Крепостной Йылайыр

Крепостной Йылайыр (рус. Крепостной Зилаир) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 157 кеше[2]. Почта индексы — 453677, ОКАТО коды — 80206828004.

Тарихы

XVIII быуаттың 50-се йылдарында ҡарауыл нығытмаһы булараҡ Ырымбур — Верхнеурал Ям юлындағы Урман Йылайыры — Темәс участкаһында һәм Преображенск һәм Кананикольск баҡыр иретеү заводтарын һаҡлау өсөн төҙөлгән[3].

thum

Атамаһы йылға һәм унда төҙөлгән нығытма исеменән алынған.

1931 йылда бында Түбә һәм Бүребай мәғдән идаралыҡтары өсөн нығытыу ағасын, пиломатериалдар әҙерләү өсөн урман участкаһы булдырыла[4].

1947 йылда Крепостной Йылайыр участкаһында ҡалыҡ ҡулланыу тауарҙарын (мебель, арбалар, тәгәрмәстәр, ҡумталар, тәпәндәр) етештереү өсөн Башҡорт АССР-ының урындағы сәнәғәт министрлығының Баймаҡ сәнәғәт артеле (промартель) ойошторола.

1968 йылда сәнәғәт артеле нигеҙендә Башҡорт АССР-ының еңел сәнәғәте министрлығының Баймаҡ урман сәнәғәт хужалығы (леспромхоз) ойошторола. 1996 йылда ағас материалдарын әҙерләү буйынса Баймаҡ машзаводының цехы асыла[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 142 66 76 46,5 53,5

Географик урыны

Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы Йылайыр йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан[4].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 56 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ишбирҙе): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 97 км

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  4. 1 2 3 Сельские советы
  5. Башҡорт энциклопедияһы — Баскаков Анатолий Михайлович 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2019)

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар