Паскаль (үлсәү берәмеге)

Паска́ль (русса яҙылышы: Па, халыҡ-ара яҙылышы: Pa) — халыҡ-ара берәмектәр системаһында баҫым һәм механик көсөргәнеште үлсәү берәәмеге.[1].

Паскаль бер квадрат метр майҙанлы өҫлөккә тигеҙ бүленгән бер ньютон көс тыуҙырған баҫымға тигеҙ: 1 Па = 1 Н/м².

Паскаль үлсәү системаһының башҡа берәмектәре менән түбәндәгесә бәйләнгән: 1 Па = 1 кг·м−1·с−2 (т. е. 1 кг/(м·с²) ).

СИ үлсәү системаһында паскаль шулай уҡ механик көсөргәнеш, һығылмалылыҡ модулдәрен, Юнг модулен, күләм һығылмалылыҡ модулен, шыйыҡсалыҡ сиген, пропорционаллек сиген, өҙөлөүгә ҡаршы тороуҙы, киҫелешкә ҡаршы тороуҙы, тауыш баҫымын, осмотик баҫымды, осоусанлыҡты (фугитивлыҡ) үлсәү берәмеге булып тораҒАЛИМДАР исеме менән аталған сығарылма берәмектәргә ҡағылышлы СИ — ның дөйөм ҡағиҙәләренә ярашлы, паскаль берәмегенең атамаһы һыҙыҡлы хәрефтән, ә уның билдәһе баш хәрефтән яҙыла. Билдәләмәнең бындай яҙылышы паскаль ҡулланып барлыҡҡа килгән башҡа сығарылма берәмектәрҙең билдәләмәләрендә лә һаҡлана. Мәҫәлән, динамик йәбешкәклек берәмеген билдәләү па·с тип яҙыла.

Ғалим исеме менән аталған сығарылма берәмектәргә ҡағылышлы СИ-ның дөйөм ҡағиҙәләренә ярашлы, паскаль берәмегенең атамаһы ҙур хәрефтән, ә уның билдәһе юл хәрефенән яҙыла. Билдәләмәнең бындай яҙылышы паскаль ҡулланып барлыҡҡа килгән башҡа сығарылма берәмектәрҙең билдәләмәләрендә лә һаҡлана. Мәҫәлән, динамик йәбешкәклек берәмеген билдәләү Па·с тип яҙыла.

Берәмек француз физигы һәм математигы Блез Паскаль хөрмәтенә аталған. Тәүге тапҡыр атама Францияла берәмектәр тураһында декрет нигеҙендә 1961 йылда индерелә[2]

Иҫкәрмәләр

  1. Паскаль // Физическая энциклопедия : [в 5 т.] / Гл. ред. А. М. Прохоров. — М.: Большая российская энциклопедия, 1992. — Т. 3: Магнитоплазменный — Пойнтинга теорема. — С. 549—550. — 672 с. — 48 000 экз. — ISBN 5-85270-019-3.
  2. The International System of Units (SI) / Bureau International des Poids et Mesures. — Paris, 2006. — P. 156. — 180 p. — ISBN 92-822-2213-6. (инг.)