Һабыр (Йылайыр районы)
Һабыр | |
Һабыр | |
Административ-территориаль берәмек | Һабыр ауыл Советы (Йылайыр районы) |
---|---|
Сәғәт бүлкәте | UTC+5:00 |
Почта индексы | 453691 |
Административ үҙәге | Һабыр ауыл Советы (Йылайыр районы)[1] |
Рәсми тел | башҡортса и урыҫ теле |
Уникальный номер ГАР | d8b7b849-76ef-494c-92a2-6c3fdbbf9969 |
Код КЛАДР | 0202300003600 |
Рәсми атамаһы | Һабыр |
Халыҡ һаны | |
Дәүләт | |
Һабыр (рус. Сабырово) — Башҡортостандың Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 527 кеше[3]. Почта индексы — 453691, ОКАТО коды — 80227832001.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[4] | 2009[4] | 2010[5] |
596 | ↗603 | ↘527 |
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 99 % тәшкил итә[6].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 544 | 285 | 259 | 52,4 | 47,6 |
1959 йыл 15 ғинуар | 535 | 276 | 259 | 51,6 | 48,4 |
1970 йыл 15 ғинуар | 601 | 288 | 313 | 47,9 | 52,1 |
1979 йыл 17 ғинуар | 559 | 285 | 274 | 51,0 | 49,0 |
1989 йыл 12 ғинуар | 607 | 306 | 301 | 50,4 | 49,6 |
2002 йыл 9 октябрь | 596 | 299 | 297 | 50,2 | 49,8 |
2010 йыл 14 октябрь | 527 | 286 | 241 | 54,3 | 45,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Йылайыр): 35 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 125 км
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))
- Еңеүҙең 50 йыллығы урамы (рус. 50 лет Победы (улица))
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
- Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
- Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица))
- Ш. Бабич урамы (рус. Ш.Бабича (улица))
- Һаҡмар урамы (рус. Сакмарская (улица))[7]
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылға 18 быуаттың 1-се яртыһында Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Ауыл Үҫәргән ырыуының арҙаҡлы шәхесе, 1771-1772 йылдарҙа Пугачев ғәскәрендә башҡорт полктары командиры булған, Үҫәргән улусы старшинаһы Һабыр Ҡотломбәков исеме менән аталған. 1774 йылдың майында ул Бөрйән улусы старшинаһы Төркмән Йәнсәйетов, Бөрйән улусы батыры Мораҙым Абралов һәм Тәнгәүер улусы батыры Юлдыбай менән Уртаҙым, Таналыҡ ҡәлғәләрен, шулай уҡ Преображен заводын (хәҙер Йылайыр ауылы) алыуҙа ҡатнаша[8]..
Тораҡ пункты шулай уҡ Сәғит, Бәкер, Көйөргәҙе, Ахун исемдәре менән теркәлгән. 1795 йылда 46 йортта 272 кеше йәшәгән. 1816 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында 74 ихатала 673 башҡорттоң (407 ир-егет һәм 266 ҡатын-ҡыҙ) йәшәүе теркәлә. Улар араһында йорт старшинаһы, ике ҡатын менән йәшәгән 40 йәшлек Көсөкбай Түләбаев була. Уның улдары: Динмөхәмәт, Хәмзә, ҡыҙы Сәлимә. Был рәүиздә ауыл кешеләре араһында IX Башҡорт кантоны начальнигының ярҙамсыһы, Рәсәй дворяндары нәҫеленән булған аҫаба башҡорт Иҫәнғол Мәмбәт улы Ҡәйепов (1773 й. т.) билдәләп үтелә. Уның улдары: Йәрмөхәмәт, Мөхәмәткәрим, Ғәделлатиф, Йәғәфәр, Әхмәтәзарый. Үләбай Һабыров (1791—1814) 1812 йылғы Ватан һуғышында һәләк була[8]
1834 йылғы VIII рәүиз материалдарында ауылда 926 кешенең йәшәүе теркәлә, әммә 1859 йылғы Х рәүиз ауыл ихаталары һанының кәмеүен билдәләй, шуға бәйле йәшәүселәр ҙә аҙая (164 ир-егет һәм 174 ҡатын-ҡыҙ). Был күренеш ауыл кешеләренең ҡайһы берҙәре яңы ауылдарға нигеҙ һалыуы менән бәйле була. Тимербай, Ишмөхәмәт, Әлмөхәмәт, Шәмсетдин, Юлбарыҫ тигән ауылдар ҡалҡып сыға[8].
1866 йылда 52 йортта — 283 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ мәктәп теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан[9]. 1920 йылдағы беренсе совет рәүизендә ауылдағы 116 ихатала 557 кешенең йәшәүе теркәлә һәм Һабыр ауылы Йылайыр кантонының шул исемдәге улусының үҙәге була. 1920 йылдағы рәүиз 42 ихатанан торған Үрге Ғәле һәм 46 ихатанан торған Түбәнге Ғәле ауылдарын айырым ике ауыл тип теркәй[8].
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Һабыр (Сабир) Ҡотломбәков, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Үҫәргән улусы старшинаһы
- Тапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улы (20.02.1955), уҡытыусы, журналист һәм яҙыусы. 1999 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005) һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2014) һәм Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге (2010) премиялар лауреаты.
