Галилео Галилей

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Галилео Галилей
Galileo Galilei
Galileo.arp.300pix.jpg
Исеме итал. Galileo di Vincenzo Bonaiuti de' Galilei
Тыуған көнө 15 февраль 1564({{padleft:1564|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Пиза, Герцогство Флоренция
Вафат көнө 8 ғинуар 1642({{padleft:1642|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (77 йәш)
Вафат урыны Арчетри, Великое герцогство Тосканское
Ил
Ғилми даирәһе астроном, физик, философ, математик
Эшләгән урыны
Альма-матер
Ғилми етәксеһе Остилио Риччи[d][2]
Уҡыусылары Никколо Арригетти[d] и Джузеппе Бьянкани[d][3]
Автограф Изображение автографа
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Галилео Галилей (итал. Galileo Galilei; тулы исеме: Галилео ди Винченцо Бонайути де Галилей (итал. Galileo di Vincenzo Bonaiuti de' Galilei). 1564 йылдың 15 февралендә Пизала тыуған — 1642 йылдың 8 ғинуарында Арчетрила вафат булған) — Италия физигы, механигы, астрономы, фәйләсуфы һәм математигы. Үҙ ваҡытының фәнни үҫешенә ҙур йоғонто яһаған. Беренсе булып күк йөҙө есемдәрен күҙәтеү өсөн телескоп ҡулланған һәм бик мөһим астрономия асыштарын эшләгән. Үҙ хеҙмәттәрендә Аристотелдең метафизикаһынан баш тарта һәм экспериментлы физикаға нигеҙ һала.

Ул доньяның гелиоцентризм теорияһын яҡлай һәм шул сәбәпле католик сиркәү менән етди конфликта була.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бала сағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Галилей 1564 йылда Италияла урынлашҡан Пиза ҡалаһында билдәле, әммә фәҡирләшкән композитор Винченцо Галилей (1520—1591) ғаиләһендә тыуа. Галилейҙың нәҫеле XIV быуаттан уҡ мәғлүм. Уның бер нисә тура ата-бабаһы Флорентий дәүләтенең етәкселәре булған; бер бабаһы — шулай уҡ Галилео исемле мәшһүр табип, 1445 йылда хатта дәүләт башлығы булып һайлана.

Винченцо Галилей һәм Джулия Амманнати ғаиләһендә алты бала була, бары тик дүрте генә өлкән йәшкә етә: Галилео (баш бала), Вирджиния һәм Ливия исемле ҡыҙҙар һәм кинйә малай Микеланджело. Микеланджело үҫкәс атаһы кеүек лютна өсөн яҙыусы мәшһүр композитор булып китә.

Галилейҙың йәш сағы тураһында мәғлүмәт аҙ. Йәш саҡтан малай сәнғәткә тартыла. Ғүмер буйы ул музыканы һәм рәсемдәр төшөрөүҙе ярата.

Башланғыс белемде Галилей яҡындағы Валломброза исемле монастырҙа ала. Ул бик ныҡ уҡырға ярата, синыфта иң яҡшы уҡыусылар араһында тора. Галилей христиан дине әһеле булырға теләгән, ләкин атаһы уға рөхсәт итмәй.

1581 йылда Галилей атаһының кәңәшен тыңлап, табиплыҡҡа өйрәнеү өсөн Пиза университетына килә. Студент булып өс йылдан кәмерәк уҡый, шул осорҙа уҡ боронғо фәлсәфәселәр һәм математиктар китаптары менән таныша, уҡытыусылар араһында еңелмәҫлек бәхәссе булып таныла. Шул ваҡытта рәсми тыйылған Коперник теорияһы менән таныша.

Тиҙҙән атаһының финанс хәле насарая, улының уҡыуы өсөн түләй алмай. Галилейға бушлай уҡырға рөхсәт һорап ҡарай (һәләтле уҡыусыларға ундай ташламалар булған); үтенесе кире ҡағылып, Галилей ғилми дәрәжә алмайынса Флоренцияға ҡайтырға мәжбүр була. Бәхетенә, ул уйлап сығарыусыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Пиза профессорҙары араһында маркиз Гвидобальдо дель Монте уның һәләтен айырмалы рәүештә баһалай. Ул Архимед заманынан донъяла бындай даһи гений юҡ, тип иҫәпләй. Йәш кешенең ғәжәп һәләтенә һоҡлана, уның бағымсыһы була һәм герцог Фердинандтан түләүле ғилми вазифа урынына үтенес һорай. Тиҙҙән 1589 йылда Галилео Пиза университетына математика профессоры булып килә.

1591 йылда уның атаһы вафат була, һәм ғаиләне аҫрау бурысы Галилейға күсә. Беренсе сиратта ул кесе һеңлеһенең тәрбиәһен ҡайғыртырға тейеш була.

1592 йылда Галилей бай һәм абруйлы Падуя университетында дәрәжәле урын алып, астрономия, механика, математика фәндәрен уҡыта башлай.

Падуя, 1592—1610[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Падуяла торған осоро — Галилейҙың фәнни эшмәкәрлегендә иң юғары нөктәһе. Ул урындағы университетта билдәле профессор булып китә. Студенттар өйөрө менән уның лекцияларына йөрөйҙәр. Ғалим туҡтауһыҙ Венеция хөкүмәтенең төрлө техник ҡоролмалар эшләүгә йомошон үтәй.

Ошо йылдарҙа «Механика» трактатын яҙа, был китап ҡыҙыҡһыныу уята һәм француз телендә баҫылып сыға. Есемдәрҙең ергә ирекле төшөүен һәм маятник хәрәкәте теорияһын яҙа.

Голландияла күҙәтеү торбаһын уйлап сығарғандарын белгәс, үҙ ҡулдары менән телескоп эшләй һәм күккә төбәп ҡарай. Ул Айҙа тауҙар барлығын аса, Һөт юлы айырым йондоҙҙарҙан торғанын күрә. Юпитерҙың 4 юлдашы барлығын аса.

Галилей телескопы (хәҙерге заман копияһы)

Үҙенең тәүге асыштарын, 1610 йылда Флоренцияла сыҡҡан «Йондоҙҙар хәбәрсеһе» (лат. Sidereus Nuncius) китабында яҙа. Китап шаҡ ҡатырғыс уңышҡа эйә була, хатта тәхеттә ултырған заттар ҙа үҙҙәренә телескоп эшләтеп алалар. Бер нисә телескопты Галилей Флоренцияның сенатына бүләк итә, ихтирам йөҙөнән сенат Галилейҙы ғүмерлеккә профессор итеп тәғәйенләй. 1610 йылда Галилейҙың асыштарын Рим астрономы Клавиус раҫлай. Галилей билдәле ғалим булараҡ бөтә Европала абруй ҡаҙана. Асыштар менән ҡәнәғәтһеҙҙәр ҙә була. Ҡайһы бер астрологтар һәм врачтар яңы күк есемдәре «астрология өсөн хәүефле» һәм ғәҙәттәге астрологик алымдар нигеҙенән емереләсәк, тип иҫәпләй.

Флоренция, 1610—1632[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герцог Козимо II һарайында Галилеоның бурыстары ауыр булмай — ул герцогтың улдарын уҡытырға һәм герцог үткәргән сараларҙа кәңәшсе һәм вәкил булып ҡатнашырға тейеш була.

Галилео фәнни тикшеренеүен дауам итә һәм Венера фазаларын, Ҡояш таптарын, Ҡояштың үҙ күсәре тирәләй әйләнеүен аса. Үҙенең уңыштарын (айырым осраҡта өҫтөнлөгөн) бәйләнсек стилдә яҙып сыға, һәм үзенә дошмандар булдыра.

Коперникты яҡлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡайһы бер профессор һәм дини әһелдәргә Галилеоның тәьҫире үҫеүе, уның фекер йөрөтөүе Аристотель тәғлимәттәренә ҡаршы булыуы оҡшамай һәм улар агрессив ойошмаға берләшәләр. Уларға бигерәк тә изге яҙмаларға ҡаршы булған донъяның гелиоцентрик системаһы оҡшамай.

