Барометр

Баро́метр (бор. грек. βάρος — атмосфера баҫымын үлсәү өсөн прибор[1]. Терегөмөш барометры[2] итальян математигы Һәм физигы Эванджелиста Торричелли тарафынан 1644 йылда уйлап табыла. Терегөмөш ҡойолған тәрилкә һәм терегөмөш менән тултырылған пробирканан тора (Ҡара: Торричелли тәжрибәһе). Атмосфера баҫымы күтәрелгәс, терегөмөш пробиркала күтәрелә, ә баҫым төшкәс терегөмөш баҫанаһы бейеклеге лә төшә. Уңайһыҙлыҡ арҡаһында бындай конструкция ҡулланылыуҙан туҡтай һәм уның урынына барометр-анероид ҡулланыла, әммә был барометр ысулы термометрҙарҙа ҡулланыла башлай.

Тарихы

Wohnzimmerbarometer.jpg

Һауа торошон алдан күҙаллау өсөн прибор булдырыу идеяһын беренсе Булып Галилео Галилей тәҡдим итә. Әммә уның идеялары артабан үҫеш алмай. Тик 1643 йылда ғына уның уҡыусылары Эванджелист Торричелли һәм Винченцо Вивиани бөйөк ғалимдың идеяһын тормошҡа ашыра ала. Торричелли атмосфера баҫымының барлығын иҫбатлаған беренсе кеше була. Ул, үҙенең ярҙамсыһы Вивиани менән бергә, тәжрибә өсөн бер осонан иретеп йәбештерелгән торбаны ҡуллана, уны терегөмөш менән тултыра. Торбаны асыҡ башы менән терегөмөш тултырылған тәрилкәгә ҡуялар. Торбала терегөмөш бағанаһы билдәле бер бейеклектә була, шул уҡ ваҡытта уның өҫтөндә буш арауыҡ барлыҡҡа килә. Атмосфера баҫымы күтәрелгәндә терегөмөш бағанаһы өҫкә күтәрелә, түбәнәйгәндә түбәнәйә. Торричелли эшләгән прибор беренсе терегөмөш барометры була. Барометр һүҙе боронғо грек теленән «барос» ауырлыҡ һәм «метрос» үлсәү тип тәржемә ителә. Йәғни баҫымды үлсәүсе прибор.

Төҙөлөшө

MercuryBarometer.svg

Шыйыҡлыҡлы барометрҙарҙа баҫым өҫтән иретеп йәбештерелгән торбалағы шыйыҡлыҡ бағанаһының (терегөмөш) бейеклеге менән үлсәнә, ә аҫҡы осо һауыттағы шайыҡлыҡҡа батырылған (атмосфера баҫымы шыйыҡлыҡ бағанаһының ауырлығы менән тигеҙләнә). Терегөмөш барометрҙары башҡа барометрҙарҙан ткүәлерәк һәм шуға күрә метеостанцияларҙа ҡулланыла.

Көнкүрештә ғәҙәттә механик барометрҙар ҡулланыла. Анероидта шыйыҡса юҡ. Грек теленән тәржемә иткәндә анероид һыуһыҙ-ҡоро тигәнде аңлата. Ул гофрирланған нәҙек стеналы металл ҡумтаға тәьҫир иткән атмосфера баҫымын күрһәтә. Атмосфера баҫымы түбәнәйгәндә ҡумта бер аҙ киңәйә, ә күтәрелгәндә ҡыҫыла һәм уға беркетелгән пружинаға тәьҫир итә[3]. Практикала йыш ҡына эҙмә-эҙлекле тоташтырылған бер нисә (унға тиклем) анероид ҡумтаһы ҡулланыла, һәм терегөмөш барометры буйынса программаланған түңәрәк шкала буйынса хәрәкәт иткән уҡты әйләндереүсе рычаглы тапшырыу системаһы бар. Шулай уҡ хәҙерге ваҡытта цифрлы барометрҙар киң таралыу алған.

Барометр төрҙәре

Барометрҙар шыйыҡлыҡлы һәм механик барометрҙарға бүленә.

Шыйыҡлыҡлы барометрҙар Э.Торричелли атмосфера баҫымы менән бәйле тәжрибә үткәргәндә күргән принцип буйынса эшләй. Атмосфера баҫымы үҙгәреү менән барометрҙағы терегөмөш бағанаһы үҙгәрә. Терегөмөшлө торбаға беркетелгән шкала баҫым тураһында мәғлүмәттәрҙе күрһәтә.

Анероид тип йөрөтөлгән механик барометр түбәндәгесә эшләй: атмосфера баҫымы үҙгәреү менән тапшырыу механизмы менән пружина беркетелгән ҡумта деформациялана, шуның арҡаһында шкалалағы уҡ тейешле мәғлүмәттәрҙе күрһәтә[4] һ. б.

Иҫкәрмәләр

  1. Станюкович К. М. Словарь морских терминов, встречающихся в рассказах (Станюкович)|Словарь морских терминов, встречающихся в рассказах.
  2. Ртутный барометр // Википедия. — 2020-05-11. Архивировано 4 май 2022 года.
  3. Анероид // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Барометр-Анероид. Характеристики. Виды. | АНЕРОИД.РФ. www.xn--80aicmxhn.xn--p1ai. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2016. Архивировано 8 март 2016 года.

Әҙәбиәт

Категориялар