Билал

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Билал
Административ-территориаль берәмек Билал ауыл советы
Дәүләт
Административ үҙәге Билал ауыл советы[1]
Почта индексы 453666
Уникальный номер ГАР 4e9b2787-224d-4926-8e78-676b3cd3c64b
Халыҡ һаны
Код КЛАДР 0200600005900

Билал (рус. Билялово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 651 кеше[3]. Почта индексы — 453666, ОКАТО коды — 80206810001.

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылдың исеме Билал антропонимынан алынған[4].

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ирәндек һыртының көнбайыш битендә Һаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 70 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 109 км[5].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл аҡһаҡалдары күрһәтеүенсә, ауылға 1755 йылда нигеҙ һалынған. Рәсми рәүештә 1795 йылда Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай-Ҡыпсаҡ (башҡа мәғлүмәттәргә ярашлы ҡара ҡыпсаҡ[4]) улусы составында телгә алына[5].

Атамаһы Таһир ауылынан килеп төпләнгән Билал исемле кешенән алынған, уның улдары — Төлкө, уның улдары Рәхмәтулла, Ирназар; Ирназарҙың балалары — Ҡастаран, Ғөзәйер, игеҙәктәр Байғунды һәм Иҙрис; Ҡастарандың улы — Юлмөхәмәт; Юлмөхәмәттең улдары — Хәмит, Мөхәмәтсафа, Ғәбит, Исхаҡ, Мөхәмәтвәли. Иҙристың улдары — Байегет, Әхмәт, Мөхәмәтвәли, Әбделмалбай. Билалдың кесе улы Мәмбәтсура (1774 йылғы), уның улы — Бикбай, ейәне — Әбделмәжит[6].

Билалдар 1812 йылғы Ватан һуғышында әүҙем ҡатнаша[6]: зауряд-хорунжий Мөхәмәтйән Алтынаманов, рядовойҙар Әбйәлил Алсынбаев, Байегет Иҙрисов, Мөхтәсар Дәүләткилдин, Йыһанша Ильясов, Әбсәләм Ҡадырғәлин, Алтынғужа Алтынаманов, Байбура Солтанғужин, Әбделмөкмин Төлкөбаев, Ҡотлозаман Ҡотлогилдин. Яугирҙар юғары хәрби наградалар менән бүләкләнә[5].

1864 йылдан Билал ауылында Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусының идаралығы урынлашҡан була[5].

1897 йылда ауылда урыҫ-башҡорт мәктәбе асыла, уның ойоштороусыһы — Билал Абдрахманов. Октябрь революцияһынан һуң ул Бөрйән-Түңгәүер кантревкомын етәкләй.

Совет осоро

1920 йылда Билал Абдрахманов кантондың башҡа етәкселәре менән бергә Поленов тарафынан атып үлтерелә. 1920-се йылдар аҙағында бында уҡытыусы булып Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева эшләй һәм Нурия һәм Мортаза Айытбаевтарҙа фатирҙа тора[7], ғалим-атомсы, Урал политехник ғилми-тикшерен институтының генеральный директоры Л. А. Зәйнуллин башланғыс мәктәптә уҡый[5].

1930 йылда административ райондарҙың биләмәләрен билдәләгән саҡта Билал ауылы һәм Билал ауыл Советы Әбйәлил районы составына инә.

1931 йылда бында «Һәүәнәк» совхозының малсылыҡ фермаһы булдырыла.

1990-сы йылдарҙың аҙағында һәм 2000-се йылдарҙың башында ҙур үҙгәрештәр була, Билалға тәбиғи газ үткәрелә, бында республика әһәмиәтендәге Өфө — Баймаҡ юлы һалына[5].

Бөгөнгө көнө

Билал ауылы тураһында республика һәм район гәзиттәрендә, интернет селтәрҙәрендә әленән-әле яҡшы хәбәрҙәр баҫылып тора. «Нисек йәшәйһең, йәш ғаилә?», «Сәскәле йорт — ауыл биҙәге», «Милләт сәңгелдәге янында ҡатын-ҡыҙ тора», «Китап бүләк ит» исемле акциялар районда тәүгеләрҙән үткәрелә. Шулай уҡ пандемия ваҡытында «Һеҙ китапханаға килмәһәгеҙ, китап һеҙгә бара» исемле акция үткәрелде, ирекмәндәр оло йәштәге ауылдаштарына китаптарҙы өйҙәренә алып барҙы[8]. Әлеге эштәрҙе башҡарыуҙа ауыл китапханаһы (китапханасы Райхана Булатова) күп көс һала. Бында «Бәйләргә лә, тегергә лә өйрәтә беҙҙе китап» тип исемләнгән түңәрәк эшләй, унда ҡорама ҡорорға ла өйрәнәләр, уҡыған китаптар буйынса әңгәмә лә ҡоралар[9]. 2001 йылда совхоз йорто мәсет өсөн бирелә, ауыл халҡы үҙ көсө менән бинаға реконструкция үткәрә. Мәсеттә халыҡ өсөн төрлө файҙалы саралар үткәрелеп тора. Иман йортонда ир-егеттәрҙең күп булыуы ҡыуандыра[10]. Ауылда урта дөйөм белем биреү мәктәбе база мәктәбе булараҡ билдәле, унда 153 уҡыусы белем ала, барлығы 17 уҡытыусы эшләй. Һәмән һәм Күгиҙел ауылдарынан уҡыусыларҙы ике автобус менән ташыйҙар (бөтәһе 72 бала). Билал мәктәбе районда алдынғылар рәтендә, йыш ҡына төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай, мәҫәлән, ике йыл рәттән «Иң яҡшы уҡыу-тәжрибә участкаһы» исемлегенә инә, 2018 йылда район буйынса үткән «Зеленый наряд школы» конкурсында ла еңеүсе була[10]. Балалар баҡсаһында 56 бала йөрөгән ике төркөм бар, бында ла эштәр йәнле ойошторола. Элекке участка дауахана бинаһында ауыл админстрацияһы һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлашҡан. Ауылда йәштәр күпләп яңы йорттар һала, халыҡ айыҡ, сәләмәт тормош алып барыу яҡлы. 2022 йылдың 26 мартында ауылда район саңғысылары ярышы уҙғарылды[11] Билалда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эш проблемаһы юҡ тиерлек, сөнки ике йыл элек «Колибри» тегеү цехы селтәренең (етәксеһе Ленара Вәхитова) филиалы асылған һәм ауылды 22 эш урыны менән тәьмин иткән. Умартасылыҡ һәм малсылыҡ — киң таралған тармаҡ. Халыҡ үҙ көсө менән мал көтөп, умарталар тотоп, артҡанын баҙар һатып, етеш тормошта йәшәргә тырыша[10].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 557 288 269 51,7 48,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауылда ҡара ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары йәшәй.

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • башҡ. Әүхәҙи Маликов (урамы) — рус.  Аухади Маликова (улица)
  • башҡ. З. Биишева (урамы) — рус.  З.Биишевой(улица)
  • башҡ. Кирам Мәхмүтов(урамы) — рус.  Кирама Махмутова (улица)
  • башҡ. Күгиҙел (урамы) — рус.  Кугидель (улица)
  • башҡ. Йәштәр (урамы) — рус.  Молодежная (улица)
  • башҡ. Күпер (урамы) — рус.  Мостовая (улица)
  • башҡ. Йәштәр (урам) — рус.  Молодежная (улица)
  • башҡ. Салауат Юлаев (урамы) — рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • башҡ. Һаҡмар (урамы) — рус.  Сакмар (улица)
  • башҡ. Туғай (урамы) — рус.  Тугая (улица)

[12]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  3. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  4. 4,0 4,1 [Усманова М. Г. Имя отчей земли. Bсторико лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5]
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  6. 6,0 6,1 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. [Зәйнәб Биишева беҙҙең хәтерҙә]
  8. Яңы акция старт алды
  9. Уңған Билал ҡыҙҙары!
  10. 10,0 10,1 10,2 Йәшлек. 25 ФЕВРАЛЬ 2019 Ҡолас йәйеп ҡаршы ала Билал…
  11. Атайсал. 26 МАРТ 2022. САҢҒЫСЫЛАР БИЛАЛҒА ЙЫЙЫЛДЫ
  12. Улицы
  13. Bashkortostan-kizi.jpg28 ДЕКАБРЬ 2020. Тауыҡ һурпаһы

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]