Күгиҙел

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Күгиҙел
53°05′26″ с. ш. 58°17′13″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Баймаҡ районы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453666
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 206 810 007
ОКТМО коды 80 606 410 121

Күгиҙел (Рәсәй)
Күгиҙел
Күгиҙел (Башҡортостан Республикаһы)
Күгиҙел

Күгиҙел (рус. Кугидель) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 538 кеше[2]. Почта индексы — 453666, ОКАТО коды — 80206810007.

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға халыҡ һорауы буйынса яҡын тирәлә аҡҡан Күгиҙел йылғаһы (Һаҡмар йылғаһының һул ҡушылдығы, күк һәм иҙел һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән[3]) исеме бирелгән[4].

Суҡҡарағас тау йылғаһы буйында, Ирәндек һыртының битләүендә урынлашҡан[4].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 75 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Билал): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 98 км

Тораҡ пункты 1929 йылда[5] «Һәүәнәк ит совхозының» малсылыҡ фермаһы ойошторолоу сәбәпле барлыҡҡа килә. Тәүге осор ул «Һәүәнәк совхозының ферма ҡасабаһы» тип йөрөтөлгән. Һуңыраҡ Комсомол ауылы тип исемләнә башлаған, сөнки тәүге нигеҙ һалыусылар һәм төпләнеүселәр башлыса 1920—1930-сы йылдарҙағы комсомолдар һәм йәштәр була[4]. Шулай уҡ 1-се бүлексә, Билал точкаһы исемдәре аҫтында билдәле[5].

1990-сы йылдарҙың аҙаҡтарында, халыҡтың теләген иҫәпкә алып, ауылдың исеме яҡында аҡҡан йылға исеменән Күгиҙел тип үҙгәртелә.

2007 йылдың 10 сентябренә тиклем рәсми исеме Һәүәнәк совхозы фермаһы[6].

Ауылда балалар баҡсаһы, ауыл клубы, китапхана, мәсет бар[4]. Мәктәп уҡыусылары Билал ауылы мәктәбендә уҡыйҙар, уларҙы автобус менән йөрөтәләр. Шулай уҡ Билал фельдшер-акушерлыҡ пункты ла Күгиҙел ауылы халҡын хеҙмәтләндерә[7].

Билал ауылы мәҙәниәт йорто халыҡ араһында ҙур эш башҡара. Төрлө акциялар, байрамдар үткәрелә. «Осҡон» халыҡ бейеү ансамбле, «Ынйылар» фольклор ансамбле ойошторолған. Ҡатын-ҡыҙҙар советы эшләп килә. Күгиҙел ағинәйҙәре (етәксеһе Сания Манапова) өсөн махсус бүлмә бүленгән, улар ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тергеҙеү маҡсатында төрлө саралар үткәрә[8]. Күгиҙел ауылы 2021 йылда Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Сәләмәт ауыл» конкурсында ҡатнашты, уның сиктәрендә бик күп файҙалы саралар, байрамдар үткәрелде, шулар иҫәбендә ҡаҙ өмәһе[9].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 92
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 459
1999 йыл 12 ғинуар 571
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 411 218 193 53,0 47,0

Ауылда башлыса бөрйән ырыуы башҡорттары йәшәй. Ҡыпсаҡ, тамъян ырыуына ҡарағандар ҙа бар. Аралар: тарамыштар, торналар, игәүҙәр, ҡара ҡурғаштар[10]

— Күгиҙел ауылы янында боронғо ҡала-ҡәлғә ‒ Ханҡала (Һаңғала) урынлышҡан;[11]
— Суҡҡарағас йылғаһы;
— Күгиҙел йылғаһы;
— Ҡыҙылъяр йылғаһы;
— Мунсаҡ, Муллатау, Сейәлетау, Һанҡала, Йәрмәк, Һаҡтау, Аҡтүш, Сыбарат, Йәрмәт тауҙары;
— Суҡҡарағас ташы, Ҡоҙғонташ, Тарыуҙыташ (Дарыуташ), Тағанташ ҡаялары;
— Матурҡай шишмәһе;
— Ғәйзән ҡотоғо;
— Бабай һаҙы;
— Вәлимә баҫҡан;
— Ҡыҙыҡай түбәһе;
— Моңдо ҡотоҡ;
— Аҙнабикә ташы; Оһҡон ташы;
— Фельдшер кисеүе, Оло кисеү, Батырхан кисеүе;
— Ҡарағай һаҙ, Иштимер аҙашҡан урмандары;
— Шаҙағай юлы, Мәмелә юлы, Сәкәнтау юлы;
— Аҡҡуян буйы, Стан буйы, Матурҡай буйы, 33 (гектарына ҡарап ҡушылған), Ҡымыҙный, Ханҡала буйы, Вәлимә баҫҡан, Ханҡала аҫты, Мунсаҡ арты, 75 сабынлыҡ-бесәнлектәр;
— Большевиктар соҡоро (зыярат);
— Биреле һаҙ, Япар һаҙ[10].

  • Ирәндек урамы (рус. Ирандык улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная улица)
  • Мунсаҡ урамы (рус.  Мунсак улица)
  • Суҡҡарағас урамы (рус.  Суккарагас улица)
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная улица)

[12]

Ауылдың билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Яныбаев Рәдиф — [[Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы|Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы]][4]
  • Рәфис Сирусин — йырсы, «Юлдаш йыры» республика асыҡ конкурсы еңеүсеһе
  • Алмас Сирусин — йырсы.

Күгиҙел ауылы артистары башҡарыуында "Азамат"бейеүе

Баймаҡ районы Күгиҙел ауылынан 76 йәшлек Баһауитдинова Рәшиҙә Йәмлиха ҡыҙы

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. Словарь топонимов Башкирской АССР. 79 бит
  4. 1 2 3 4 5 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  5. 1 2 [Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5]
  6. Правительство Российской Федерации. Постановление от 10 сентября 2007 г. N 572
  7. Йәшлек. 25 ФЕВРАЛЬ 2019 Ҡолас йәйеп ҡаршы ала Билал…
  8. Һаҡмар. 19 ғинуар 2022. Күгиҙелдәр — сәләмәт тормош яҡлы
  9. Сайт министерства сельского хозяйства РБ. 21 ноябрь 2021. Ҡаҙ өмәһе үтте
  10. 1 2 Ғүмәров З. И., 11-се класс. Фәнни етәксеһе: Ғүмәрова З. Ф. БАЙМАҠ РАЙОНЫ КҮГИҘЕЛ АУЫЛЫНЫҢ ТОПОНИМДАРЫ
  11. Йәшлек. 15 ҒИНУАР 2013. Айҙар МӘЖИТОВ. Тыуған ерем — алтын бишек
  12. Улицы
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  • Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5
  • Словарь топонимов Башкирской АССР