Абдулла Сурағолов

Абдулла Сурағолов (Ғабдулла Сурағол улы Яугилдин; рус. Сурагулов Абдулла1773 йылдың, Ырымбур губернаһы1845 йылдың, Баймаҡ районы) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 14-се Башҡорт атлы полкының поход старшинаһы, подпоручик.

Биографияһы

Абдулла Сурағолов (Ғабдулла Сурағол улы Яугилдин) 1773 йылда Ырымбур губернаһы Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы Таһир ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Үрге Таһир ауылында) тыуған. Төрки телендә уҡый-яҙа белгән[1].

1812 йылда Ватан һуғышы башланғас, Верхнеурал өйәҙендә 6-сы кантон башҡорттарынан 14-се Башҡорт атлы полкы ойошторола. Был полк составында 1812 йылдың сентябренән 1814 йылдың декабренә ҡәҙәр поход старшинаһы Абдулла Сурағолов полк командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[1].

1812 йылдың 8 октябрендә 14-се Башҡорт полкы Һаҡмар үҙәненән ҡуҙғала һәм Һамар ҡалаһы аша үтеп Түбәнге Новгородҡа килеп етә. 1813 йылдың ғинуарында Волынь губернаһына йүнәлә, ә шул уҡ йылдың майында Варшава герцоглығына барып етә. 1813 йылдың 26 сентябрендә полк Гисгибень ауылы, 27 сентябрҙә — Дона, 29 сентябрҙә һәм 1 октябрҙә — Плауден ауылы янындағы алыштарҙа һуғыша[1].

1813 йылдың 6 һәм 7 октябрендәә Лейпциг янындағы "Халыҡтар һуғышы"нда ҡатнаша. Бында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1813 йылдың 31 октябрендә Абдулла Сурағолов 14-се класс чинын ала, һуңыраҡ IV дәрәжәләге ике Изге Анна ордены менән бүләкләнә[1][2].

1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы "Халыҡтар һуғышы"нда ҡатнашҡан 1-се, 4-се һәм 5-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә. 30 һәм 31 октябрҙәге Дрезден өсөн хәл иткес алыштарҙа бигерәк тә 14-се һәм 4-се Башҡорт полктары ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә[3].

1813 йылдың ноябрендә 14-се Башҡорт полкы Магдебургты блокадалауҙа ҡатнаша, ә шул уҡ йылдың декабрендә Кёльн ҡалаһына барып етә[4].

1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 14-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота. 1821 йылға ҡарай подпоручик званиеһын ала[1].

1834 һәм 1845 араһында Абдулла Сурағолов ғаиләһе менән Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Билал ауылына күсә һәм бында 1845 йылда 72 йәшендә вафат була[1].

Бүләктәре

Ғаиләһе

Ҡатындары — Итбикә һәм Зөләйха; улдары — Мөхәмәтәмин, Әбүбәкир, Ғүмәр, Әхмәтйән, Әхмәтшаһ; ҡыҙҙары — Гөлъямал һәм Сюрюмаш[1].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт