Башня
Башня — башҡаларҙан үҙенең бейеклеге һәм нигеҙенең ҙурлығы буйынса айырылыусы архитектура ҡоролмаһы.[1] Бейеклеге горизонталь үлсәмдәренән (фундаментының диаметры, нигеҙенең яҡтарынан) күпкә ҙурыраҡ булған инженер ҡоролмалары.
Тәғәйенләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фасмер һүҙлегенең этимологияһына ярашлы, «башня» һүҙе урыҫ теленә итальян теленән (итал. bastia — «бастион, нығытма») көнбайыш славян телдәре менән яраштырып (пол. baszta, чех bašta), славян суффиксы [-nja]ны ҡушыуҙан барлыҡҡа килгән. Тәүҙә Нестор Искәндәр XVI быуатта «башта» һүҙен ҡулланған [2]. Ласковский буйынса[3], «башня» һүҙе беренсе тапҡыр XVI быуатта кенәз Курбский яҙмаларында осрай; уға тиклем башня һүҙенең мәғәнәһендә — «вежа», «столп», «костерь» һәм «стрельница» һүҙҙәрен ҡулланғандар[4]. Башнялар күпселектә һаҡ аҫтына алыныусыларҙы тотоу урыны булып хеҙмәт иткәндәр, ошонан сығып, ҡайһы бер тикшеренеүселәр урыҫ телендә «төрмә» һүҙе килеп сыҡҡан (нем. Turm — «башня»)ти[5]. Ләкин был фараз шик тыуҙыра, «төрмә» һүҙе урыҫ теленә төрки телдәрҙән үҙгәртеүһеҙ ингән бик күп һүҙҙәр рәтендә тора тип иҫәпләүселәр фекере ышандырырлыҡ дәлилдәр менән раҫлана.
Яҙыусы һәм тәржемәсе А. Ф. Рихтер (XVIII быуат) «Исследования о влиянии монголо-татар на Россию» тигән китабында «башня» һүҙе урыҫ теленә төрки телдәрҙән ингән ти[6]. Ҡайһы бер тел белгестәре фекеренсә «башня», «башка» һүҙҙәре төрки телдәрҙәге баш —ҡа («голова», «вверх», «вершина») ня суффиксы өҫтәп яһалған[7][8]. Урыҫ телендә «башня» һүҙенән тыш 23 һүҙ баш һүҙе менән башлана, улар барыһы ла төрки телдән ингән: башка, башкир, башмаҡ, башлыҡ, баштан, башнер һ.б.[9]. Төрки телдәрҙә «башня» һүҙе: куле (төрөксә), ҡала (әзербайжанса), минора (үзбәксә).
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Архитектурала башняларҙың барлыҡҡа килеү ваҡытын билдәүе ауыр. Башня торлаҡтың тәүге формаларының береһе була, ул өй йәки тәүтормош йортонан һуң барлыҡҡа килә. Торлаҡ башнялар төҙөү дошмандарҙан һәм ҡырағай хайуандарҙан һаҡланыу кәрәклеге бәйле булған. Башняға оҡшаш иң боронғо ҡоролма (бейеклеге 8,5 м) археологтар тарафынан керамикаға тиклемге А неолитының Иерихон ҡалаһында (беҙҙең эраға тиклем 8400—7300 йылдар) табыла.
Башнялар төҙөүҙең боронғолоғо күп боронғо архитектураларҙа башняларҙың булыуы, башняларҙың мәҙәниәттә, мифологияла һәм диндә роле менән раҫлана. Әйтәйек, «Башланмыш китабы»ның (Книга бытия) беренсе битендә билдәле «Вавилон башняһы» төҙөү тураһында һөйләй.
Башнялар төрлө формалағы балсыҡтан, ағастан, таштан һәм тимерҙән төҙөлгән: түңәрәк, полигональ һәм дүртмөйөшлө ҡыйыҡ йәки тештәр (ҡалҡан, зубцы) менән уратып алынған платформа менән тамамланған.
Башнялар XIX быуатҡа тиклем төрлө халыҡтарҙың хәрби ҡала архитектураһында ҙур роль уйнай.
Антик донъя[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мысыр һәм Вавилон-Ассирия ҡәлғәләрендәге башняларҙың иң боронғо өлгөләре күп һанлы һүрәттәрҙән билдәле. Формаһы буйынса тура мөйөшлө булғандар, унда аралы «теш» рәүешендәге урындар ҡалдырғандар һәм ҡайһы берҙә бик ҙур итеп төҙөгәндәр. Гректар һәм римдәр шулай уҡ дүрт мөйөшлө ҙур башнялар менән ҡәлғәләрен нығытҡан. Римдәр шулай уҡ ҡамау ваҡытында бер нисә ҡаттан торған ағас ҡамау башняларын ҡуллана, улар уттан һаҡланыу өсөн еүешләтелгән күн менән ҡапланған була. Төбөнә «рам» урынлаштырыла, уны ҡамаусылар стенаның нигеҙен йырып сығырға маташа, ә өҫтә һалдаттар ҡәлғә һаҡсылары менән һуғыша һәм ҡайһы берҙә ҡул һуғышы өсөн стенаға менеп китә.
