтен өйрәнеү;
  • биналарҙың һәм башҡа техноген объекттарҙың эш барышында урынынан күсеүен өйрәнеү;
  • сейсмик активлығын, ер өҫтө һәм тәрән ярсыҡтарҙың һәм вулкандарҙың активлығын өйрәнеү;
  • литосфера плиталарының урын алмаштырыуҙарын өйрәнеү.
  • Ер йөҙөнөң ҙур булмаған өлөшөн яҫылыҡ итеп алырға мөмкин; бындай өлөштө өйрәнеү бик ябай саралар һәм ысулдар ҡулланып башҡарылырға мөмкин һәм түбәнге геодезия йәки топография предметын тәшкил итә; юғары геодезияла ер өҫтөнөң кәкрелеге иҫәпкә алына.
  • Топография — ерҙе һүрәтләү тураһында фән
  • Гидрография — һыу киңлеге тураһында фән
  • Инженер геодезияһы (ҡулланма геодезия) — геодезия эштәрен һәм ысулдарые инженер эштәрендә, төҙөлөштә ҡулланыла.
  • Космос геодезияһы (спутник геодезияһы) — Ерҙен яһалма спутниктары йөрөшөн ҡарау, Ер өҫлөгөнөң ҙурлығын билдәләү.
  • Юғары геодезияһы —астрономогеодезия селтәр төҙөү һәм юғары үткер үлсәүҙәр алып барыу өсөн ысулдарҙы таба
  • Аэрофотогеодезия — аэрофотосъемка һүрәттәр буйынса карталар төҙөү
  • Геодезия гравиметрияһы — Ер шары буйынса ерҙен ауырлыҡ көсө үҙгәреүен табыу
  • Маркшейдер эше — тау сәнәғәтте хеҙмәтләндергән геодезия бүлеге
  • Кадастр — исемлек, реестр. Мәҫәлән ерҙе ҡулланыусылар исемлеге (һалымдар алыу өсөн)[1].
  • Поклад Г. Г., Гриднев С. П. . Геодезия : учебное пособие для вузов. — М. : Академический Проект, 2007. — 592 с. — ISBN 5-8291-0781-3.
  • Тетерин Г. Н. История развития геодезии / Сибирская государственная геодезическая академия. — Новосибирск: СГГА, 1999. — 276 с.
  • Куштин И. Ф., Куштин В. И. Инженерная геодезия. — Ростов-на-Дону: ФЕНИКС, 2002. — С. 417. — ISBN 5-222-02134-3.


Фән йүнәлештәре | Фән тураһында…
Гуманитар | Йәмғиәт | Тәбиғи | Техник | Практик
Математика | Физика | Химия | География | Астрономия | Геология | Биология | Тарих | Тел белеме | Филология | Фәлсәфә | Психология | Социология | Антропология | Иҡтисад | Информатика