1611 йылда Галилей Римға юллана, унда Рим Папаһына коперниканлыҡ католицизмға ҡаршы килмәй, тип иҫбатларға тырыша. Папа Павел V уны бик йылы ҡабул итә. Һаҡлыҡ менән генә аңлатмалар биреп, үҙенең телескопын күрһәтә. Кардиналдар күккә ҡарау гонаһ түгелме икәнлеген асыҡлау өсөн комиссия төҙөй һәм «ҡарарға мөмкин» тигән фекергә киләләр. Был ваҡытта Рим астрономдары Венераның Ер тирәләй әйләнәме, әллә Ҡояш тирәләйме икәнен асыҡлау өсөн фекер алыша (Венера фазалары алышыныу иһә икенсе фекерҙе айырым-асыҡ иҫбатлай).

1613 йылда Галилей «Ҡояштағы таптар тураһында яҙмалар» китабын сығара. Был китапта ул асыҡтан-асыҡ Коперник системаһын яҡлай.

1615 йылдың 25 февралендә Рим инквизицияһы Галилейҙы ерестә ғәйепләп үзенең эшен башлай. Үҙенең рухи монополияһын һаҡлау өсөн, католик сиркәү ҙә копениканлыҡты тыя.

1616 йылдың 5 мартында Рим рәсми рәүештә гелиоцентризмды хәүефле ересь тип эдикт сығара. Галилей сиркәү тыйыуы менән килешә алмай, һәм был тыйыуҙы боҙмай ғына дөрөҫлөктө яҡлау юлын эҙләй. Флоренцияға ҡайтып, төрлө ҡараштағы фекерҙәрҙе йыйып, китап сығара. Китап өҫтөндә ул 16 йыл эшләй.

Яңы механиканы булдырыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1616 йылғы хәл иткес декреттан һуң Галилей ғаләмдең дөйөм төҙөлөшөн һүрәтләгән Аристотель тәғлимәттәрен тәнҡитләй. 1623 йылда «Һанап ҡарау оҫтаһы» (итал. Пробирных дел мастер, итал. Il Saggiatore) китабы сыға.

1624 йылда Урбан VIII исемле Рим Папаһы булып Галилеоның дуҫы Маттео Барберини һайлана. Галилео уның янына килеп 1616 йылғы эдиктты ғәмәлдән сығарыуын һорай. Урбан VIII уны бик йылы ҡабул итә, бүләктәр, маҡтау һүҙҙәре әйтә. Тик төп мәсьәләне хәл итмәй ҡалдыра.

Был эдикт ике быуаттан һуң — 1818 йылда юҡҡа сығарыла.

"Инголиға хат"ында ул «Ниндәйҙер нөктә йыһандың үҙәге тип табылһа, был нөктә, Ер түгел, Ҡояш буласаҡ» тип белдерә. Бынан тыш Ай, Ер һәм башҡа планеталарҙың тартыу көсө бар тип белдерә. Механикала инерцион системала сағыштырыу принципын асыҡлап бирә. «Әгәр кораблде хәрәкәткә килтерһәк, уның тиҙлеге үҙгәрешһеҙ булһа, уның тиҙлеген берәү ҙә һиҙмәйәсәк», тип яҙа.

Католик сиркәүе менән ҡаршылыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Galileo facing the Roman Inquisition.jpg

1632 йылда, 30 йыллыҡ эш һөҙөмтәһе булып, Галилеоның «Птолемей һәм Коперник — ике ғәләм системаһы тураһында һөйләшеү» исемле китабы донъя күрә. Китап өс һәүәҫкәр фәнде яратыусының (коперниксы Сальвиати, нейтраль ҡатнашыусы Сагредо һәм Аристотель һәм Птолемей яҡлы Симпличио) һөйләшеүе формаһында яҙылған. Биографтар бер ҡатлы Симпличиола Рим Папаһы үҙен таныған һәм ярһыған, тип билдәләй. Бер нисә айҙан китап тыйыла, Галилеоны ерестә ғәйепләп Римға Инквизиция хөкөмөнә саҡыралар.

Беренсе һорау алыуҙан һуң Галилео ҡулға алына һәм 18 көнгә төрмәгә ябыла. Бындай йомшаҡлыҡ Галилеоның үҙ ғәйебен танып үтенес һорарға ризалығы менән аңлатыла.

Инквизицияның өс эксперты китап тыйыуҙы боҙа тигән һығымтаға киләләр.

Һөҙөмтәлә ғалим һайлау алдына ҡуйыла: ул үҙенең «яңылышыуҙарынан» баш тарта һәм үтенес һорай, йә иһә уны Джордано Бруно кеүек инквизиция ҡорбандары яҙмышы көтә.

