Бикеш (Баймаҡ районы)
Ауыл | |||
Бикеш | |||
---|---|---|---|
52°44′22″ с. ш. 58°05′12″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Башҡортостан | ||
Муниципаль район | Баймаҡ районы | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | |||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 453671 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 206 809 001 | ||
ОКТМО коды | 80 606 409 101 | ||
ГКГН номеры | 0524577 | ||
|
Бикеш (рус. Бекешево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 816 кеше[2]. Почта индексы — 453671, ОКАТО коды — 80206809001.
Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бикеш антропонимынан алынған[3]
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һаҡмар йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан[4].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 25 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 70 км
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Утар булараҡ 1912 йылда нигеҙләнгән[5]. Күгәрсен районы Бекешево ауылынан урыҫ крәҫтиәндәре, биш ағалы-ҡустылы Юрчовтар[6] Яйыҡбай ауылы (Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы) башҡорттарынан ҡуртымға ерҙәр алып төпләнгән[7]. Улар артынан 1913 йылда Кишкин, Попов, Бородин, Степанов, Кильдишов ғаиләләре күсеп килә[6]. Совет осоро
Революциянан һуңғы йылдарҙа ауылда хәлле кешеләр йәшәй. Халыҡ төрлө һөнәрселек, ауыл хужалығы, баҡсасылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Һаҡмар йылғаһында үҙ тирмәндәре була[6]. 1920 йылда ауылда 77 йортта 416 кеше йәшәгән. 1939 йылда — 1078; 1959 йылда —1 225; 1989 йылда — 843; 2002 йыда —775; 2010 йылда 711 кеше теркәлгән[6]. Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы урыҫтар, башҡорттар йәшәй. Урта мәктәп, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. 1929 йылда крәҫтиәндәр «Красная Новь» ауыл хужалығы артелен ойошторалар[4], йәмғеһе 12 кеше яҙыла, улар араһында Феноген Федорович Разин, Артем Панкратьевич Бородин һәм башҡалар. Степанов М. К. рәйес итеп һайлана, ауыл Советы рәйесе итеп Рачков К. С. тәғәйенләнә[6]. 1931 йылда тағы ла бер артель — «Победа» — ойошторола. 1933 йылда ике артель Аҡморон утарындағы «Победа» колхозына ойоша. Колхоз рәйесе итеп Волков Степан Андреевич һайлана. Баҫыуҙа 100-гә яҡын кеше эшләгән. 1934—1935 йылдарҙа ауылға тәүге тракторҙар килә. Тракторға беренселәр булып Кутуков Василий Павлович, Хачин Петр Николаевич, Сальников Григорий Константинович, Рассадников Михаил Михайлович һәм Кирюхин Алексей Матвеевич ултыралар. 1936 йылда колхозға йөк машиналары, 1937 йылда комбайн бирелә, ул ваҡытта колхозда 12 ат һабаны һәм 70 тырма иҫәптә тора[6].
Колхоз рәйестәре[6]
Хачин П. Н. (1938), Толмачев Н. П., Артамонов С. Г., Горьков Л. К. (һуғыш ваҡытында), Волков Н. А., Кузнецов, Карсаков П. Д. (1956—1961), Чистилин Я. Ф., Повиряев А. И. (1960 г), Хасанов Х. З. (1962—1966), Надькин П. Н. (1966—1968), Карманов А. М. (1968—1973), Калашников Е. Ф. (1973—1975), Цыплаков В. П. (1975—1979), Артемьев К. П. (1979—1982), Пуликов Н. И. (1982—1990), Юдин В. П. (1990—1996), Пономарев В. А. (1996—2003), Ковалев С. С. (2003—2005), Романова Г. Н.(2005—2007), Шәрипов А. Б.(2007—2013), Байрамғолов С. Р. (2013 йылдан).
1932 йылдан алып бында колхоздарҙың машина-тракторҙарын ремонтлау өсөн МТС эшләп килә (1958 йылдан — РТС)[4]. 1961 йылда РТС «Сельхозтехника» итеп үҙгәртелә. 1986 йылда бер нисә реформанан һуң «Сельхозтехника» Баймаҡ агро-сәнәғәт берләшмәһенең ремонт-техник предприятиеһы (РТП) тип исемләнә башлай. 1960 йылда «Победа» колхозы «Ленин» колхозы (Таулыҡай ауылы) менән берләштерелә. 1966 йылда бикештәр «Ленин» колхозынан айырылып сығалар һәм «Рассвет» колхозын ойошторалар[4]. 1970—1980 йылдарҙа колхозда ҙур үҙгәрештәр була: яңы ике ҡатлы мәктәп, Һаҡмар йылғаһы аша тимер күпере төҙөлә, фермаға тиклем шоссе һалына[6].
Ауыл эргәһендә Бикеш ҡурғандары урынлашҡан.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 775 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 711 | 339 | 372 | 47,7 | 52,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда башлыса урыҫтар (68 %) һәм бөрйән ырыуы башҡорттары (27 %) йәшәй[8].
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Колхоз урамы (рус. Колхозная улица)
- Кооператив урамы (рус. Кооперативная улица)
- Беренсе Май урамы (рус. Первомайская улица)
- Таулы урамы (рус. Горная улица)
- Пономарев урамы (рус. Пономарева улица)
- Баҡсалы урамы (рус. Садовая улица
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица
- Дала урамы (рус. Степная улица
- Тракт урамы ( рус. Трактовая улица
- Үҙәк урамы {({lang-ru| Центральная улица}}
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гаврилова Зинаида Петровна (26.10.1948) — малсылыҡ ветераны, 1970—2008 йылдарҙа «Рассвет» хужалығы һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры
- Гаврилов П. С., Мещеряков С. И. — ордендар кавалерҙары[4].
- Ғарифуллин Рафил Хаҡмулла улы — Башҡортостан Республикаһының вице-премьеры[4], тышҡы бәйләнештәр министры
- Надькин Павел Николаевич (11 февраль 1911 йыл — 5 май 1996 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре. «Рассвет» колхозы рәйесе (1966—1970). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957)
- Пономарев В. А. — «Рассвет» колхозы рәйесе (1996—2003), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
- Иван Волков — Беренсе Бөтә Союз колхозсы-ударниктар съезы делегаты
- Пономарев Лукьян Васильевич — беренсе комсомолец, 1933 йылдың июлендә кулактар тарафынан үлтерелә
- Степанова Анна Федоровна — алдынғы һауынсы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры
- Ковалев Александр Николаевич — алдынғы комбайнсы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры
- Гаврилов Нил Егорович — алдынғы малсы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры
- Рассадников Александр Михайлович — шофер, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры
- Бородина Наталья Васильевна — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры
- Лукьянова Мария Петровна — Хеҙмәт даны ордены
- Пономарев Иван Федорович — тракторист, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры
- Романов Николай Николаевич — комбайнсы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры
- Ершова Ефросинья Ефимовна — һауынсы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының Юғары Советы деаутаты (1980)
- Гаврилова (Саблукова) Анна Сидоровна — ВДНХ (Мәскәү) ҡатнашыусыһы[6]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 6,8 Зайнуллина Альбина, научный рук. Зайнуллин М. Р. ИСТОРИЯ МОЕЙ ДЕРЕВНИ. С.БЕКЕШЕВО ИССЛЕДОВАТЕЛЬСКАЯ РАБОТА
- ↑ Бикеш (Баймаҡ районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Улицы
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5
- Бикеш (Баймаҡ районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Зайнуллина Альбина, научный рук. Зайнуллин М. Р. ИСТОРИЯ МОЕЙ ДЕРЕВНИ. С.БЕКЕШЕВО ИССЛЕДОВАТЕЛЬСКАЯ РАБОТА
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Словарь топонимов Башкирской АССР