23 апрель
23 апрель — рәсми календарь буйынса йылдың 113-сө (кәбисә йылында 114-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 252 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- ЮНЕСКО: Бөтә донъя китаптар һәм автор хоҡуғын һаҡлау көнө.
- Инглиз теле көнө.
Төркиә: Балалар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Рәсәй Хөкөм башҡарыу системаһының матбуғат хеҙмәте көнө.
- Велосипедсылар көнө.
Украина: Психологтар көнө.
- 1951 йыл: СССР-ҙың Олимпия комитеты ойошторола.
- 1964 йыл: Бөтә Союз грампластинкалар фирмаһы «Мелодия» эшләй башлай.
тулы исемлек
- 1985 йыл: КПСС Үҙәк Комитеты пленумы СССР-ҙа үҙгәртеп ҡороуҙарға старт бирә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Майоров Анатолий Петрович (1940), тел белгесе-ғалим. 1962—1967 йылдарҙа Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1973 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының сит телдәр кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2000). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү (2005) хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алтыншин Ғаяз Сәғит улы (1966—20.08.2008), театр һәм кино актёры, педагог. 1989—2006 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, бер үк ваҡытта хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).
- Баймиев Алексей Хәниф улы (1971), молекуляр биолог-ғалим. 1993 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты ғилми хеҙмәткәре, 2003 йылдан — өлкән, 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 2006 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, 2008 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2007).
тулы исемлек
- Шәймөхәмәтова Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы (1971), мәҙәниәт хеҙмәткәре, уҡытыусы, журналист, яҙыусы. 2010 йылдан «Балтач таңнары» район гәзите хәбәрсеһе, 2017 йылдан — район мәҙәниәт һарайы директоры. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм 2011 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ибраһимов Ғәбдрәшит Ғүмәр улы (1857—31.08.1944), ҡаҙый, публицист һәм дин таратыусы. Панисламизм идеяларын яҡлаусы.
- Ильин Сергей Андреевич (1867—13.07.1914), Рәсәй империяһы журналисы, шағир, дирижер, музыкант һәм йәмәғәтсе. «Пермские губернские ведомости» гәзите хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Йосопов Сәйфулла Ғәйфулла улы (1912—7.08.1943), совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында дошман амбуразураһын күкрәге менән ҡаплап, батырҙарса һәләк булған яугир. Айырым диңгеҙ пехотаһы разведка батальонының отделение командиры.
- Хәбибуллин Мөбәрәкша Сафиулла улы (1917—9.11.1997), нефтсе. 1937 йылдан «Башнефть» берекмәһе хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1945 йылдан «Ишимбайнефть» нефть промыслаһы идаралығының скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау мастеры, 1951 йылдан — оператор, 1960—1977 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы, 1978 йылдан — Бәләбәй быраулау эштәре идаралығы операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Талас ауылынан.
- Ильясова Роза Хәмит ҡыҙы 1947), педагог-ғалим. 2008 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (1982), профессор (2013).
- Карамов Шамил Карам улы (1947), транспорт тармағы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1980—1987 һәм 1992—2002 йылдарҙа «Башавтотранс» берекмәһенең Дүртөйлө автотранспорт предприятиеһы, 2002—2006 йылдарҙа Өфө йөк автотранспорты предприятиеһы директоры; 1987—2002 йылдарҙа Дүртөйлө район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары. РСФСР-ҙың почётлы транспорт хеҙмәткәре (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Тәкәрлек ауылынан.
- Күзбәков Ришат Сөләймән улы (1957), табип-невролог-ғалим. 1981 йылдан Мәләүез район үҙәк дауаханаһы табибы, 1988 йылдан — неврология бүлеге мөдире, 2003—2010 йылдарҙа — баш табип; 2017 йылдан Өфөләге Неврология һәм ортопедия клиникаһы (Реабилитация үҙәге) неврологы. Медицина фәндәре кандидаты (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2004) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007).
- Сорокин Егор Валерьевич (1977), спортсы, муниципаль хеҙмәткәр. Өфө ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитет начальнигы. Спорт ориентирлашыуы буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара спорт мастеры һәм чемпионы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Садиҡов Асрар Динмөхәмәт улы (1928—15.03.2000), ауыл хужалығы һәм сауҙа өлкәһе хеҙмәткәре. 1949 йылдан Әбйәлил МТС-ы иҫәпсеһе; 1951—1988 йылдарҙа Әбйәлил районы Байым сельпоһының келәт мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1974). Сығышы менән шул ауылдан.
