Комсомол (Баймаҡ районы)

Комсомол (рус. Комсомол) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 268 кеше[2]. Почта индексы — 453653, ОКАТО коды — 80206813002.

Исеменең кмлеп сығышы

Ауыл исеме комсомол һүҙенән алынған[3]

Географик урыны

Урғаҙа йылғаһы янында урынлашҡан[4].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 56 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Урғаҙа): 11 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 73 км

Тарихы

1920 йылдарҙа утарға алпауыт Губарьков нигеҙ һалған, тәүге ваҡытта утар уның исемен йөрөткән. 1929 йылда Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы «Йылайыр» иген совхозының Комсомол бүлексәһе булараҡ ойошторола. 1930 йылдың 20 авгусынан 1933 йылдың 20 сентябренә тиклем Комсомол ауылы Башҡорт АССР-ының Баймаҡ-Таналыҡ районы Баймырҙа ауыл Советы составында була, артабан 1941 йылға тиклем Баймаҡ районы Баймырҙа ауыл Советы составында, 1941 йылдан алып 1993 йылдың 12 июленә тиклем — Башҡортостан республмкаһының Баймаҡ районы Йылайыр ауыл советы составында[5]. Деревня Комсомол в 1930—2013 йылдарҙа ауыл Комсомол бүлексәһе үҙәге була, 2013 йылдың 3 апреленән алып 2014 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы «Йылайыр совхозы» Яаплылығы сикләнгән компания составында[5]. Хәҙерге көндә ауыл Комсомол (Рәсәй федерацияһы Хөкүмәтенең 2008 йылдың 9 февралендәге ҡарар буйынса[5]) тип атала[4].

Бөгөнгөһө

Комсомол ауылы Баймаҡ районы Йылайыр ауыл советы составына инә. Ауылда башланғыс мәктәп бар. Ауыл эргәһенән Урғаҙа-Урал маршруты буйынса (Ырымбур өлкәһе кваркен өлкәһенә табан) юл үтә[5].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 107
1959 йыл 15 ғинуар 337
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 269
1999 йыл 12 ғинуар 310
2002 йыл 9 октябрь 273
2010 йыл 14 октябрь 222 102 120 45,9 54,1

Милли составы: 1989—147 урыҫ. 60 башҡорт; 1989—145 урыҫ, 90 башҡорт; 1999—133 урыҫ, 177 башҡорт.

Ауыл активы

— Йылайыр ауыл советы 8-cе округы (Октябрь, Комсомол, Покровка, Сосновка, Урал ауылдары буйынса) депутаттары — Ольга Федоровна Кузьминова, Рәшиҙә Хәдис ҡыҙы Раҡаева
— Ауыл старостаһы — Виктор Александрович Панкеев
— Башланғыс кластары уҡытыусыһы (2015 йылдың 15 мартынан) — Ольга Анатольевна Хачина
— Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире — Марина Геннадиевна Смирнова
— Комсомол ауылы мәҙәниәт йорто (Баймаҡ «Халыҡ ижады үҙәге» филиалы) мөдире — Кәримова Флүрә Хәкимйән ҡыҙы[5].

Ауылдың билдәле шәхестәре

  • Алиулов Р. Н. — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы;
  • Гордеева Л. А. — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы;
  • Корольков Н. С. — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы, чабан;
  • Корнева Н. Е. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы, комбайнер, һуыңана — сусҡа ҡараусысы;
  • Лаушкин И. Г. — механизатор, артабан — бүлексә управляющийы;
  • Седова А. И. — ВДНХ-ның Алтын миҙалы кавалеры, комбайнер, һуңынан — сусҡа ҡараусысы;
  • Филькин А. Е. — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы, механизатор[4]

Урамдары

  • Ветерандар урамы (рус.  Ветеранов улица
  • Йәшлек урамы (рус.  Молодежная улица)
  • Дала урамы (рус.  Степная улица )
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)

[6]

Видеояҙмалар

YouTube сайтында Видео Елисеева Зоя Николаевна, д. Комсомол Баймакского района (27.08.2020 г.)

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5 182 бит
  4. 1 2 3 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  5. 1 2 3 4 5 М. М. Маннапов. Деревня Комсомол (Комсомол ауылы)
  6. Улицы

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Словарь топонимов Башкирской АССР

Тема буйынса өҫтәмә