Хөкөм уны еретик түгел, ә ересь булмауы шикле кеше тип ҡарар сығара. Бындай ҡарар уны утта яндырыуҙан ҡотҡара. Хөкөм ҡарары иғлан ителгәс, Галилео тубыҡланып ҡағыҙҙан ваз кисеү яҙыуын уҡып ишеттерә. Рим Папаһы әмере менән был ҡарар католик Европаның бөтә университеттарына ебәрелә.

Һуңғы йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Папа уны төрмәлә оҙаҡ тотмай. Биш айҙан һуң тыуған иленә ҡайтырға рөхсәт ителә. Ул ҡыҙҙары йәшәгән Арчетрила урынлаша. Ҡалған көндәрен өйҙә һаҡ аҫтында, инквизиция күҙәтеүе аҫтында үткәрә.

Галилео Галилей 1642 йылдың 8 ғинуарында, 78 йәшендә вафат була.

1979 йылдан башлап 1981 йылға тиклем Рим Папаһы Ионн Павел II башланғысы менән Галилеоны аҡлау буйынса комиссия эшләй.

1992 йылдың 31 октябрендә Папа Ионн Павел II, ғалимды Коперник тәғлимәтенән көсләп баш тартырға мәжбүр иткәндәр, 1633 йылғы инквизиция хаталанған тип, рәсми белдереү яһай.

Фәнни ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Галилей эксперименталь ғына түгел, ә — ҙур кимәлдә — теоретик физикаға ла нигеҙ һалыусы тип һанала. Үҙенең фәнни ысулы менән ул аңлы рәүештә уйланылған экспериментты рациональ аңлау һәм дөйөмләштереү менән берләштерә, бындай тикшеренеүҙәрҙең иҫ киткес миҫалдарын шәхсән үҙе бирә. Ҡайһы берҙә, фәнни мәғлүмәттәр етмәү сәбәпле, Галилей хаталана (мәҫәлән, планета орбиталарының формаһы, кометаларҙың тәбиғәте йәки һыу баҫыу сәбәптәре тураһындағы һорауҙарҙа), әммә күпселек осраҡта уның ысулы маҡсатҡа өлгәшә. Галилейға ҡарағанда тулыраҡ һәм теүәлерәк мәғлүмәттәргә эйә булған Кеплер, Галилей хаталанғанда, дөрөҫ һығымталар яһаған.

Фәлсәфә һәм фәнни ысул[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо Грецияла (Архимед, Герон һәм башҡалар) иҫ киткес инженерҙар булһа ла, боронғо физиканың уйланыу рухы, дедуктив-спекулятив төҙөлөштәрҙе тулыландырыусы һәм раҫларға тейешле эксперименталь танып белеү ысулы идеяһы булмаған[4].

Научная революция в физике начинается с Галилея[5]. Тәбиғәт фәлсәфәһенә килгәндә, Галилей ышаныслы рационализатор була. Галилей билдәләүенсә, кеше аҡылы, ни тиклем генә алыҫҡа китһә лә, һәр ваҡыт хәҡиҡәттең сикһеҙ өлөшөн генә үҙ эсенә аласаҡ. Әммә шул уҡ ваҡытта, ышаныслылыҡ кимәле йәһәтенән аҡыл тәбиғәт ҡанундарын аңларға һәләтле тип иҫәпләй. «Донъяның ике системаһы тураһында диалог»та былай тип яҙа:[6]:

Билдәле объекттар йыйылмаһына ҡарата булғандары сикһеҙ, кешенең белеме, меңәрләгән хәҡиҡәтте белһә лә, бер нәмә лә түгел кеүек, сөнки сикһеҙлек менән сағыштырғанда мең кеше нулгә тиң; әммә белемде интенсив ҡабул итһәк, «көсөргәнешле» термины ниндәйҙер хәҡиҡәтте белеүҙе аңлата, тип раҫлайым, кеше аҡылы ҡайһы бер хәҡиҡәттәрҙе тәбиғәттең үҙе кеүек камил һәм абсолют ышаныс менән белә; был саф математик фәндәр, геометрия һәм арифметика; илаһи аҡыл уларҙа сикһеҙ күберәк хәҡиҡәтте белһә лә... әммә кеше аҡылын аңлаған аҙсылыҡтарҙа уның объектив аныҡлыҡ буйынса белеме Илаһи белемгә тиң тип уйлайым, сөнки уларҙың кәрәклеген аңлау тураһында һүҙ бара, ә иң юғары аныҡлыҡ дәрәжәһе юҡ.


