Өмөтбай (Баймаҡ районы)
Ауыл | |||
Өмөтбай | |||
---|---|---|---|
53°07′47″ с. ш. 58°10′58″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Башҡортостан | ||
Муниципаль район | Баймаҡ районы | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | |||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 453666 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 206 810 006 | ||
ОКТМО коды | 80 606 410 116 | ||
|
Өмөтбай (рус. Уметбаево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 643 кеше[2].
Почта индексы — 453666, ОКАТО коды — 80206810006.
Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл исеме Өмөтбай антропонимынан алынған, йәғни йорт старшинаһы Өмөтбай Тәнәкәев хөрмәтенә ҡушылған[3].
Икенсе исеме — Кирәй.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һаҡмар йылғаһыһының ҡушылдығы Бүрелетамаҡ йылғаһы янында урынлашҡан[3].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 76 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Билал): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 115 км
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тораҡ пунктына 1813 йылда хәҙерге Әбйәлил районы Мәхмүт ауылынан 19 ғаилә урыҫ утары урынында Өмөтбай (Кирәй) ауылына нигеҙ һала, шулай уҡ ауылға Хәлил ауылынан Ҡанбулат Собханғолов һәм уның туғандары Сыңғыҙ һәм Ҡускилде, Таһир ауылынан Ҡусиштәр Күсәров күсеп килгән. Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусына ҡараған ауылдар XIX быуаттың беренсе яртыһында — 6-сы кантондың 13 һәм 14 йортона[4], икенсе яртыһынан — Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусына ингәндәр[3]. Йорт старшинаһы (башҡа мәғлүмәттәр буйынса йөҙбашы[4]) Өмөтбай Тәнәкәйев исемен йөрөтә[3].
1900 йылда 2 һыу тирмәне теркәлгән.
Совет осоро
Совет дәүерендә — Темәс улусына, 1930—1956 йылдарҙа Әбйәлил районы составына ингән. Ауыл халҡы араһында 1938 йылда Илеш районынан күсеп килгән 30 ғаиләнән ашыу кеше йәшәй.
Бөгөнгөһө
Ауыл халҡы Күгиҙел совхозының Өмөтбай бүлексәһендә иген, ит, һөт етештереү менән шөғөлләнгән (1991—2000). 2002 йылдың март айында ауыл халҡы, совхоздан бүленеп сығып, үҙаллы ауыл хужалығы артеле ойоштора[3]. Ауылда урта мәктәп (директоры Вәлимә Зәйнуллина), балалар баҡсаһы, китапхана, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет, шулай уҡ ике магазин. Мәсеттең беренсе имам-хатибы — Ҡотлогилдин Таштимер Фазлиәхмәт улы. Әлеге ваҡытта — Ноғоман Хибатуллин. Ауыл халҡы күпләп баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, мал аҫырай, һөт ризыҡтары, ит, йәйен емеш-еләкте баҙарға һатыуға сығара. Ир-егеттәрҙең ҡайһы берҙәре сит тарафтарҙа эшләй. Эшҡыуар Рәмзил Садыҡов ағас эше буйынса цех асҡан. Шул уҡ ваҡытта йәштәр яңы йорттар һала, балалар үҫтерә. Ауыл халҡы берҙәм, эшлекле, элекке йола буйынса өмәләп ҙур эштәр башҡара, 2020 йылда Һаҡмар йылғаһы аша күперҙе йүнәтте, зыяратты төҙөкләндерҙе[5]. Ағас эше буйынса эшҡыуар Рәмзил Садыҡов ауылда цех асып, ауылдаштарына һәм тирә-яҡ ауыл кешеләренә ҙур ярҙам күрһәтә[5]. Ауылда Ағинәйҙәр ойошмаһы (ҡоро) булдырылған. Ойошма (етәксеһе Әнүзә Мәжитова) ағзалары Миңлегөл Кужахметова, Асия Бүләкова, Зилә Масалимова, Сания Ҡотлогилдина,Земфира Зәйнуллина, Венера Ғүмәрова, Люциә Үтәбаева, Рәйсә Рәхматуллина. китапханасы Зилиә Ноғоманова менән берлектә бик фәһемле, йәштәр өсөн файҙалы саралар үткәрә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, милли аш-һыу серҙәренә өйрәтә өҫтөндә эшләй («Ҡатын ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы» кисәһе, 7 апрель 2022 йыл; «Сарыҡ тегә Өмөтбай ағинәйҙәре»[6] «Һаҡмар», 21 ДЕКАБРЬ 2021. Сарыҡ тегә Өмөтбай ағинәйҙәре). Өмөтбай мәктәбендә «Мираҫ» исемендәге эҙләнеү-тикшеренеү төркөмө (А. Мәжитов) ойошторолған, уҡыусылар ауыл янындағы ер-һыу атамаларын тикшерәләр һәм өйрәнәләр[7].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[8] | 2009[8] | 2010[9] |
570 | ↗643 | ↘535 |
1900 йылда — 403 кеше; 1920 — 621; 1939 — 423; 1959 — 425; 1989 — 515; 2002 — 570; 2010 — 535 кеше йәшәгән.
- Милли составы
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда башлыса ҡарағай ҡыпсаҡ ырыуы[10] башҡорттары (97 %) йәшәй[11].
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Топонимикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
— Әүлиә тауы (бейеклеге 656,5 м)[13]
— Әүлиә ҡәбере[7]
— Әүлиә күле[7]
— Өмөт менгиры[7]
— Һәүәнәк ташы[7]
— Һаҡмар йылғаһы[14]
— Ҡуһайел һырты
Ауыл активы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
— Зиннур Көмөшбаев — ауыл старостаһы;
— Рәфҡәт Дауытов — Ветерандар советы рәйесе;
— Әнүзә Хәжиәхмәт ҡыҙы Мәжитова — «Әүлиә» ағинәйҙәр ҡоро рәйесе, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе;
— Тимерғәле Рахматуллин, Зәлифә Мурзагилдина, Дилә Булякова — ауыл Советы депутаттары;
— Ғәзиз Садыҡов — Ир егеттәр ҡоро рәйесе
Ауылдың билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абдулла Сурағолов — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 14-се Башҡорт атлы полкының поход старшинаһы, подпоручик
- Зөлкәрнәев Ғ. Х. — Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, хирург, районда һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусыларҙы береһе
- Көмөшбаев Б. И. — район ауыл хужалығының күренекле белгесе һәм етәксеһе[3]
- Низамова Флүрә Усман ҡыҙы (1951) — Билал ауылында тыуған. Юғары категориялы уҡытыусы, хеҙмәт ветераны. «Әбйәлил батыры», «Ҡыҙыл буйы ҡыҙырым», «Күңел дәфтәре» китаптары авторы. Ҡол-Дәүләт исемендәге премия лауреаты[15]
- Мәжитов Айҙар Рәйес улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе;
- Хәлитов Дамир Мансур улы — Химик, ғалим. «Лукойл — Западная Сибирь» ААЙ-ндә Канада менән берлектә «Лук- Травис Кемикас» предприятиеһы технологы. Когалымнефтегаз ТПП-ның химреактивтар заводы генераль директоры. Рәсәйҙең атҡаҙанған химигы;
- Мәжитова Әнүзә Хәжиәхмәт ҡыҙы — «Әүлиә» ағинәйҙәр ҡоро рәйесе, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе; «Еңеү менән ҡайтты дандары» тигән китап һәм башҡа хикәйәләр авторы; «Йыл китапханасыһы»(2008; Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе» миҙалы (2019); «Йыл ағинәйе» (2020): өс тапҡыр ауыл Советы депутаты;
- Мәжитов Марсель Исмәғил улы — Ф.Ғәскәров исемендәге Башҡорт Дәүләт Академия бейеүҙәре ансамбле солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы. «Күгиҙел» бейеү ансамблен ойоштороусы. Бейеүсе иҫтәлегенә тыуған йортонда таҡтаташ асылған;
- Әхмәҙиев Мирғасим Минша улы — ауыл хужалығы белгесе, агроном-ойоштороусы, Темәс психионеврология интернаты директоры;
- Мәжитов Рәмил Исмәғил улы — мәҙәниәт хеҙмәткәре, бейеүсеЮ «Йәшлек» (Учалы), «Йондоҙ» (Һәүәнәк совхозы) ансамблдәре солисы.
«Күгиҙел» бейеү ансамбленең художество етәксеһе. тәүге «Байыҡ» бейеү конкурсында (Баймаҡ, 1997) 1 урын яулай;
- Ғүмәров Морат Аллабирҙе улы — ауыл хужалығы белгесе, бухгалтер, Билал ауыл советы рәйесе, "Һәүәнәк " совхозының директор урынбаҫары, бүлексә етәксеһе, Темәс сельпоһы рәйесе, "Күгиҙел " совхозының баш бухгалтере, баш иҡтисадсыһы.
- Мәжитов Фәнил Рәмил улы — спорт мастеры, Рәсәй чемпионы, Донъя, Европа призеры. Рәсәй йыйылма командаһы спортсыһы. Япония, Чехословакия, Германия һәм Рәсәйҙең күп ҡалаларында ярыштарҙа ҡатнаша. 200 грамм алтын менән бүләкләнә;
- Дауытов Рәфҡәт Ғәлимйән улы — ауыл хужалығы белгесе, баш зоотехник, бүлексә етәксеһе, ауыл советы рәйесе, профком ойошмаһы рәйесе. ВДНХ-ла ҡатнашыусы; ауыл сельсоветы депутаты, хеҙмәт ветераны, ветерандар советы рәйесе (информант Мәжитова Ә. Х.).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ 4,0 4,1 Мәхмүт ауылы сайты(сайт деревни Махмутово)
- ↑ 5,0 5,1 «Атайсал», 9 ИЮНЬ 2020. ҺАҠМАР АША БАҪМА ҺАЛДЫМ…
- ↑ [1]
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 «Йәшлек», 15 ҒИНУАР 2013. Тыуған ерем — алтын бишек
- ↑ 8,0 8,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ «Шоңҡар» журналы. 27 ФЕВРАЛЬ 2018. Беҙ үҙебеҙ — Таһирҙан
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
- ↑ Улицы
- ↑ Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы. Әүлия тауы. Информатор Әнүзә Мәжитова(недоступная ссылка)
- ↑ Баймаҡ районы Өмөтбай ауылының ете мөғжизәһе(недоступная ссылка)
- ↑ Башҡортостан ҡыҙы. 28 ДЕКАБРЬ 2020. Тауыҡ һурпаһы
Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
— Өмөтбай ауылы. Ауылдаштар. 2014 йыл
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Өмөтбай (Баймаҡ районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Словарь топонимов Башкирской АССР