Абрамович Семён Шмилович
Семён Шмилович Абрамович | |
---|---|
Тыуған көнө | 20 май 1929 (96 йәш) |
Тыуған урыны | Арциз, Бессарабия, Румыния |
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Эшмәкәрлеге | нефтехимия |
Наградалары һәм премиялары |
Абрамович Семён Шмилович (20 май 1929 йыл) — совет физигы һәм химигы, техник фәндәр кандидаты (1968). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974).
Биографияһы
Семён Шмилович Абрамович 1929 йылдың 20 майында көньяҡ Бессарабияның Арциз ҡалаһында тыуған. 1952 йылда Черновцы университетын тамамлаған.
Институтты тамамлағандан һуң, Өфө ғилми-тикшеренеү институтының (УфНИИ) Өфө нефть эшкәртеү бүлегендә эшләй, 1956—1996 йылдарҙа — Өфө ғилми-тикшеренеү институты базаһында ойошторолған нефть эшкәртеү буйынса Башҡорт ғилми-тикшеренеү институтында — БашНИИНП (1958 йылдан — лаборатория мөдире, 1967—1994 йылдарҙа — бүлек мөдире) эшләй.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — нефттән майҙар алыу технологиялары.
Хеҙмәттәре
Яҡынса 40 фәнни хеҙмәт һәм 39 уйлап табыу авторы .
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Һылтанмалар
- Башҡорт энциклопедияһы 2014 йылдың 2 февраль көнөндә архивланған.