Галилейса аҡыл — үл судья; ниндәй ҙә булһа башҡа власть, хатта дини власть менән низағлашһа, ул артҡа сикмәй:

Минеңсә, тәбиғи проблемалар тураһында фекер алышҡанда Изге Яҙма текстарының абруйынан түгел, ә һиҙгер кисерештәрҙән һәм кәрәкле дәлилдәрҙән арынырға кәрәк. Тәбиғәт ғәмәлдәренә ҡағылышлы, күҙҙәребеҙгә барып етергә мөмкин булған йәки логик дәлилдәр менән аңлай алған бөтә нәмә шик тыуҙырырға тейеш түгел, тип иҫәпләйем, Изге Яҙма текстары нигеҙендә ғәйепләүҙәр күпкә кәмерәк, уларҙы хатта [7].
Алла беҙгә тәбиғәт күренештәрендә Изге Яҙма һүҙҙәренән дә кәм түгел. Хатта бер тапҡыр ҙа тәжрибә тарафынан шик аҫтына ҡуйылған теләһә ниндәй хөкөм ҡарарын Изге Яҙмаға яҙыу хәүефле булыр ине.


Боронғо һәм урта быуат фәйләсуфтары төрлө «метафизик берәмектәр» Субстанция тәҡдим итә. Галилей был алым менән килешмәй. [10]:

Асыл эҙләүҙе буш һәм мөмкин булмаған шөғөл тип һанайым, ә сарыф ителгән тырышлыҡ күктең алыҫ матдәләре, шулай уҡ иң яҡын һәм элементар матдәләр осрағында берҙәй мәғәнәһеҙ; һәм минеңсә, Ай менән Ерҙең, ҡояш таптарының да, ябай болоттарҙың да матдәһе берҙәй билдәһеҙ... Ҡояш таптарының матдәһен бушҡа эҙләһәк, был уларҙың ҡайһы бер үҙенсәлектәрен тикшерә алмайбыҙ тигәнде аңлатмай, мәҫәлән, урын, хәрәкәт, форма, ҙурлыҡ, асыҡлыҡ, үҙгәреү һәләте, уларҙың барлыҡҡа килеүе билдәләй алабыҙ.


Декарт был позицияны кире ҡаға (физикала төп иғтибар «төп сәбәптәрҙе» табыуға йүнәлтелә), әммә Ньютондан башлап Галилей алымы өҫтөнлөк итә башлай.

Галилей механикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе һанала. Был фәнни ҡараш Ғаләмде гигант механизм, ә ҡатмарлы тәбиғи процестарҙы иң ябай сәбәптәрҙең ҡушылыуы итеп ҡарай, улар араһында иң башы — механик хәрәкәт. Галилей ижады нигеҙендә механик хәрәкәт анализы ята. «Тәжрибә үткәреү оҫтаһы» баҫмаһында былай тип яҙа:[11]:

Мин бер ҡасан да тышҡы есемдәрҙән тәм, еҫ, тауыш һиҙгерлегенең килеп сығышын аңлатыу маҡсатында ҙурлығынан, фигураһынан, дәүмәленән, тиҙ хәрәкәттәренән башҡа бер нәмә лә талап итмәйәсәкмен; Ҡолаҡты, телде, танауҙы юҡ итһәк, фигуралар, һандар, хәрәкәттәр генә булыр ине, әммә еҫе лә, тәме лә, тауышы ла булмаҫ ине, минеңсә, тере йәндән тыш буш исемдәрҙән башҡа бер нәмә лә түгел.


Никогда я не стану от внешних тел требовать чего-либо иного, чем величина, фигура, количество, и более или менее быстрые движения для того, чтобы объяснить возникновение ощущений вкуса, запаха и звука; я думаю, что если бы мы устранили уши, языки, носы, то остались бы только фигуры, числа, движения, но не запахи, вкусы и звуки, которые, по моему мнению, вне живого существа являются не чем иным, как только пустыми именами.

