Яманһаҙ

Яманһаҙ (рус. Ямансаз) — Башҡортостандың Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 733 кеше[2]. Почта индексы — 453695, ОКАТО коды — 80227842001.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[4]
833829733

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 370 204 166 55,1 44,9
1959 йыл 15 ғинуар 992 472 520 47,6 52,4
1970 йыл 15 ғинуар 1056 503 553 47,6 52,4
1979 йыл 17 ғинуар 882 416 466 47,2 52,8
1989 йыл 12 ғинуар 722 355 367 49,2 50,8
2002 йыл 9 октябрь 833 406 427 48,7 51,3
2010 йыл 14 октябрь 733 359 374 49,0 51,0

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Йылайыр): 52 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 107 км

Урамдары

  • Быҙаулыҡ урамы (рус. Бузулукская (улица))
  • Ленин урамы (рус. Ленина (улица))
  • М. Кәрим урамы (рус. М.Карима (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • С. Юлаев урамы (рус. С.Юлаева (улица))
  • Ауыл Советы урамы (рус. Сельсоветская (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[5]

Тарихы

Ауылдың тарихы сағыштырмаса ҙур булмаһа ла, ҡыҙыҡлы ғына. Ул 1906 йылдың йәйендә, Воскресенск ауылынан өс кеше — Тамбов губернияһынан сыҡҡан кешеләр — Гальчатник йылғаһы тамағында 500 дисәтинә ер һатып алып, Яманһаҙ утарына нигеҙ һалған саҡта барлыҡҡа килә. Исемен ул тарихи урындың исеме буйынса алған. Был тораҡ пункты тураһында документаль яҙма иһә тәүге тапҡыр 1926 йылда Башҡортостан Республикаһы торамалары исемлегендә барлыҡҡа килә. 1937 йылда ҙур ауылға, ә 109-сы йылҡысылыҡ заводының административ үҙәгенә әүерелә, ул ваҡытта бөтә Рәсәйгә үҙенең аттары менән билдәле.

Бөгөн ауылда меңдән ашыу кеше йәшәй. Уға газ үткәрелгән, һыу үткәргес бар. Унда торлаҡ, урамдар аҙ төҙөлмәй, асфальт түшәлгән. Ауылда башҡорттар ғына түгел, урыҫтар, украиндар, сыуаштар, мордвалар ҙа йәшәй. Барыһы ла башҡортса яҡшы һөйләшә[6].

Билдәле шәхестәре

Матбуғатта

  • "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар"Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите "Ауыл уттары"нда (6 июль, 2018 йыл, 54-се һан, 2-се биттә) уҡығыҙ[7]

Шулай уҡ ҡарағыҙ