Яңы Яҡуп (Йылайыр районы)

Яңы Яҡуп (рус. Новоякупово) — Башҡортостандың Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 26 кеше[2]. Почта индексы — 453693, ОКАТО коды — 80227822003.

Халыҡ һаны

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәренә ярашлы, милләттең күпселек өлөшөн башҡорттар тәшкил итә (100 процент)[3]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 145 68 77 46,9 53,1
1959 йыл 15 ғинуар 90 37 53 41,1 58,9
1970 йыл 15 ғинуар 95 46 49 48,4 51,6
1979 йыл 17 ғинуар 78 37 41 47,4 52,6
1989 йыл 12 ғинуар 35 15 20 42,9 57,1
2002 йыл 9 октябрь 30 15 15 50,0 50,0
2010 йыл 14 октябрь 26 11 15 42,3 57,7

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Йылайыр): 27 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Йомағужа): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 93 км

Тарихы

XX быуаттың 20-се йылдары аҙағында, коллективлаштырыу осоронда яҡуптар яңы ауылға — Яңы Яҡуп ауылына нигеҙ һалалар, шунан һуң беренсе ауыл Иҫке Яҡуп ауылы тип атала башлай. Яңы ауыл Һаҡмар-тилә йылғаһы буйында, Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығында урынлашҡан, 1937 йылда Ҡәнзәфәр ауыл Советы составына инә. Яңы Яҡуп халҡы Йомағужа ауылы халҡы менән бергә «Трактор» колхозын ойоштора. Ауылда 143 кеше йәшәгән, шуларҙың 73-ө 18 йәштән өлкән булған. Киләсәктә халыҡ һаны һиҙелерлек кәмей: 1959 йылда — 90 кеше, 1989 — 35; 2000 — 30; 2002 — 30, 2009 — 21 кеше. Бөгөн Яңы Яҡупта башланғыс мәктәп бар. «Ҡыпсаҡ» ауыл хужалығы артеле ойошторолған[4].

Урамдары

  • Хоҙайбирҙин урамы (рус. Худайбердина (улица))[5]