Гуманитар фәндәр
Гуманита́р фәндәр (homo — урыҫса человек, башҡортса кеше) — кешене уның рухи, аҡыл, әхлаҡи, мәҙәни һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге аша өйрәнеүсе фән. Тикшереү объекты, өйрәнеү предметы һәм методологияһы буйынса күп йәһәттән ижтимағи (йәмғиәт фәндәре) менән оҡшаш, ә тәбиғи һәм абстракт (формаль) фәндәргә ҡаршы итеп ҡарала. Гуманитар фәндәрҙә дөрөҫлөк һәм аныҡлыҡ мөһим булһа ла, мәҫәлән, тарихи ваҡиғаларҙы һүрәтләгәндә, аңлау һәм төшөнөү асыҡлығы тәүге урынға ҡуйыла.
Субъект менән объект мөнәсәбәттәре өҫтөнлөк иткән тәбиғи фәндәрҙән айырмалы рәүештә гуманитар фәндәрҙә башлыса субъект менән субъект бәйләнештәре хаҡында фекер йөрөтөлә йәғни диалог, башҡа берәү менән аралашыу кәрәклеге айырым билдәләнә.
Барлыҡҡа килеү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гуманитар фәндәр институт һәм университеттарҙа уҡыу-өйрәнеү дисциплинаһы булараҡ бары тик XIX быуатта ғына ойоша башлай. Был осорҙа улар «рух тураһында фәндәр» (Geisteswissenschaften, урыҫса «науки о духе») тигән исем менән берләшә. Тәүге тапҡыр был атама Британия философы, иҡтисадсы һәм сәйәсмән Дж. Ст. Миллдең (1806—1873) «Система логики» хеҙмәтенең Шиль тәржемәһендә ҡулланыла («moral science» һүҙбәйләнеше тәржемәһе). Әммә ҡайһы бер нимес ғалимдары был аңлатма телгә алынған хеҙмәттең тәржемәһенә тиклем формалаша башлаған тип иҫәпләй.
Предмет һәм ысул[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Михаил Михайлович Бахтин үҙенең «Гуманитар фәндәрҙең философик нигеҙҙәре хаҡында» (урыҫса «К философским основам гуманитарных наук») хеҙмәтендә «Гуманитар фәндәр предметы — тәьҫирле, тойғоло һәм һөйләшеүсән ысынбарлыҡ. Ул бер ваҡытта ла үҙе менән тап килмәй һәм шуға ла үҙенең мәғәнәһе һәм йөкмәткеһе йәһәтенән бөтмәҫ-төкәнмәҫ» тип яҙа[1].
Гуманитар фәндәрҙә мәғәнә текст аша бирелә: авторҙың ниәттәрен, маҡсатының нигеҙҙәрен һәм сәбәптәрен, уның уй-фекерҙәрен, әйтеп бирергә мөмкин булғанда, әйтеү йәки һөйләү кәрәк. Әйткәндең мәғәнәһе телмәр йә текст аша бирелә, был ике субъекттың аң сиктәрендә барлыҡҡа килә (был — ике авторҙың осрашыуы)[2].
Йүнәлештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- История и философия науки: История культурологии / Ред. Огурцов А. П., — М.: Гардарики, 2006 (рус.)
Фән йүнәлештәре | Фән тураһында… |
Гуманитар | Йәмғиәт | Тәбиғи | Техник | Практик |
Математика | Физика | Химия | География | Астрономия | Геология | Биология | Тарих | Тел белеме | Филология | Фәлсәфә | Психология | Социология | Антропология | Иҡтисад | Информатика |