Торричелли тәжрибәһе
Торричелли тәжрибәһе — 1643 йылда Пизала итальян ғалимы Эванджелиста Торричелли (16081647) үткәргән тәжрибә. Уның маҡсаты атмосфера баҫымының барлығын иҫбатлау була[1][2]. Тәжрибә нигеҙендә тарихта беренсе терегөмөш барометрын төҙөлә.
Популяр мәҙәниәткә тәжрибә вакуум булдырыу менән бәйле инә. Был вакуум «торричелли бушлығы»тип атала[3][2].
Контексты
Кешелек тарихының күпселек өлөшөндә һауа кеүек газдарҙың баҫымы иғтибарһыҙ ҡала, кире ҡағыла йәки тейешле тип ҡабул ителмәй, әммә беҙҙең эраға тиклем 6 быуатта уҡ грек философы Анаксимен Милетский, бөтә нәмә һауанан тора, уның баҫымы төрлө факторҙар тәьҫирендә үҙгәрә, тип раҫлай[4]. Ул һыуҙың парға, йәғни газға әйләнеүен күҙәткән һәм был күренеш ҡаты матдәгә лә ҡағыла тип иҫәпләгән[4]. Конденсацияланған һауа объекттарҙы һалҡыныраҡ һәм ауырраҡ итә, ә киңәйтелгән һауа объекттарҙы еңелерәк итә. Был күренеш газдарҙың ысынлап та йылыла тығыҙлығы кәмеүгә, һыуыҡта тығыҙлығы артыуға килтерә[5][6][4].
Аристотель ҡайһы бер хеҙмәттәрендә «тәбиғәт бушлыҡҡа түҙмәй» тип раҫлай, шулай уҡ һауаның массаһы/ауырлығы юҡ тип иҫәпләй. Был философтың популярлығы арҡаһында был ҡараш Европала ике мең йыл дауамында нығынып ҡала. Хатта Галилей ҙа уның идеяһын ҡабул итә, вакуумдың тартылыуы сифон аша шыйыҡса ағымын барлыҡҡа килтерә, һәм сифон етерлек юғары булһа, тартылыу еңелә, тип иҫәпләй.
Флоренцияла урындағы герцог үҙенең баҡсалары өсөн һурҙырыу насосы төҙөргә ҡуша, әммә һыу 10 метрҙан ашыу бейеклеккә ебәрелергә тейеш булғанлыҡтан, әммә был бейеклекте үтеү менән поршень һыу бағанаһын үҙенә тарта алмай һәм уның менән һыу араһында буш арауыҡ барлыҡҡа килә. Был проблема Менән Оҫта Галилейға килә, ул тәбиғәттең ысынлап та бушлыҡты яратмауын әйтә[7][8].
1643 йылда Галилейҙың уҡыусылары Торричелли һәм Вивиани[9] терегөмөш менән тәжрибәләр үткәрә, был тәжрибә һауаның барлығын асыҡларға мөмкинлек бирә. Ул бер осо ябыҡ быяла торбаға терегөмөш тултыра һәм борбаның ябыҡ осон күтәрә, асыҡ осон шыйыҡ металлға батырып ҡалдыра. Терегөмөш ауырлығы шыйыҡса бағанаһын аҫҡа тарта, өлөшләтә вакуумды торбаның күтәрелгән осонда ҡалдыра. Был уның һауа/газдың массаһы тирә-яҡ әйберҙәргә баҫым барлығы ышанысын раҫлай. Был асыш Торричеллиға 1644 йылдағы хатында һығымта яҙырға ярҙам итә[9]:
| Беҙ һауа океаны төбөндә йәшәйбеҙ, һәм тәжрибәләр, һис шикһеҙ, һауаның ауырлығы булыуын иҫбатлай. |
Блез Паскаль башҡа тәжрибәләр үткәрә, 1648 йылда үҙенең кейәүе Перьеға тауҙарҙа төрлө бейеклектә эксперимент үткәрергә ҡуша һәм ысынлап та атмосфера океанында ни тиклем тәрәнерәк булһаң, шул тиклем баҫым юғарыраҡ була, был тәбиғәттең бушлыҡтан ҡурҡа тигән ышанысты тулыһынса кире ҡаға[10].
Процедура
Тәжрибәлә һауа баҫымын үлсәү өсөн торбаның 75 процентына тиклем терегөмөш менән тултырылған ябай барометр ҡулланыла. Пробиркалағы һауа ҡыуыҡтарын сығарыу өсөн пробирканы бер нисә тапҡыр әйләндереп алып ташларға кәрәк. Шунан һуң торб тулыһынса таҙа терегөмөш тағы бер тапҡыр ҡойола. Артабан барометрҙы асыҡ осо менән терегөмөшлө тәрилкәгә әйләндереп ҡуялар. Был торбалағы терегөмөштең өҫкө кимәле һәм торбалағы терегөмөш кимәле араһындағы айырма 760 мм тәшкил итә[11] Хатта пробирканы һелкеткәндә йәки ауыштырғанда ла, атмосфера баҫымы йоғонтоһо арҡаһында ла төрөгөмөштөң өҫкө һәм аҫҡы кимәле араһында ара үҙгәрмәй.
Йомғаҡлау
Торричелли торбалағы терегөмөш шыйыҡсаһына тәрилкәләге терегөмөш шыйыҡсаһы өҫтөндә булған атмосфера баҫымы булышлыҡ итә тигән һығымтаға килә. Ул шулай уҡ шыйыҡса кимәленең көндән-көн үҙгәреүе атмосфера баҫымының үҙгәреүе менән бәйле тип белдерә. Торбаның ябыҡ осондағы буш арауыҡ «торричелл бушлығы»тип атала[12].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Torricelli's experiment. Simple barometer. PhysicMax. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2016.
- ↑ 1 2 Ландау, Китайгородский, 1978, с. 193
- ↑ Ландсберг, 1985, с. 333
- ↑ 1 2 Anaximenes Of Miletus | Greek philosopher (инг.), Encyclopedia Britannica.
- ↑ Guthrie, 1962, pp. 124–126
- ↑ Kirk, Raven, Schofield, 1957, p. 146
- ↑ Ландау, Китайгородский, 1978, с. 192
- ↑ Перельман, 1922, с. 97
- ↑ 1 2 Перельман, 1922, с. 101
- ↑ Перельман, 1922, с. 102
- ↑ Torricelli's experiment. Wolfram. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2016.
- ↑ Williams. Torricelli Demonstrates the Existence of a Vacuum. APS Physic. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 декабрь 2016.
- ↑ Ландсберг, 1985, с. 332
Литература
- Vamvacas C. J. Anaximenes of Miletus (ca. 585-525 B.C.). — New York: Springer, 2009. — P. 45–51. — ISBN 9781402097911.
- Guthrie W. K. C. The Milesians: Anaximenes. — Cambridge: Cambridge University Press, 1962. — Vol. 1. — P. 115–139. — ISBN 0-521-29420-7.
- Anaximenes of Miletus. — Cambridge: Cambridge University Press, 1957. — P. 143–162.
- Л. Д. Ландау, А. И. Китайгородский. Физические тела // Физика для всех. — 4-е. — М.: Наука, 1978. — Т. I. — 208 с.
- Ландсберг, Григорий Самуилович. Механика. Теплота. Молекулярная физика // Элементарный учебник физики. — М.: Наука, 1985. — Т. I.
- Перельман, Я. И. Физическая хрестоматия. — Петроград: Сеятель, 1922. — Т. I. — 232 с.