20 май
20 май — рәсми календарь буйынса йылдың 140-сы (кәбисә йылында 141-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 225 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Метрология көнө.
БМО:
- Бал ҡорто көнө.
- Джинс костюмының тыуған көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Волга йылғаһы көнө.
- Ҡораллы Көстәр ветерандары көнө.
Камерун: Унитар дәүләт иғлан ителгән көн.
Сәғүд Ғәрәбстаны: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Ер: Травматолог-табиптар көнө.
- 1754 йыл: Рәсәй империяһында тәүге банк асыла.
- 1754 йыл: Үрге-Әүжән-Петровский заводы төҙөлә башлай.
тулы исемлек
- 1875 йыл: Парижда 17 дәүләт вәкилдәре «Метрик конвенция»ға ҡул ҡуя.
- 1895 йыл: Нью-Йоркта беренсе тапҡыр түләүле фильм күрһәтелә: тамашасыларға боксёрҙар алышы тураһында дүрт минутлыҡ лента тәҡдим ителә.
- 1900 йыл: Францияла II Йәйге Олимпия уйындары башлана.
- 1936 йыл: Хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең тәүге концерты була.
- 1965 йыл: Мәскәүҙәге «Домодедово» аэропортының аэровокзал комплексы файҙаланыуға тапшырыла.
- 2010 йыл: Истанбулда Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте көндәре асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Большаков Валерий Николаевич (1920—1999), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерист, рядовой. 1944 йылдан Ишембай районы Васильевка урта мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Мәҫәле ауылынан.
- Сафин Ғәтфән Ғизетдин улы (1920—15.06.2012), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1944 йылдан Ауырғазы районы «Үҙән» колхозының тракторсылар бригадаһы, 1958—1973 йылдарҙа — комплекслы бригада бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән ошо райондың Ишле ауылынан.
тулы исемлек
- Мансуров Рәфҡәт Заян улы (1925—2004), педагог, комсомол һәм партия органдары, ауыл хужалығы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1946 йылдан ВЛКСМ-дың Мәсетле район комитеты инструкторы, бүлек мөдире, икенсе һәм беренсе секретары, 1950 йылдан һәм 1958—1965 йылдарҙа КПСС-тың Мәсетле район комитеты инструкторы, 1953 йылдан Карл Маркс исемендәге колхоздың партия ойошмаһы секретары, 1955 йылдан — Н. С. Хрущев исемендәге колхоз рәйесе, 1965—1986 йылдарҙа Мәсетле район кино селтәре директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977). Сығышы менән ошо райондың Әжекәй ауылынан.
- Әлибаев Әҙеһәм Ғәли улы (1925—12.08.1951), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, айырым миномёт полкы элемтәсеһе, старшина. 1946—1951 йылдарҙа Баймаҡ районы Муллаҡай мәктәбе уҡытыусыһы, директоры. Дан орденының тулы кавалеры.
- Мусин Әнүәр Нурулла улы (1930—2012), педагог, тарихсы. 1950 йылдан Кушнаренко районы Рәсмәкәй ете йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, 1953 йылдан — Илек ете йыллыҡ, 1958 йылдан — Иҫке Туҡмаҡлы урта мәктәбе, 1962 йылдан — Кушнаренко интернат-мәктәбе директоры; 1970—1990 йылдарҙа Кушнаренко район мәғариф бүлеге мөдире. Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы делегаты (1978). РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1973) атҡаҙанған уҡытыусыһы. Кушнаренко районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Нур ауылынан.
- Хөсәйенов Әхмәт Әғзәм улы (1930—6.12.2021), педагог, мәғариф, партия һәм комсомол органдары, ауыл хужалығы һәм урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1948—1950 йылдарҙа Хәйбулла районы Йәнтеш башланғыс һәм киске мәктәптәре уҡытыусыһы, 1954 йылдан — КПСС-тың район комитеты инструкторы, 1955—1958 йылдарҙа ВЛКСМ район комитетының беренсе секретары, 1962 йылдан — «Ҡыҙыл байраҡ» колхозы, 1984—1985 йылдарҙа — Атингән ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1980). Октябрь Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың хәҙер бөткән Яңауыл ауылынан.
- Сибәғәтуллин Салауат Камил улы (1940), металлург-инженер-ғалим. 1966 йылдан хәҙерге Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2005), профессор (2005). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Березовский Иван Афанасьевич (1906—18.12.1993), нефтехимик. СССР-ҙың химия сәнәғәтен ойоштороусы. 1952—1962 йылдарҙа Салауат ҡалаһындағы 18-се комбинат директоры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1965). Ленин (1939) һәм дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1947, 1949, 1958, 1965) кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1978).