Урта быуаттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ислам архитектураһында һәм Рәсәйҙә ҡәлғә башнялары Византия империяһы архитектураһынан алынған. Урта быуаттарҙа ҙур таш ҡорамдар ҡала диуарҙарын емереп ингән дошман һөжүменән һаҡлай алғанлыҡтан, ғибәҙәтхана бинаһына терәп бер йәки бер нисә башня төҙөлгән, улар хәрби маҡсаттарҙа һәм күҙәтеү башнялары сифатында ҡулланылған.[10]. Был башняларҙағы ҡыңғырауҙар кешеләрҙе сиркәүгә ғибәҙәткә саҡырған, йәки халыҡҡа ҡурҡыныс хәл тураһында хәбәр иткән (янғын, һуғыш һ.б.)[11].
Урта быуатта Европала нығытылған ҡала һәм замок башнялары ҡәлғә диуарҙарын һаҡлауҙы яҡшырта. Диуар яҫылығынан алға сығып, улар дошманға алғы яҡтан ғына түгел, ҡырыйҙан да да ут асырға мөмкинлек бирә. Шуға күрә башнялар , әгәр стенаның оҙонлоғо уҡ диапазонынан артып китһә (яҡынса 150 ҡалҡан), ҡәлғә мөйөштәренә һәм уртаға эшләнә. Башнялар, ҡағиҙә булараҡ, ҡала диуарының бейеклегенән күпкә бейегерәк була һәм бер нисә ҡаттан тора. Урта ҡаттар кимәлендә «стрельницы» йәки «бойницы» — йәшенеп атыу өсөн тар тишектәр ҡалдырыла.
Бынан тыш, башняларҙан баҫып алынған территорияның күҙәтеү отрядтары шартлы билдәләр аша хәбәрҙәр тапшыра. Борон башняларға сәғәттәр ҡуйыу тәҡдиме барлыҡҡа килә һәм тормошҡа ашырыла (Б. э. т. I быуат, Афиналағы елдәр башняһы), тик урта быуаттарҙа механик сәғәттәр уйлап табылғас ҡына был идея киң ҡулланыла башлай. Сәғәт механизмдары ҡағиҙә булараҡ ратушаларҙа, һуңыраҡ, хәҙерге заманда уҡ — тимер юл вокзалдары биналарында һәм башҡа мөһим ҡала биналарында урынлаштырыла.
Ренессанс[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Атыу ҡоралы барлыҡҡа килеү һәм артиллерияны камиллаштырыу менән башнялар бастиондар менән алмаштырыла. Яңы хәрби фән буйынса башняларҙы нығытырға маташыуҙар була. XVI быуат аҙағында Альбрехт Дюрер (Albrecht Dürer) атыу ҡоралынан һаҡланыуға яраҡлаштырылған башняларҙың төрлө системаларын тәҡдим итә, һуңынан был мәсьәлә менән Блез Паган, Марк Рене де Монталамберт һәм һуңыраҡ Австрия эрцгерцогы Максимилиан шөғөлләнә.
XIX быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XIX быуатта винтовка орудиеларын камиллаштырыу һәм киң таралыу башняларҙы үҙгәртә. Металл, бронялы һәм әйләнмәле оборона башнялары мөһим урындарҙа урынлаштырыла. Әйләнеүсе тимер башнялар идеяһы тәүләп капитан Коулз башына килә (1854). Һуңынан ҡоро ер оборонаһы өсөн дә, флот өсөн дә оҡшаш башняларҙың күп төрлө системалары тәҡдим ителә. Улар араһынан XIX быуат аҙағында иң киң таралған Грузон системаһы булған. Диаметры 20 футҡа тиклем булған цилиндр рәүешендәге башняға 1-2 орудие ҡуйыла. Башня менән рельстар буйлап (редукторҙар системаһы һәм тейәгестәр) башня эсендәге махсус бүлмәлә урынлаштырылған 4 кеше идара иткән. Башня тыңҡыслап өйөлгән ерҙән 5,5 фут бейеклектә торған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башня // Ҙур совет энциклопедияһы (второе издание), Т. 4 (1950 год), С. 362—364.
- ↑ Башня // Фасмер Макс: Этимологический словарь русского языка (онлайн версия)
- ↑ «Материалы для истории инженерного искусства в России», часть 1, стр. 96
- ↑ Брунов Н. И. Большая советская энциклопедия . — М., 1927. — Т. 5. — С. 142—143.
- ↑ Башня (Н. Брунов) // Ҙур совет энциклопедияһы (первое издание), Т. 5 (1927 год), С. 142—143.
- ↑ А. Ф. Рихтер. Исследования о влиянии монголо-татар на РоссиюСПб.: Отечественные записки, 1825. — С. 62. . —
- ↑ Юналеева Р. А. Тюркизмы русского языка (проблемы полиаспектного исследования). — Казань: Таглимат, 2000. — 172 с.
- ↑ Татарско-русский словарь Р.А. Сабирова. Перевод слова баш . Classes.ru. Иностранные языки для всех. Словари онлайн.
- ↑ Слова, начинающиеся на Б. Полная акцентуированная парадигма по А. А. Зализняку . Classes.ru. Дата обращения: 4 июль 2021.
- ↑ Лестничные башни характерны для первых древнерусских храмов, как то: Софийский собор в Киеве, Софийский собор в Новгороде, Спасский собор в Чернигове.
- ↑ Башня. — Большая советская энциклопедия (второе издание). — 1950. — Т. 4. — С. 362—364.