Әбделкәрим (Баймаҡ районы)

Әбделкәрим (рус. Абдулкаримово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. Әбделкәрим ауыл Советы үҙәге. 1786 йылда утар булараҡ нигеҙләнгән[2]. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 450 кеше[3]. Почта индексы — 453679, ОКАТО коды — 80206804001.

Исеменең килеп сығышы

Ауыл исеме ауылға нигеҙ һалыусы Әбделкәрим антропонимынан алынған[2].

Географик урыны

Район үҙәгенән көнбайыш-көнсығышҡа табан — 43 км һәм Сибай тимер юлы станцияһына тиклем 83 км алыҫлыҡта Һаҡмар (йылға)|Һаҡмар]] йылғаһы буйында урынлаш­ҡан[4].

Тарихы

Ауылға Ырымбур өйәҙе Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 йылдан алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған (уның улы Әбүбәкер Әбделкәримов билдәле). 1866 йылда 49 йортта 332 кеше йәшәгән. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ 7 һыу тирмәне теркәлгән. Ауыл Советының үҙәге (1956 йылға тиклем Матрай районы составында була)[4]. Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында, Оло Мағаш һәм Кесе Мағаш (Юлыҡ) йылғалары ҡойған ерҙә, урынлашҡан. Халҡы — башҡорт. 1786 йылда — утар, 1816 йылда 20 йортта 140 кеше йәшәй[2]. Халҡы малсылыҡ, ҙур булмаған майҙандарҙа — игенселек, солоҡсолоҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгән.

Совет осоро

1930 йылда крәҫтиәндәр «Ҡыҙыл Октябрь» колхозына берләшәләр[4]. 1956 йылда КПСС-тың XX съезы имесе тип үҙгәртелә. 1960 йылда колхоз тарҡатыла, уның базаһында Баймаҡ совхозының бүлексәһе ойошторола, һуңынан — ПСК «Баймакский»[5].

Бөгөнгө көнө

Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, ике фельд­шер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, ветеринария пункты, биш шәхси магазин, ике крәҫтиән (фермер) хужалығы, мәсет бар. Алғаҙы һәм Ҡыуат ауылдарынан балалар Әбделкәрим урта мәктәбенә уҡырға йөрөйҙәр, уларҙы дәрестәргә автобус менән алып киләләр. Балалар өсөн спорт майҙансығы төҙөлдө[6]. «Түңгәүер» фольклор ансамбле ойошторолған (етәкселәре — Кәримова Зәйнәб Сәхи ҡыҙы, Күҙәшева Фәриҙә Fилметдин ҡыҙы)[7].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 473 481 954
1920 йыл 26 август 374
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 240
1959 йыл 15 ғинуар 305
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 465
2002 йыл 9 октябрь 465
2010 йыл 14 октябрь 425 211 214 49,6 50,4

Халҡы: 1900 йылда — 218 кеше; 1920—374; 1939—240; 1959—305; 1989—465; 2002—465; 2010—425 кеше. ; Милли составы Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, түңгәүер ырыуы башҡорттары (100 %) йәшәй[8].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 43 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 83 км

Әбделкәрим ауылы топонимдары[9]

— Һаҡмар йылғаһы; Суҡташ тауы; Ҡабраҡай тауы; Һарытүбә тауы; Гәрәкәй тауы; Үркә үҙәге; Үркә үҙәге йылғаһы; Оло Юлыҡ йылғаһы; Сәғит тауы; Сәғит баҡсаһы; Сәғит тирәклеге; Ҡыҙылташ тауы; Сәүкәташ (ферма ятҡан урын); Мағаш тауы; Ысмаҡай тауы; Күспей тауы; Баҙар тауы; Үгеҙ үлгән ялан; Кәмәһалған тауы; Өйташ тауы; Өйташ мәмерйәһе; Питкүлгән; Өс тирәк (информаторы Ләлә Рафиҡова); Ҡалмаҡ ятҡан ер[10].

Урамдары

  • М.Булатов урамы (рус. М.Булатова улица)
  • Тау аҫты урамы (рус.  Подгорная улица)
  • Һаҡмар урамы (рус.  Сакмарская улица)
  • Х. Ғәбитов урамы (рус.  Х. Габитова улица)
  • Суҡташ урамы (рус.  Сукташа улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира улица)
  • Мағаш урамы (рус.  Магаша улица)

[11]

Билдәле шәхестәр[4]

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. 1 2 3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  4. 1 2 3 4 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  5. Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8. 55-56 стр.
  6. Иңдәрендә — халыҡ хәстәре
  7. С. Сурина. Түңгәүер моңо
  8. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
  9. Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы топонимдары
  10. 10 класс уҡыусыһы Моратова Лиза Етәксеһе: Мостаева В. А. Презентация на тему «Әбделкәрим ауылы һөйләше»
  11. Улицы

Хәтер

— 2021 йылдың 3 декабрендә Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағир, драматург, ғалим, Башҡорт Совет автономияһын төҙөүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе Хәбибулла Ғәбитовтың яҡты иҫтәлегенә арнап мәктәп бинаһына таҡтаташ ҡуйылды[1].

Тема буйынса өҫтәмә