Байҡара

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Байҡара
Нигеҙләү датаһы 1912
Дәүләт
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1940

Байҡара (рус.  Байкара) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районында ХIХ быуаттың икенсе яртыһында алтын-баҡыр мәғдәнен эшкәртеү сиктәрендә барлыҡҡа килгән ҡасаба. 1940-сы йылдар башында рудник ябыла[1].

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тел белгесе, топонимист М.Ғ. Усманова фаразлауынса, Байҡара атамаһы антропонимға һәм этнонимға ҡайтып ҡала. Байҡара этнонимы тыва ырыу-ҡәбилә төркөмөнә инә; уны билдәле ғалим Н. А. Аристов Урта Урҙа бүлексәләре араһында телгә ала. Шулай уҡ төркиҙәрҙә Байҡара исеме осрай. Мәҫәлән, Тунжер Байҡара — Төркиәлә йәшәгән профессор, Зәки Вәлидиҙең уҡыусыһы[2]. Байҡара төрки исеме булыуын тимуридтар династияһы хакимдары Байҡара Мирза һәм Хөсәйен Байҡара исемдәре лә дәлилләй.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Байҡара ҡасабаһы Ирәндек тауҙарының көньяҡ ҡырындағы киң соҡорҙарҙың береһендә урынлашҡан була. Район үҙәге Баймаҡ ҡалаһынан көньяҡҡа табан 19 км алыҫлыҡта ятҡан[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Октябрь революцияһына тиклем, 1912—1913 йылдарҙа, Көньяҡ Урал тау-сәнәғәт акционерҙар йәмғиәте Баймаҡ биләмәләрендә алтын һәм еҙ мәғдәндәрен эҙләү буйынса разведка эштәрен киң йәйелдерә[3]. Һөҙөмтәлә бындай ятҡылыҡтар күпләп табыла һәм тиҙ арала Таналыҡ үҙәнендә, Сибай, Ирәндек, Һаҡмар һәм Юлыҡ тирәһендә рудниктар асыла. Эште тиҙерәк яйға һалыу өсөн барыһы ла эшләнә: бөрйән ырыуы ерҙәрендә рудниктар барлыҡҡа килә, улар эргәһендә — ҡасабалар[3]. Совет осоронда бындағы эштәр тағы ла йәнләнә төшә, интенсив темптар менән алып барыла. Байҡара ҡасабаһында 1925 йылда 65 башҡорт хужалығы иҫәптә торһа, 1928 йылда — 206 кеше, 1939 йылда Тау Байҡараһында 732 кеше, Байҡара руднигы ҡасабаһында 702 кеше йәшәй. Байҡара руднигынан тыш, Баҡыртау, Семеновск, Йолалы рудниктарында ла бик күп кеше эшләй. ХХ быуаттың 40-сы йылдарында мәғдән ятҡылыҡтарында металдар ҡырҡа кәмей, һәм рудник ябыла[1].

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

— 1997 йылда Сибай дәүләт филармонияһында «Байҡара» төркөмө ойошторола. «Лилиә», «Дуҫтар булып ҡалайыҡ», «Изге һүрәт», «Табам әле», «Һылыуҡайым» йырҙары яңы төркөмдө халыҡҡа таныта. 1999 йылда «Байҡара» төркөмө Силәбе өлкәһендә үткән рок-фестивалдә ҡатнаша. Төркөмдөң тарихы оҙайлы булмай, төрлө сәбәптәр арҡаһында тарҡала[4]
— Баймаҡ ҡалаһында «Байҡара» магазины күп йылдар дауамында халыҡты хеҙмәтләндерҙе. Хәҙерге ваҡытта районда «Байҡара» агрофирмаһы бар[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с. Ред.составитель А. Багуманов. 114 бит>
  2. Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимии бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 199. — 272 стр. ISBN 5-295-01337-5
  3. 3,0 3,1 Байкара
  4. «Башҡортостан», «Байҡара»: улар — Баймаҡ таланттары!
  5. Күк Ирәндек армыттары аша(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Обзор месторождений золота на Урале.