Преображенск заводы

Преображенск заводы (рус. Преображенский завод) — Ырымбур губернаһының баҡыр иретеү заводы, Рәсәй эшҡыуарҙары И. Б. Твердышев һәм И. С. Мясников тарафынан 1748 йылда Урал йылғаһына ҡойоусы Һаҡмарҙың ҡушылдығы Урман-Йылайыр йылғаһы буйында төҙөлгән. Урал заводтарының иң көньяҡта урынлашҡаны[1]. Предприятие бер нисә тапҡыр хужаларын алмаштыра, 1908 йылда тулыһынса ябыла[2].

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекты. Завод төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән, «сәнәғәт архитектураһы ҡомартҡыһы» тип танылған һәм дәүләт һаҡлауына ҡабул ителгән[2].

Тарихы

Преображенск (Йылайыр) баҡыр иретеү заводын төҙөүгә ғариза Сембер сауҙагәрҙәре И. С. Мясников һәм И. Б. Твердышев тарафынан 1748 йылдың яҙында бирелә. Бер нисә йыл дауамында улар Ырымбур губернаһында дүрт баҡыр иретеү заводы: 1748 йылда — Преображенск заводын; 1752 йылдаСтәрлетамаҡтан төньяҡ-көнсығышҡа табан 55 километр алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы Усолка йылғаһы буйында Богоявленск заводын; шул уҡ 1752 йылда — Өфөнән көньяҡ-көнсығышҡа табан 75 километр алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы Аҡ-Улын йылғаһында Архангельск заводын; 1759 йылда Стәрлетамаҡтан көньяҡ-көнсығышҡа табан 50 километр алыҫлыҡта Тор йылғаһы буйында Верхотор заводын төҙөй. 1767 йылда И. Б. Твердышев 1755 йылда генерал-фельдмаршал граф А. И. Шувалов тарафынан Һаҡмар ҡушылдығы Ыҡ йылғаһы буйында, Стәрлетамаҡтан көньяҡ-көнсығышҡа табан 100 километр алыҫлыҡта төҙөлгән Покров баҡыр иретеү заводын һатып ала[3]. И. С. Мясников һәм И. Б. Твердышев төбәктә бөтәһе туғыҙ баҡыр иретеү һәм һигеҙ тимер етештереү заводы төҙөй[4].

17501770 йылдарҙа Мясников һәм Твердышев Көньяҡ Уралда иң ҙур металлургия комплексына нигеҙ һала, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, ул 15 баҡыр иретеү, суйын һәм тимер етештереү заводтарын үҙ эсенә ала. Уларҙың барыһы ла хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре территорияһында урынлаша[4].

Төҙөлөшө һәм эшмәкәрлеге башланыуы

Преображенск заводына 1748 йылдың 19 авгусында православ байрамы Преображение господне көнөндә нигеҙ һалына[2]. Төҙөлгән урыны — Йылайыр (ул ваҡытта-Урман-Йылайыр) йылғаһы[5]. И. Б. Твердышев яҙыуынса, «яңы баҡыр иретеү заводы төҙөү өсөн Урман-Йылайыр йылғаһында уңайлы урын эҙләп таптым». 1748 йылдың 31 июлендә «ул эштәрҙә билдәле һәм һыналған кешегә» — Твердышевҡа төҙөлөш рөхсәт ителә. Заводсылар ерҙәрҙе Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ һәм Үҫәргән улустары башҡорттарынан ҡуртымға ала[5].

Алты баҡыр иретеү мейесе булған предприятие, уны бейек таш ҡаялар уратып алғанлыҡтан, яһалма ҡойма талап итмәй. Тикшеренеүселәр билдәләүенсә, Твердышевтар менән Мясников үҙҙәренең башҡа заводтарын башнялы һәм пушкалы ҡәлғәләргә әйләндерә[5].

Баҡыр иретеү заводтары хужалары булған сауҙагәрҙәргә ауылдарҙан крепостной крәҫтиәндәрҙе һатып алырға һәм заводтарға күсерергә рөхсәт ителә: «һәр мең ботҡа баҡыр иретеүҙән сығып, 50-шәр йорт йәки 200 ир-ат»[3]. Преображенск заводында эшләү өсөн Твердышев һәм Мясников 130-ға яҡын крепостной крәҫтиән ихатаһын һатып ала. Был крәҫтиәндәрҙең бер өлөшө, завод һөнәрҙәренә уҡытылып, мастер һәм эшселәр һанын тулыландырһа, ҡалғандары башлыса мәғдән сығарыуҙа һәм ташыуҙа, урман ҡырҡыуҙа, күмер яндырыуҙа, шулай уҡ күп көс талап иткән һәм түбән хаҡ түләнгән башҡа эштәрҙә файҙаланыла[4].