- Исаев Фидан Ғәббәс улы (1921—1996), музыкант, хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры оркестрының элекке артисы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
тулы исемлек
- Диваева Флүрә Әхмәт ҡыҙы (1951), комсомол, профсоюз һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының социаль үҫеш, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллеге бүлегенең әйҙәүсе, 1995 йылдан — баш белгесе; 1997 йылдан бүлек мөдире урынбаҫары, 2000—2007 йылдарҙа — бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зарипова Зәйтүнә Тимерхан ҡыҙы (1922—25.11.2004), мәғариф һәм комсомол органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939 йылдан (өҙөклөктәр менән) Илеш районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры; 1945—1948 йылдарҙа ВЛКСМ район комитетының беренсе секретары. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Күкҡуян ауылынан.
- Баҙранов Рәшит Сәғит улы (1927—10.04.2014), механизатор. 1953 йылдан Әбйәлил районы Әлмөхәмәт МТС-ы, 1957 йылдан «Урал» совхозы, шул иҫәптән 1962—1987 йылдарҙа хужалыҡтың Әлмөхәмәт бүлексәһе тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1977). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.
тулы исемлек
- Йәмил Мостафин (1927—29.10.2021), Мәскәүҙә йәшәп, рус телендә ижад иткән яҙыусы, тәржемәсе. 1980—1990 йылдарҙа «Советский писатель» нәшриәтенең өлкән мөхәррире. 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1987), әҙәби премиялар лауреаты. Тайшет ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Яңы Уҫман ауылынан.
- Сафин Рәшит Сафа улы (1932—2010), Кушнаренко районы Свердлов исемендәге колхозының элекке тракторсыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы.
- Гарбуз Александр Викторович (1947), филолог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, доцент.
- Проскуряков Николай Яковлевич (1947—22.03.2007), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1960—2007 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозы водителе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Үҙән ауылынан.
- Фәйзуллин Марат Абдулла улы (1947), быяла етештереү тармағы эшсеһе. «Салауатбыяла» берекмәһенең элекке машинисы. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
- Фәнил Фәйзуллин (1942), философ-ғалим, социолог, Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы (1991), философия фәндәре докторы (1983), профессор (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003). Н. А. Аитов исемендәге премия лауреаты (2015). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
- Фәйзуллин Марат Абдулла улы (1947), «Салауатбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке машинисы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
- Хөсәйенова Флүрә Мотаһар ҡыҙы (1947), Стәрлетамаҡтағы хәҙерге Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының методист-уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ғәлиев Фәғит Зәки улы (1952), ауыл хужалығы, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. 2009—2017 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Игенсе» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Солтанбәк ауылынан.
- Зәйтүнова Сәлимә Рәшит ҡыҙы (1952), малсы, йәмәғәтсе. 1970 йылдан Әбйәлил районы Аһылай, 1973—1990 йылдарҙа — Яңы Балапан фермаһы һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының ун беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 2-се (1983) һәм 3-сө (1978) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977). Сығышы менән Аһылай ауылынан.
- Исхаҡова Гөллирә Тимерхан ҡыҙы (1957—20.03.2002), журналист, шағир, йәмәғәтсе. 1977—1996 йылдарҙа Баймаҡ районының «Октябрь байрағы» гәзите хеҙмәткәре, 1998—2002 йылдарҙа Баймаҡ үҙәк китапханаһы ҡарамағындағы «Йәнгүҙәй» әҙәби түңәрәге етәксеһе. Район гәзите һәм район журналистар ойошмаһының Сәғит Мифтахов исемендәге премияһы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Саҙалы ауылынан.
- Путенихин Валерий Петрович (1957), популяция генетигы-ғалим, ботаник. 1988 йылдан Ботаника баҡса-институты ғилми хеҙмәткәре, 1992—1993 йылдарҙа — директор урынбаҫары, 1995 йылдан — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2003—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2017). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан.
- Коновалов Сергей Анатольевич (1967), табип-ғалим. Республика балалар клиник дауаханаһының урология бүлеге мөдире. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Һаҙыева Зәкирә Муллағәлләм ҡыҙы (1918—10.10.2003), ауыл хужалығы, мәғариф һәм дәүләт органы хеҙмәткәре. 1950 йылдан Әбйәлил районы «Коммунар», 1952—1956 йылдарҙа «Ҡыҙыл Йондоҙ» һәм Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхоз рәйесе; 1961 йылдан Асҡарҙағы 1-се интернат-мәктәп тәрбиәсеһе; 1966—1973 йылдарҙа район хәрби комиссариаты хеҙмәткәре. ВКП(б)-ның 19-сы съезы делегаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың Хәмит ауылынан.