- Әбсәләмов Салауат Сабирйән улы (5.09.1954-3.01.2005), ғалим-физик. 1976—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994—1995 йылдарҙа БДУ‑ның Сибай филиалында тәбиғи фәндәр факультеты деканы. Физика‑математика фәндәре докторы (2005)[10].
- Исҡужина Фирүзә Сәлихйән ҡыҙы (1 ғинуар 1958 йыл) — Филология фәндәре кандидаты[11]
- Түләшев Ғөмәр Ғатаулла улы — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы[12][13]
- Атанғолов Шәйәхмәт Ғәлиәхмәт улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы, Ҡыҙыл Йондоҙ , I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнеүсе[14]
- Ҡоҙашева Фәндиҙә Ғәлимйән ҡыҙы — Мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Атанғолова Әлифә Ҡотой ҡыҙы — «Хеҙмәт батырлығы өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» ордендары менән бүләкләнгән.
- Атанғолова Фәғилә Ғәлиәхмәт ҡыҙы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн», «Хеҙмәт батырлығы өсөн» ордендары менән бүләкләнеүсе
- Бағышаев Ғәни Исҡужа улы — РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы
- Бағышаева Суфия Ниғәмәт ҡыҙы — Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы
- Солтанғужина Гөлнур Яныбай ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы[15]
- Ҡоҙашев Зәйнулла Фәтхулла улы — «Почет Билдәһе» ордены менән бүләкләнеүсе[16]
- Атанғолов Хәбир Ғәлиәхмәт улы — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы[17], «Почет билдәһе», «Хеҙмәт батырлығы өсөн» ордендары менән бүләкләнеүсе
- Әбсәләмов Салауат Сабирйән улы (5 сентябрь 1954 йыл, БАССР‑ҙың Матрай районы (хәҙер Йылайыр районы), Һабыр ауылы — 3 ғинуар 2005 йыл, Өфө), физик. Физика‑математика фәндәре докторы (2005)[18]. Башҡортостан Республикаһының Халыҡ мәғарифы отличнигы (2000); Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2005); Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты(2010)
- Ҡәйепов Иҫәнғол Мәмбәт улы (1773—1848) — хәрби эшмәкәр. Майор. Дворян.
- Ҡужабәков Сәлихйән Хаммат улы (1908 йыл (башҡа сығанаҡтар буйынса 1909[19]) — 21 март 1980 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия ҡыҙылармеецы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы миномет батареяһы снарядсыһы
- Вәлиев Юнер Сәлим улы (рус. Валеев Юнер Салимович; 8 июль 1953 йыл) — муниципаль хеҙмәткәре һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2002). Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған[20]
- Атанғолов Абдрахман Абдулғәлим улы (5 май 1912 йыл — 1 август 1990 йыл) — ғалим-тау инженеры, педагог, хужалыҡ эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (1968), доцент (1970)
Матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Һабыр ауылы халҡы «Таҙа Һаҡмар» акцияһына ҙур теләк менән ҡушылды[21]
Тарихи ҡомартҡылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йылайыр районы Һабыр ауылы зыяратындағы ҡәбер ташы[22]
Сайттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Презентация-доклад Рәхмәт һиңә, еңеү һалдаты[23]
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 4,0 4,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
- ↑ Улицы села Сабырово
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 Коллектив авторов. История башкирских родов. Усерган. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2019. — Т. 35, часть 2. — С. 165. — 704 с. — 1 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
- ↑ Село Сабырово
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Әбсәләмов Салауат Сабирйән улы 2019 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 сентябрь 2019)
- ↑ http://shepkinskoe.ru/person/iskuzhina-firuza-salikhyanovna-/(недоступная ссылка)
- ↑ Карточка «Дороги памяти» на Гумара Туляшева
- ↑ https://praded.nethouse.ru/page/1299549
- ↑ Учётная карточка Шаяхмета Атангулова(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президента РБ от 02.06.2005 N УП-227 «О присвоении почетного звания „Заслуженный учитель Республики Башкортостан“ учителям Республики Башкортостан»
- ↑ https://vk.com/wall-178733628_215?w=wall-178733628_215
- ↑ Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 20.06.1981 N 6-2/166 «О награждении Почетной грамотой Президиума Верховного Совета Башкирской АССР работников учреждений здравоохранения республики»
- ↑ http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/17016-bs-l-mov-salauat-sabirj-n-uly(недоступная ссылка)
- ↑ КУЖАБЕКОВ Салихьян Хамматович. Шаймуратовцы
- ↑ Валеев Юнер Салимович
- ↑ Һабыр ауылы халҡы «Таҙа Һаҡмар» акцияһына ҙур теләк менән ҡушылды(недоступная ссылка)
- ↑ Тансылу Музафарова 12 мая 2021 в 11:48 в Ҡыҙыҡлы топонимика
- ↑ Презентация, доклад Рәхмәт һиңә, еңеү һалдаты Һабыр ауыл китапханаһы
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Коллектив авторов. История башкирских родов. Усерган. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2019. — Т. 35, часть 2. — С. 165. — 704 с. — 1 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Һабыр (Йылайыр районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2019)