Йылайыр районы

Йылайыр районы (рус. Зилаирский район) — Башҡортостан Республикаһының кѳньяғында урынлашҡан. 1930 йылдың 20 авгусында ойошторолған. Майҙаны — 5 783 км2. Башҡортостандың Ейәнсура, Күгәрсен, Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла райондары менән сиктәш.

Район үҙәге — Йылайыр ауылы. Республиканың баш ҡалаһы Өфөнән 410 км, Сибай ҡалаһындағы тимер юл станцияһынан 135 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Символикаһы

География

Район территорияһы Бараҡал, Йылайыр һәм Оло Эйек (юғары ағымы) йылғаларының каньон рәүешендәге үҙәндәре менән киҫелеп бѳткән Йылайыр платоһы сиктәрендә урынлашҡан. Файҙалы ҡаҙылмалары: Йылайыр ятҡылығында — балсыҡ, Юлдыбай ятҡылығында — балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом, Үрге Сәлимдә — ҡыҙыл балсыҡ, Исҡужала — тѳҙѳлѳш таштары. Юлаҡ кварц (Новотроицкта), марганец (Йылайыр ауылы эргәһендә) ятҡылыҡтары һәм ваҡ һибелмә алтын ятҡылыҡтарының барлығы билдәле.

Климаты

Климаты — континенталь, дымлылығы етәрлек түгел. Районда таралған ҡайын ҡатыш ҡарағай урмандар, райондың кѳнбайыш сигендә имән урмандарына әйләнә. Тупраҡ — тау ҡара тупрағы, тау-урман ҡара һәм һоро тупраҡтар, кѳнсығышта — ябай ҡара тупраҡ. Тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбенә Ҡыҙҙар-Биргән ауылы эргәһендәге 600 йыллыҡ ҡарағастар керетелгән.

Иҡтисады

Район иҡтисады аграр һәм урман сәнәғәте характерына эйә. Ауыл хужалығы ерҙәре 143,2 мең гектар биләй, йәки бөтә район территорияһының 24,8 %, һѳрѳлгән ерҙәр — 56,8, сабынлыҡтар — 38,6, кѳтѳүлектәр — 47,8. Урмандар 333,0 мең га ер биләй (район территорияһының 57,6 %) һәм 53434,5 м3 үҙағас запасына эйә. Быларҙың иҫәбендә ѳлгѳргән һәм ҡартайған йомшаҡ япраҡлы ағастар күпселектә.

Транспорт, мәғариф һәм мәҙәниәт

Район территорияһынан Cибай-Ира, Юлдыбай-Аҡъяр автомобиль юлдары үтә, аэропорт эшләй. Районда 2 профессиональ училище, 48 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуның иҫәбендә 13 урта мәктәп; 20 китапхана, 43 мәҙәниәт йорто, район үҙәк һәм 2 тармаҡ хәстәханаһы бар. Урыҫса «Зилаирские огни» һәм башҡортса «Ауыл уттары» гәзиттәре сыға.

Билдәле шәхестәре

  • Александр Бурзянцев (19.10.1928—25.05.1997), рәссам, 1958 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1979) рәссамы һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1986). Яңы Преображенка утарынан.
  • Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы(22.08.1924—2.04.2000), совет комсомол, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1962—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР Юғары Советының 6—9‑сы, РСФСР Юғары Советының 10—11‑се, БАССР Юғары Советының 4—11‑се саҡырылыштары депутаты. 1966—1971 йылдарҙа КПСС‑тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы. Ике Ленин (1971, 1984), Октябрь Революцияһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1974) ордендары кавалеры.
  • Айытҡолов Азат Миңлеғәле улы (27.01.1956), ҡурайсы, педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған (1998), Башҡортостандың халыҡ артисы (1991), ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1990) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) лауреаты.
  • Бикбулатов Фәрит Хәйбулла улы(8.08.1936—26.11.2016), башҡорт йырсыһы. 1968—1989 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре (диктор, мөхәррир, музыкаль тапшырыуҙар бүлегенең өлкән мөхәррире). Башҡорт АССР-ының халыҡ (1986) артисы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2005).

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1930 йылдың 30 304
1939 йылдың 30 648 [5][6]
1959 йылдың 28 277 [7][6]
1970 йылдың 25 830 [8][6]
1979 йылдың 21 558 [9][6]
Йыл Халыҡ һаны
1989 йылдың 18 704 [10][6]
2002 йылдың 18 939 [11][6]
2008 йылдың 16 962 [12]
2009 йылдың 16 762 [13]
2010 йылдың 16 590 [14]
Йыл Халыҡ һаны
2012 йылдың 16 212 [15]
2013 йылдың 15 877 [16]
2014 йылдың 15 478 [17]
2015 йылдың 15 163 [18]
2016 йылдың 15 079 [19]
Йыл Халыҡ һаны
2017 йылдың 14 923 [20]
2018 йылдың 14 894 [21]
2019 йылдың 15 115 [22]
2021 йылдың 15 087 [23]

Райондың 14 муниципаль ауыл берәмеге 57 ауылды берләштерә. Иң ҙур ауылдар: Йылайыр (5861 кеше йәшәй), Юлдыбай (1910 кеше), Ҡананикольский (990 кеше), Матрай (967 кеше), Яманһаҙ (833 кеше). Һабыр (596 кеше).

Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 56,5 %, урыҫтар — 36,2 %, татарҙар — 3,2 %, сыуаштар — 2,8 %, башҡа милләттәр — 1,3 %[24].

Иҫкәрмәләр

  1. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Валявин Геннадий Георгиевич 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2018)
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Тереғолова Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 23 июнь 2018)
  4. Башҡорт энциклопедияһы - Шиятов Степан Григорьевич(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2018)
  5. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  6. 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  7. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  8. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
  9. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  10. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  11. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  12. http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  13. https://web.archive.org/web/20150518102941/http://www.gks.ru/bgd/regl/B09_109/IssWWW.exe/Stg/d01/tabl-21-09.xls
  14. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  15. https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  16. https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  17. https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  18. https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
  19. http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  20. http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  21. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  22. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.
  23. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  24. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә