Ҡуянтау

Ҡуянтау (рус. Куянтаево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1166 кеше[2]. Почта индексы — 453670, ОКАТО коды — 80206809002.

Исеменең килеп сығышы

Ҡуянтау (ҡуян+тау) тауы исеменән алынған[3].

Географик урыны

Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы Әселе йылғаһы буйында урынлашҡан[4]

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 14 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Бикеш): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 59 км

Тарихы

Совет осоронда, 1929 йылда, Баймаҡ баҡыр-иретеү заводының ярҙамсы хужалыҡ булараҡ ойошторола. 1959 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Тәжрибә-етештереү хужалығы (ОПХ)[5].

Бөгөнгөһө

Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. «Сударушки» урыҫ йыры халыҡ ансамбле, «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле ойошторолған[4]. Ҡуянтау ауылы ҡоролтайы булдырылған[6], уның сиктәрендә балалар ҡоролтайы эшләп килә. Ағинәйҙәр ойошмаһы йолаларҙы тергеҙеү маҡсатында төрлө саралар үткәрә: балаҫ һуғыу[7], башҡорт милли кейемен пропагандалау[8], «таҙа шишмә» акцияһында ҡатнашып, Нурлыбай, Шәһит шишмәләрен таҙартыуҙы ойошторҙо[9] һәм башҡа бик күп файҙалы эштәр. 2021 йылда Ҡуянтау мәктәбе «Иң яҡшы цифрлы мәктәп» конкурсында «Социаль селтәрҙәрҙәге иң яҡшы сәхифәле мәғариф ойошмаһы» номинацияһында еңеү яулаған. Ҡуянтау ауылы янында «Аҡъял» ипподромы бар[10], унда йыл һайын республика, төбәк-ара кимәлдәге ат спорты ярыштары үткәрелә[11].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август -
1926 йыл 17 декабрь -
1939 йыл 17 ғинуар 155
1959 йыл 15 ғинуар 625
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1186
1998 йыл 12 ғинуар 1018
2002 йыл 9 октябрь 994
2010 йыл 14 октябрь 933 448 485 48,0 52,0
Милли составы

Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бөрйән ырыуы башҡорттары (60 %) һәм урыҫтар (29 %) йәшәй[12].

Урамдар

  • Әселе урамы (рус.  Аселинская улица)
  • Баймаҡ урамы (рус.  Баймакская улица}})
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная улица)
  • Таулы урамы (рус.  Горная улица)
  • Лаборатория урамы (рус.  Лабораторная улица)
  • Болонло урам рус. Луговая улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная улица)
  • Беренсе Май урамы (рус.  Первомайская улица)
  • Юл буйы урамы (рус.  Придорожная улица)
  • Баҡса урамы (рус.  Садовая улица)
  • Ҡарлы урамы (рус.  Снежная улица)
  • Дала урамы (рус. Степная улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)
  • Юбилей урамы (рус.  Юбилейная улица)
  • Көньяҡ урамы (рус.  Южная улица)

[13]

Билдәле шәхестәр

Видеояҙмалар

YouTube сайтында Видео Ҡуянтау мәктәбе музейына экскурсия
«Сударушки» ансамбле

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Словарь топонимов Башкирской АССР

Тема буйынса өҫтәмә