Йомаш (Баймаҡ районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Йомаш
Йомаш
Административ-территориаль берәмек Йомаш ауыл советы, Йылайыр кантоны и Баймаҡ районы
Дәүләт
Почта индексы 453676
Урындағы телефон коды 34751
Уникальный номер ГАР a6b4b296-82e6-4454-a71c-fc19069546a2
Административ үҙәге Йомаш ауыл советы[1]
Рәсми атамаһы Йомаш
Халыҡ һаны
Код КЛАДР 0200600007500

Йомаш (рус. Юмашево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны кеше[3]. Почта индексы — 453676, ОКАТО коды — 80206807000.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға 1772 йылда нигеҙ һалына. Ни өсөн «Йомаш» тип аталыуы, уртаһынан аҡҡан йылғаға ни өсөн «Кеүәшле» тигән исем бирелеүе хаҡында ауыл ҡарттары, айырыуса тарих менән ҡыҙыҡһынған һәм төрлө яҙмалар ҡалдырған Сафиулла Иҫәновтың һөйләгәндәренән түбәндәге мәғлүмәттәр билдәле:

Йомаш — кеше исеме. Башҡорттар ырыуҙарға берләшеп йәшәгән осорҙа Урғаҙа йылғаһы буйында Арыҫлан исемле ҡарт көн иткән. Уның оло ҡатынынан Байыш, Йомаш, Ямаш исемле улдары булған. Йомаш менән Ямаш һунар итергә яратҡан. Шулай бер көндө, бүре ҡыуа торғас, улар бай тәбиғәтле, һоҡланғыс, мул һыулы йылға буйына килеп сыға. Был йылға Һаҡмар була. Йәй үтә. Ҡыш тыуып, тәүге ҡар яуғас та улар был матур туғайға тағы ла бүре ауларға килә. Көнө буйы йәнлек баҫтырып, Ямаштың аты бик арый. Шуға ул, аҙаҡ килеп алырбыҙ тип, арыған атын ҡалдырып, алмашҡа алған атын менеп, ҡайтып китә. Бер нисә көндән киләләр, әммә көслө буран сығып киткәс, атты таба алмай, бүре-маҙар ашағандыр инде тип, кире боролалар.

Йәй еткәс улар тағы ла шул туғайға киләләр, аптырап китәләр, теге аттары иҫән-һау, йылға буйында утлап йөрөй икән. Шунан ат ҡышлап сыҡҡан был ергә «Ҡышлауыр» тип исем бирәләр.

Һунарҙа йөрөгәндә улар хәҙерге Йомаш ауылы ултырған ерҙән дә үтәләр. Был ике һөҙәк тау араһынан аҡҡан йылға үҙәне була. Шуға иғтибар итәләр: йылға боролоп-боролоп аға һәм урыны-урыны менән ҡая-ташлы тауҙарҙы урай. Аҡҡан һыу тау итәгендә буран-елдән ышыҡланыуға уңайлы соҡорҙар, уйымдар хасил итә. Шул ҡыуыш урындарҙа улар үҙҙәре лә ел-ямғырҙан һаҡланып, ял итеп алыр булған. Бына шуға ла был йылғаны «Ҡыуышлы» тип атайҙар. Аҙаҡ уның исеме «Кеүәшле» булып китә.

Йомаш менән Ямаш ир ҡорона ингәс, аталарынан гүзәллеге менән үҙҙәрен әсир иткән ерҙәргә утар һалып йәшәргә рөхсәт һорайҙар. Аталары Арыҫлан риза була.

Ямаш аты ҡышлап сыҡҡан Ҡышлауыр йылғаһы буйын (хәҙерге 1-се Этҡол (Ямаш) ауылы, ә Йомаш Кеүәшле йылғаһы буйын һайлай. Байыш Урғаҙа йылғаһы буйында утарҙа хәҙерге Байым (Баймаҡ районы) ауылында атаһы, әсәһе менән йәшәп ҡала.

Бер заман батша хөкүмәте һалым йыйыуҙы еңелләштереү маҡсатынан бәләкәй утарҙарҙы берләштерергә бойора. Һаҡмар йылғаһы буйына урынлашҡан бер-нисә ауыл 102 өйҙән торған Йомаш ауылына берләшә. Был ауыл хәҙерге Һаҡмар йылғаһы буйында урынлаша. Әммә был ерҙәрҙе яҙын һыу баҫа, мал-тыуар өсөн уңай түгел тип Йомаш ҡарт ауыл аҡһаҡалдарын йыйып кәңәшләшә һәм ауылды Кеүәшле йылғаһы буйына күсерегә булалар. Тап ошо ерҙәрҙә 1772 йылда хәҙерге Йомаш ауылы барлыҡҡа килә.

Әммә Йомаш ҡарт артынан барыһы ла эйәрмәй. Бары тик 25 ғаилә генә күсенә. 19 ғаилә Ысмаҡай ҡартҡа эйәреп, Ысмаҡай ауылына нигеҙ һала. Улар араһында Тойғон һәм Ғәле исемле ике ҡаҙаҡ та була. 21 ғаилә һәм Ирмәк тигән ҡаҙаҡ Әптекәй исемле кешегә эйәрә һәм Әптекәй ауылы тыуа. Ишмырҙа ҡартҡа 15 ғаилә эйәреп, Ишмырҙа ауылын барлыҡҡа килтерәләр. Мырҙабулатҡа эйәргән 10 ғаилә шул исемдәге тағы бер ауылға нигеҙ һалалар. Шулай итеп оло Йомаш алты бәләкәй ауылға бүленә.

Ауылдағы аралар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт ауылдарында һәр кемдең ҡайҙан, ниндәй ырыу-аранан килеүен, ғөмүмән, һәр кемдең тарихи тамырҙарын юғалмаҫ өсөн төрлө ара ҡушаматтары менән атау ғәҙәте булған. Был бик боронғо халыҡ йолаһы тарихты онотмаҫҡа, һәр кемгә шәхси мөнәсәбәт булдырыуға, тимәк килешеп, татыу йәшәүгә булышҡан.

Йомаш ауылында бөгөнгө көндә лә төрлө-төрлө исемдәге аралар бар. Кемдәрҙер ҙур ғорурлыҡ менән, кемдәрҙер тыйнаҡ ҡына ҡабул итә был ара атамаларын. Мәҫәлән, Байыш ҡартҡа «мәсекәй» ҡушаматы үҙ ерен ташламай һаман бер ерҙә йәшәп ятҡаны өсөн бирелә. Байыш ҡарт Йомашҡа «мәсекәй» ҡушаматы менән килгәс, унан таралған тоҡомға ла йәбешеп ҡала был ара исеме. Йомаш ҡарт Байышты үҙ янына саҡырып алғас, ауылды ла ике бүлемгә бүләләр. Бер яғы — Йомаш, икенсе яғы — Байыш була. Сөнки бесәнлек, сәсеү ерҙәрен бүлеүе былай ҡулайыраҡ һанала.

Бөгөнгө көндә Йомашта тағы ла ҡалмыҡтар, бейәләйҙәр, көҙәндәр, түпәйҙәр, суҡмарҙар, сей ҡолаҡтар, ала ҡоштар, оҙон мылтыҡтар, таулылар тигән аралар көн итә. Һәр береһенең үҙ тарихы бар.

Йомаштың улдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йомаштың биш улы билдәле:

Йомаш
(?~1770)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ишкилде
(1758-?)
Йылгилде
(1765-?)
Майбырҙа
(1767-?)
ӘбешМөхәммәт
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
ҒәлеМөхәмәтхәрәмМәһәҙейМөхәмәтшаХажиәхмәтИсхаҡҒөбәйҙуллаҒибәҙәт


ХХ быуаттың 60-сы йылдарында Йомаштың иң оло ейәненә 69,иң кесеһенә 35 йәш булған. Уларҙың йәшенә ҡарағанда Йомаш ҡарт яҡынса 1770 йылға тиклем йәшәгән.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1006 490 516 48,7 51,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йомаш ауылы Баймаҡ районы.jpg
  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 32 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 72 км

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы (05.01.1944—18.03.2020), Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең танылған ғалимы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, иҡтисад һәм фәлсәфә фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышының 3 саҡырылыш Дәүләт Думаһының депутаты, Рәсәй шахмат федерацияһының ревизия комиссияһы рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһының Фәлсәфә институтының ғилми хеҙмәткәре.
  • Барлыбаев Әҙеһәм Әғзәм улы (30.8.1958), иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2006), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015)[4].
  • Ишемова Роза Ғакил ҡыҙы (1939) — башҡорт ғалимы һәм педагог-методисы. Педагогия фәндәре кандидаты (1988).
  • Сираева Әнүзә Рәмзин ҡыҙы (13 декабрь 1963 йыл)- уҡытыусы,Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре (2021 йыл).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]