1750 йылдың 18 сентябрендә баҡыр беренсе тапҡыр иретелә. Мәғдәнде башлыса Ҡарғалы баҡыр рудниктарынан алып киләләр. Ул унда баҡырлы ҡомташ рәүешендә була. Заводта был металл сығарыуҙың дымлы ысулы индерелә, пар машиналары ҡуйыла[6]. Ташыуға уңайлы булһын өсөн баҡырҙы ҙур киҫәк (штык) рәүешендә сығаралар. Әҙер продукция аттарҙа заводтан 100 км алыҫлыҡтағы Ағиҙел йылғаһы буйындағы Бөгөлсән ауылы пристаненә алып баралар, унан һыу юлы менән илдең үҙәк өлөшөнә оҙаталар[7]. Рәсми сығанаҡтарға ярашлы, заводтың эшмәкәрлек дәүерендә 992,6 мең бот баҡыр иретелә. Ул Екатеринбург, Аннин, Санкт-Петербург тәңкә аҡса һуғыу йорттарына алып кителә[2].

undefined

XVIII быуат аҙағында заводҡа яҡынса 105 мең дисәтинә ер ҡарай, 92 руднигынан 12-һе эшләй; 6 баҡыр иретеү мейесе, 4 шплейзофен һәм 3 йәмшәйтеү горны, 1870 йылдарҙа 11 баҡыр иретеү мейесе, гармахер, шплейзофен һәм штык горндары, 2 сүкеше, пар машиналары була. Заводта XVIII быуат аҙағында — 726, XIX быуат уртаһында 2371 крепостной крәҫтиән иҫәпләнә. XVIII быуатта — 300,6 мең бот, эшләү дәүерендә 992,6 мең бот баҡыр иретелә, максималь етештереүсәнлек — 17,9 мең бот (1855), йылына уртаса етештереүсәнлек 14,3 мең бот тәшкил итә (XVIII быуат)[8].

Завод Пугачёв ихтилалы ваҡытында

Пугачёв болаһы ваҡытында завод эшләй. Предприятие бинаһы имән ишектәргә бикләнә, тәҙрә уйымдарына тимер рәшәткәләр ҡуйыла. Ҡыйыҡ периметры буйлап пушкалар ултыртыла, хәүефле мәлдәрҙә эшселәр уларҙы ҡулланыуға әҙер тора[2].

Преображенск заводы ауылы халҡы 1773 йылдың октябрендә Пугачёв ихтилалына ҡушыла һәм 1774 йылдың апрель башына тиклем ауылды үҙ ҡулында тота[9]. Эшселәрҙең бер өлөшө, цехтарҙа пушка көбәктәре ҡойоуҙы ойошторорға тырышып, баш күтәреүселәргә ҡушыла[7]. Бер йылдан һуң, китеп барғанда, баш күтәреүселәр заводты яндыра, ҡорамалдарҙы сафтан сығара. Улар хужалыҡ йортон яндыра, утты ел бөтә ауылға тарата, завод кассаһы талана, тыныс халыҡ араһында ла ҡорбандар була. Төҙәтеү эштәре ике йылдан ашыу дауам итә һәм 1776 йылдың көҙөндә генә завод продукция сығарыуҙы тергеҙә[10][11]

Хужалары

1782 йылда предприятие Т. Я. һәм Г. И. Бибиковтарға, 1783 йылда Ырымбурҙың билдәле гражданы Д. К. Крашенинниковҡа күсә. 1789 йылда Мәскәүҙең билдәле гражданы П. М. Гусятников хужа була. 1867 йылдан Преображенск заводы менән дворяндар опекаһы, 1870 йылдан — «Прогден, Леббок һәм к°» идара итә. 1871 йылдан —мөлкәтенең төп өлөшө инглиз парламенты ағзалары Александр Брогден һәм В. Ланкастерҙа булған Русская медь йәмғиәте, 1884 йылдан — В. Н. Охотников, ә 1890 йылдан — Пашковтар заводҡа хужа була. Предприятие Преображенск тау округына ҡарай[7].

1867—1872 һәм 1880—1906 йылдарҙа Преображенск заводы эшләмәй. 1908 йылда эшмәкәрлеген тулыһынса туҡтата[2][7].

Хәҙерге ваҡытта тарихи әһәмиәткә эйә булған оҫтахана биналары архитектура ҡомартҡыһы итеп иғлан ителгән[8], әммә унда башлыса емереклектәр генә[7].

Элекке завод ҡасабаһы урынында Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районының Йылайыр ауылы (район үҙәге) урынлашҡан[8].

Иҫкәрмәләр

  1. Книга:Металлургические заводы Урала|с=391.
  2. 1 2 3 4 5 6 Сказание о старом заводе. 20 февраль 2025 тикшерелгән.
  3. 1 2 «Здесь будет заложен завод…». Из истории Воскресенского медеплавильного завода — Библиографу.ру (билдәһеҙ). bibliografu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2025.
  4. 1 2 3 Население заводов Твердышевых и Мясниковых на Южном Урале. cyberleninka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2025.
  5. 1 2 3 «Народное интервью» с зилаирским историком-краеведом Г.А.Шарановым. 19 февраль 2025 тикшерелгән.
  6. Русская медь, компания. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2025.
  7. 1 2 3 4 5 Преображенский (Зилаирский) медеплавильный завод. zilselsovet.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2025.
  8. 1 2 3 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. С. Н. Ҡолбахтин. ПРЕОБРАЖЕНСК ЗАВОДЫ, Йылайыр заводы  (Тикшерелеү көнө: 19 март 2025)
  9. Об этом упоминал А. С. Пушкин в подготовке к «Истории Пугачева», Пушкин. Т.IX. С.779, 780, 785
  10. Павленко Н. И.: История металлургии в России XVIII века|с=240—241
  11. Андрущенко А. И. Крестьянская война 1773—1775 гг. на Яике, в Приуралье, на Урале и в Сибири. М., 1969. С.328, 329.