Әсфәтуллин Салауат Ғәзим улы
Салауат Ғәзим улы Әсфәтуллин (рус. Асфатуллин Салават Газимович, 1952 йылдың 21 июне, Талбазы, Башҡорт АССР-ы) — 1988 йылдан Калуга өлкәһендә йәшәп, рус телендә ижад итеүсе журналист һәм яҙыусы. Рәсәй Федерацияһының Журналистар (1998) һәм Яҙыусылар (2007) союздары ағзаһы. Калуга өлкәһенең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002).
Биографияһы
Салауат Ғәзим улы Әсфәтуллин 1952 йылдың 21 июнендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Талбазы ауылында тыуған.
Стәрлетамаҡта юғары мәктәпте тамамлаған, өс юғары белем ала: техник, сәйәси һәм иҡтисади. СССР Нефть һәм газ төҙөлөшө министрлығының «Востокнефтепроводстрой» союз тресында, Башҡорт АССР-ының Госстройында, «Башмелиоводстрой» махсус тресында, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советында эшләй.
1988 йылда комсомол заданиеһы буйынса Калуга өлкәһенә Ҡара Ер булмаған төбәктә өҫтөнлөклө төҙөлөш проекттары өҫтөндә эшләргә ебәрелә. Өлкә агросәнәғәт комитетында һәм «Мострансгаз» предприятиеһының Калуга УГС-ында эшләй.
1994—1996 йылдарҙағы иң яҡшы архитектура эштәренең Бөтә Рәсәй «Зодчество-96» конкурсында ул Калуга ҡалаһында «Газэнергобанк» төҙөлөшө өсөн Рәсәй Архитекторҙар союзының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән[1].
«Российская Федерация сегодня» журналының Калуга өлкәһе буйынса хәбәрсеһе. 230-ға яҡын публикация авторы; С. Ю. Куняев, М. Кәрим һәм башҡа шәхестәргә арналған әҙәби портреттар, очерктар менән билдәле. Элегерәк киң таралмаған документтар һәм карталарға нигеҙләнеп яҙылған «1812 йылғы Ватан һуғышында төньяҡ амурҙары» (“Северные амуры в Отечественной войне 1812 года”, 2000) китабы һәм башҡа хеҙмәттәр авторы.
Һылтанмалар
- Әсфәтуллин Салауат Ғәзим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 июнь 2021)
- Литературная карта Республики Башкортостан: Салават Газимович Асфатуллин
- Сабир Шәрипов. Калугала йәшәй ҡәләмдәш // Ағиҙел : журнал.
- Ватан тыуған ерҙән башлана. — 27.06.2012.
- Р. Бардыбаева. «Һәр эшкә лә ижади ҡарашығыҙ булһын», - ти Салауат Ғәзим улы Әсфәтуллин // Аургазы хэбэрчесе : гәзит. — 28.06.2015.
- ↑ Асфатуллин Салават Газимович. Калужское городское местное отделение Союза журналистов России (2 апрель 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025.