- Вәлиев Ниғмәтулла Нурғәли улы (1928—1991), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Саҡмағош районы Карл Маркс исемендәге колхоздың элекке бригадиры, Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Кәлимуллин Мөҙәрис Иҙиәтулла улы (1928—3.02.2019), ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1958 йылдан Йәрмәкәй районы «Саған-Бүләк» колхозы агрономы, рәйесе; 1963—1970 һәм 1978—1988 йылдарҙа «Рә» колхозы рәйесе; 1970—1978 йылдарҙа КПСС-тың Йәрмәкәй район комитетының икенсе секретары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2001). Сығышы менән ошо райондың Сөйәрмәт ауылынан.
- Алсынбаев Миңләхмәт Зариф улы (1933), педагог. 1952 йылдан Баймаҡ районы мәктәптәре, 1963—1998 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979—1980 йылдарҙа — директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1973). Сығышы менән ошо райондың Йомаш ауылынан.
- Юлбахтин Әхмәтсафа Шаһисолтан улы (1943), механизатор. 1966—2003 йылдарҙа Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән ошо райондың Ҡуянтау ауылынан.
- Басиров Искәндәр Йыһанғәли улы (1948), инженер, урындағы башҡарма һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1975 йылдан Бөрө ҡалаһының һыу-канал хужалығының баш инженеры, начальнигы; 1987 йылдан ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1992 йылдан ҡала хакимиәте башлығының, 1998—2011 йылдарҙа — Бөрө район хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999), Рәсәй торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Ҡартамаҡ ауылынан.
- Погребач Александр Александрович (1953), спортсы, тренер. 2011 йылдан Күмертау ҡалаһының «Вымпел» спорт үҙәге директоры. Дзюдо буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре.
- Собханҡолова Рида Таһир ҡыҙы (1958), иҡтисадсы, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы финанс министры урынбаҫары, 2011 йылдан — беренсе урынбаҫары, 2013—2018 йылдарҙа — министры. Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының (2012) атҡаҙанған иҡтисадсыһы. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Бүздәк районының почётлы гражданы (2023). Сығышы менән ошо райондың Яңы Таулар ауылынан.
- Макарова Ирина Александровна (1968), педагог. 1987 йылдан Салауат ҡалаһының 13-сө гимназия-мәктәбе, 1996 йылдан — 22-се урта мәктәбе, 2001 йылдан — 1-се гимназияһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2012) һәм мәғариф отличнигы (2008), Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2016). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Ғарифуллин Рөстәм Рәфис улы (1978—24.02.2015), инвалид спортсы, биатлонсы. 2002—2007 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (2005) һәм атҡаҙанған (2006) спорт мастеры. Биатлон буйынса 12,5 км уҙышта һәм спринтта Туриндағы Паралимпия уйындары чемпионы (2006). Рәсәйҙең Дуҫлыҡ (2008) һәм Башҡортостандың Салауат Юлаев (2006) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Аҫау ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Соколов Дмитрий Петрович (1924—4.07.2009), СССР спортсыһы, тренер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Саңғы ярышы (1952), биатлон (1958) һәм стендҡа атыу (1960) буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1965). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Абрамович Семён Шмилович (1929), физик-химик-ғалим. 1956—1996 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1967—1994 йылдарҙа бүлек мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1968). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974).
тулы исемлек
- Ниғмәтуллин Тимербәк Ғәзиз улы 1929—16.04.2006), биохимик-ғалим. 1964—2002 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһының лаборатория мөдире. Биология фәндәре докторы (1984), профессор (1991). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1977), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Туҡай ауылынан.
- Ғәтитуллин Радик Фиҙағый улы (1959), педиатр-ғалим, аллерголог‑иммунолог, 1990 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм 1995 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Тажетдинов Илшат Азамат улы (1969), иҡтисадсы-ғалим, дәүләт органдары һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. 2018 йылдың октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. Иҡтисад фәндәре докторы, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1470 йыл: Пьетро Бембо, Италия шағиры.
- 1799 йыл: Оноре де Бальзак, Франция яҙыусыһы, Европа әҙәбиәтендә реализмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
тулы исемлек
- 1830 йыл: Эктор Мало, Франция яҙыусыһы.
- 1860 йыл: Эдуард Бухнер, Германия ғалимы, химик һәм биохимик, химия буйынса 1907 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1865 йыл: Шакир Мөхәммәдов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың татар телендә ижад иткән яҙыусыһы.
- 1908: Джеймс Стюарт, АҠШ киноактёры, «Оскар» премияһы лауреаты (1941). Хәрби лётчик, Икенсе донъя һуғышында һәм Вьетнам һуғышыында ҡатнашыусы, бригада генералы.
- 1983 йыл: Фәрит Иҫәнғолов, яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1970).