Фәйзулла (Баймаҡ районы)

Фәйзулла (рус. Файзуллино) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы бөткән ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ауылда кеше йәшәмәгән[2]. Почта индексы — 453656, ОКАТО коды — 80206849005.

Тарихы

1707 йылда рәсми рәүештә теркәлгән. Бәхтегәрәй (Манһыр) ауылы кешеләре нигеҙ һалған. Башта йылға исеменән Шурале тип аталған[3].

Фәйзулла атамаһы 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы Фәйзулла Ильясов хөрмәтенә бирелгән. Бында шулай уҡ 3-сө Башҡорт полкы яугиры Фәйзулла Аҡтаев тә йәшәгән[3].

Төп шөғөлдәре — малсылыҡ һәм игенселек, өлөшләтә — алтын сығарыу.

1931 йылда Фәйзулла һәм Ғәле ауылы халҡы Чапаев исемендәге колхозға ойошалар. 1949 йылда әлеге колхозды Сталин исемендәге колхозға ҡушалар. 1957 йылдан алып — «Сибай» совхозы составында, 1997 йылдан «Сибай» АКХ-һына ингән[3]. Бөгөнгө көндә ауыл бөткән.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь - - -

Географик урыны

Шүрәле йылғаһы янында урынлашҡан[3].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 14 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Татлыбай): 24 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 17 км

Билдәле шәхестәре

Сығанаҡтар

  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар