Тығыҙлыҡ

Тығыҙлыҡ — скаляр физик дәүмәл, есем массаһының есем биләгән күләмгә нисбәте йәки күләм буйынса сығарылма масса булараҡ билдәләнә:

.

Был аңлатма эквивалентлы түгел, һәм тығыҙлыҡ төшөнсәһе төрлөсә булыуы мөмкин. тығыҙлыҡты түбәндәгесә айырылалар:

  • есемдеү уртаса тығыҙлығы — есемдең массаһы менән үләме сағыштырмаһы . Есемдең тығыҙдығы бер төрлө булған осраҡта ул тик есемдең тығыҙлығы (йәки есемде тәшкил иткән матдәнең тығыҙлығы) тип атала;
  • нөктәлә есемдең тығыҙлығы — есемдең бәләкәй өлөшө массаһының (), ошо массаның күләме нулгә ынтылғанда () нисбәте сиктәре[1], йәки, ҡыҫҡаса, . Атом кимәлендә һәр есем бер төрлө булмағанлыҡтан, функция сигенә күсеш ваҡытында физик модельгә тап килгән күләмдә туҡталырға кәрәк.

Тығыҙлыҡты билдәләү өсөн грек хәрефе (ро) ҡулланыла, ҡайһы саҡта латин хәрефтәре D һәм d (лат. densitas «тығыҙлыҡ»). Тығыҙлыҡ СИ системаһында кг/м³ һәм СГС системаһында г/см³ берәмегендә үлсәнә.

Физикала "тығыҙлыҡ" төшөнсәһе киңерәк мәғәнәгә эйә булырға мөмкин. Яҫы (ике үлсәмле) һәм һуҙылған (бер үлсәмле) объекттарға ярашлы ҡулланылған өҫкө йөҙ тығыҙлығы (массаның майҙанға нисбәте) һәм һыҙыҡлы тығыҙлыҡ (массаның оҙонлоҡҡа нисбәте) бар. Бынан тыш, массаның тығыҙлығы тураһында ғына түгел, ә башҡа дәүмәлдәрҙең, мәҫәлән, энергияның, электр зарядының тығыҙлығы тураһында ла һөйләйҙәр. Бындай осраҡтарҙа «тығыҙлыҡ» терминына аныҡлаусы һүҙҙәр өҫтәлә, мәҫәлән «зарядтың һыҙыҡлы тығыҙлығы». Ҡағиҙә буйынса тығыҙлыҡ тип юғарыла күрһәтелгән (өс үлсәмле, кг/м3) массаның тығыҙлығы аңлатыла.

Тығыҙлыҡтың температураға бәйлелеге

Ҡағиҙә булараҡ, температура кәмегәндә тығыҙлыҡ арта, әммә билдәле бер температура диапазонында тығыҙлығы икенсе төрлө булған матдәләр ҙә осрай, мәҫәлән, һыу, бронза һәм суйын. Мәҫәлән, һыуҙың тығыҙлығы 4 °C-та максималь ҡиммәткә етә һәм был ҡиммәткә ҡарата температура күтәрелеү һәм төшөү менән кәмей.

Агрегат хәлен үҙгәрткәндә матдәнең тығыҙлығы һикереү рәүешендә үҙгәрә: тығыҙлыҡ газ хәленән шыйыҡ хәлгә күскәндә һәм шыйыҡлыҡ тығыҙлығы арта. Һыу, кремний, висмут һәм башҡа ҡайһы бер матдәләр был ҡағиҙәне үтәүҙә ситтә ҡала, сөнки уларҙың тығыҙлығы ҡатыу ваҡытында кәмей.

Тәбиғәттә тығыҙлыҡ диапозоны

Төрлө тәбиғәт объекттарының тығыҙлығы киң диапозонда үҙгәрә.

• Галактика араһындағы мөхит иң түбән тығыҙлыҡҡа эйә (2·10−31—5·10−31 кг/м³, ҡара материяны иҫәпкә алмайынса)[2].
• Яҡынса йондоҙ ара мөхит тығыҙлығы 10−23—10−21 кг/м³.
• Стандарт шарттарҙа иң еңел газ водород тығыҙлығы 0,0899 кг/м³.
• Стандарт шарттарҙа ҡоро һауа тығыҙлығы 1,293 кг/м³.
• Кешенең уртаса тығыҙлығы, тулы һулыш алғанда 940—990 кг/м³ һәм һулышты сығырғанда 1010—1070 кг/м³.
• Сөсө һыу тығыҙлығы 4 °C 1000 кг/м³.
Тимер тығыҙлығы 7874 кг/м³.
Алтын тығыҙлығы 19320 кг/м³.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Подразумевается также, что область стягивается к точке, то есть, не только её объём стремится к нулю (что могло бы быть не только при стягивании области к точке, но, например, к отрезку), но также стремится к нулю и её диаметр (максимальный линейный размер).
  2. Агекян Т. А. . Расширение Вселенной. Модель Вселенной // Звёзды, галактики, Метагалактика. 3-е изд. / Под ред. А. Б. Васильева. — М.: Наука, 1982. — 416 с. — С. 249.