- Благодарская Людмила Петровна (1953—4.12.2012), педагог. 1983 йылдан Салауат ҡалаһының «Восход» балалар клубының ойоштороусы-педагогы, 1993 йылдан торлаҡ-эксплуатация идаралығы ҡарамағындағы балалар менән эшләү бүлеге мөдире, 1999—2010 йылдарҙа «Юность» балалар-үҫмерҙәр үҙәге директоры. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2009), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006). Сығышы менән ошо ҡаланан.
тулы исемлек
- Ғилметдинова Лира Тәлғәт ҡыҙы (1953), терапевт-кардиолог-ғалим. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2000 йылдан — медицина реабилитацияһы һәм курортология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2001 йылдан — Һаулыҡты ҡайтарыу медицина һәм курортология ғилми-тикшеренеү институты директоры. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2013).
- Ястребов Анатолий Александрович (1953), музыкант. 1970—2004 йылдарҙа Салауат ҡалаһының «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайы оркестрының аккомпаниаторы һәм етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Йәшел Үҙән ҡалаһынан.
- Шәрәфетдинов Рәйес Әнғәм улы (1958), йырсы. Башҡортостан Республикаһының Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021).
- Әлибәков Айҙар Таштимер улы (1958), агроном, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1993 йылдан Бөрйән район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2018). Сығышы менән ошо райондың Мораҙым ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мальцева Александра Васильевна (1924—28.01.1975), механизатор. Әбйәлил районы «Урал» совхозының элекке тракторсыһы. Ленин ордены кавалеры (1957).
- Бусаров Георгий Витальевич (1994), хоккейсы, үҙәк һөжүмсе. 2017—2019 йылдарҙа Өфөнөң Салауат Юлаев хоккей командаһы уйынсыһы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1775 йыл: Уильям Тёрнер, Британия рәссамы, романтик, пейзаж оҫтаһы.
- 1830 йыл: Владимир Жемчужников, Рәсәй империяһы шағиры, Козьма Прутков образын ижад итеүселәрҙең береһе.
тулы исемлек
- 1835 йыл: Николай Помяловский, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1850 йыл: Георгий Судейкин, Рәсәй империяһының дәүләт органдары хеҙмәткәре, илдә сәйәси эҙәрлекләүҙәрҙе ойоштороусыларҙың береһе, жандарм органдары подполковнигы.
- 1880 йыл: Михаил Фокин, Рәсәй империяһы һәм АҠШ бейеүсеһе, хореограф, хәҙерге заман балетына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1891 йыл: Сергей Прокофьев, СССР композиторы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1947). Ленин (1957) һәм алты тапҡыр СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты.
- 1905 йыл: Юрий Бажанов, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, артиллерия маршалы (1965).
- 1905 йыл: Фёдор Вершинин, СССР-ҙың һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән офицер, Советтар Союзы Геройы.
- 1910 йыл: Симона Симон, Франция актрисаһы.
- 1910 йыл: Исидор Барух, Икенсе донъя һуғышы партизаны, Югославияның халыҡ геройы.
- 1920 йыл: Григорий Тютюнник, СССР һәм Украина ССР-ы шағиры, яҙыусы-прозаик.
- 1925 йыл: Аида Манасарова, СССР кинорежиссёры, сценарист һәм композитор.
- 1925 йыл: Вадим Людвиковский, СССР-ҙың джаз дирижёры, композитор һәм пианист.
- 1940 йыл: Булат Минжилкиев (1940), СССР һәм Ҡырғыҙстандың опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1955 йыл: Урмас Отт, СССР һәм Эстония тележурналисы.
- 1955 йыл: Джуди Дэвис, Австралия һәм АҠШ актрисаһы.
- 1975 йыл: Йоун Тоур Биргиссон, Исландияның «Sigur Rós» рок төркөмө вокалсыһы, гитарист.
- 1990 йыл: Дев Патель, Британияның сығышы менән Һиндостандан булған кино актёры, төрлө ижади премиялар лауреаты.
- 1616 йыл: Уильям Шекспир, Британия драматургы, шағир.
- 1616 йыл: Мигель де Сервантес, Испания яҙыусыһы.
тулы исемлек
- 1992 йыл: Сатьяджит Рай, Һиндостан кинорежиссёры, сценарист һәм балалар яҙыусыһы.