Мәсетбар

Мәсетбар (рус. Мучетьбар) — Башҡортостандың Йылайыр районындағы утар. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 70 кеше[2]. Почта индексы — 453689, ОКАТО коды — 80227813003.


Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[4]
929370

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 151 77 74 51,0 49,0
1959 йыл 15 ғинуар 108 56 52 51,9 48,1
1970 йыл 15 ғинуар 137 62 75 45,3 54,7
1979 йыл 17 ғинуар 88 45 43 51,1 48,9
1989 йыл 12 ғинуар 85 43 42 50,6 49,4
2002 йыл 9 октябрь 92 48 44 52,2 47,8
2010 йыл 14 октябрь 70 32 38 45,7 54,3

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Йылайыр): 33 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Дмитриевка): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 150 км

Урамдары

  • Мәсетбар урамы (рус. Центральная (улица))

[5]

Тарихы

1908 йылда Бәләбәй районының ҙур татар ауылы Чуюнчи ерһеҙ крәҫтиәндәр тарафынан нигеҙ һалынған. Утарҙа бер ҡасан да мәсет булмаһа ла, исеме татарса «Мачет-бар» (Мәсетле) атамаһынан ғибәрәт[6].

Билдәле шәхестәре

Шаһиәхмәтов Ғәлиәкбәр Ғәликарам улы 19 декабрь 1919 йыл — III дәрәжә Дан ордены, «Сталинградты обороналаған өсөн», «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары кавалеры[7].

Матбуғатта

  • Атайым алдында баш эйәм[7]

Видеофильмдар

  • Юл таҙартыу[8]

Сығанаҡтар