Экспериментты проектлау һәм уның һөҙөмтәләрен аңлау өсөн өйрәнелгән күренештең алдан теоретик моделе кәрәк, ә Галилей математиканы уның нигеҙе тип һанаған, уның һығымталарын иң ышаныслы белем тип һанаған: тәбиғәт китабы «математика телендә яҙылған»[12]; "Тәбиғи фәндәр проблемаларын математика ярҙамынан тыш хәл итергә теләгән һәр кем сиселмәй торған мәсьәлә ҡуя. Беҙ үлсәп булғанды үлсәп, үлсәп булмағанды үлсәргә тырышырға тейешбеҙ».[13]

Галилей тәжрибәне күҙәтеү генә түгел, ә тәбиғәткә ҡуйылған мәғәнәле һәм уйланылған һорау итеп ҡарай. Тәжрибәне уйҙала үткәрергә мөмкин, әгәр нәтижәһе сик аҫтына ҡуйылмаһа. Шул уҡ ваҡытта ул тәжрибә ышаныслы белем бирмәй тип иҫәпләй, ә тәбиғәттән алынған яуап анализланырға тейеш, уның һөҙөмтәһе төп нөсхә моделен яңынан проектлауға йәки хатта уны икенсеһенә алмаштырыуға килтереүе лә мөмкин. Шулай итеп, Галилей фекеренсә, танып белеүҙең һөҙөмтәле ысулы синтетиканы (уның терминологияһында, композит ысулында) һәм аналитик (оператив ысул), хис-тойғоларҙы һәм рефераттарҙы берләштереүҙән тора[14]. Декарт хуплаған был төшөнсә шул ваҡыттан алып фәндә урын ала. Шулай итеп, фән үҙ ысулын, хәҡиҡәттең һәм донъяуи характерҙағы критерийын ала.

Мифтар һәм версиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ул барыбер әйләнә!»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтәһенә мәғлүм булған риүәйәт: Галилей сиркәү алдында хөкөм ҡарары буйынса ваз кисеүенән һуң, «Ул барыбер әйләнә!» тип әйткән, ләкин быны дәллиләгән факттар юҡ. Был мифты журналист Джузеппе Баретти 1757 йылда яҙып сығарған.

Галилей һәм Пиза башняһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Риүәйәттәрҙә Галилей Пиза башняһының ауыу тиҙлеген үлсәгән тип һөйләнә. Галилей ысынлап та бындай эксперименттәр эшләгән, ләкин уларҙың Пиза башняһына ҡағылышы юҡ.

Шулай ук ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оригинал телендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Berry A. A Short History of Astronomy (билдәһеҙ) — London: John Murray, 1898.
  2. Mathematics Genealogy Project (ингл.) — 1997.
  3. Mathematics Genealogy Project (ингл.) — 1997.
  4. Зубов В. П. Из истории средневековой атомистики // Труды Института истории естествознания. — 1947. — Т. I. — С. 293.
  5. Д. Антисери, Дж. Реале. Западная философия от истоков до наших дней. — СПб: Пневма, 2002. — Т. II. От Возрождения до Канта. — С. 116, 147—148. — ISBN 5-9014151-05-4.
  6. Галилей. Избранные труды, 1964, с. 201 (том 1)
  7. 'Галилей һайланма әҫәрҙәре ике томда дөрөҫ аңламағандыр. Edict. op., Т.1. Бөйөк герцогиня Кристина Лотарингияға хат»
  8. Галилей. Избранные труды в двух томах. Указ. соч., Т. 1. Письмо к Великой герцогине Кристине Лотарингской.
  9. Д. Антисери, Дж. Реале. Западная философия от истоков до наших дней. — СПб: Пневма, 2002. — Т. II. От Возрождения до Канта. — С. 218—219. — ISBN 5-9014151-05-4.
  10. Д. Антисери, Дж. Реале. Западная философия от истоков до наших дней. — СПб: Пневма, 2002. — Т. II. От Возрождения до Канта. — С. 150. — ISBN 5-9014151-05-4.
  11. Кузнецов Б. Г., 1964, с. 230
  12. Шмутцер Э., Шютц В., 1987, с. 116
  13. Кузнецов В. И., Идлис Т. М., Гутина В. И. Естествознание. — М.: Агар, 1996. — С. 14. — ISBN 5-89218-006-9.
  14. Галилей. Пробирных дел мастер. Указ. соч.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]