6 июль
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Бөтә донъя кардиологтар көнө.
- Бөтә донъя үбешеү көнө.
АҠШ: Долларҙың тыуған көнө.
Ҡаҙағстан: Баш ҡала көнө.
Лесото: Ғаилә көнө.
Литва: Дәүләтселек көнө.
Малави: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Финляндия: Эйно Лейно (Йәй һәм шиғриәт) көнө.
Чили: Ағас ултыртыу көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Эске эштәр министрлығының финанс хеҙмәте көнө.
Перу: Уҡытыусылар көнө.
Тарихи ваҡиғалар
тулы исемлек
- 1874 йыл: Рәсәй императоры Александр II Башҡорт эскадроны ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуя.
- 1885 йыл: Белорет районының Сермән ауылында урыҫ-башҡорт башланғыс училищеһы (хәҙер урындағы урта мәктәп) асыла.
- 1899 йыл: Полярный ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1921 йыл: Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты урыҫ теле менән бер рәттән башҡорт теленә дәүләт статусын биреү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1926 йыл: СССР-ҙа тимер юлының электрлаштырылған тәүге тармағы асыла.
- 1980 йыл: «Московские новости» аҙналыҡ гәзите рус телендә баҫыла башлай.
Был көндә тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Никитин Юрий Ерофеевич (1935—21.04.2004), физик-химик-ғалим. 1959 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Химия институты хеҙмәткәре, 1971 йылдан лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1980 йылдан директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Химия фәндәре докторы (1979), профессор (1983). РСФСР-ҙың (1990), Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1976). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975). Сығышы менән Мәскәү өлкәһе Пушкин ҡалаһынан.
- Түрйәнов Фәрит Сәйет улы (1940), зоотехник, ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1979 йылдан хеҙмәтсәндәр депутаттарының Салауат район советы башҡарма комитеты ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы, 1991 йылдан — идаралыҡ начальнигы, 1994—2000 йылдарҙа ауыл хужалығы продуктарының сифаты буйынса инспекцияның баш инспекторы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1976). Сығышы менән ошо райондың Мөсәт ауылынан.
тулы исемлек
- Михайлова Наталья Александровна (1950), микробиолог-ғалим. 1973 йылдан «Иммунопрепарат» предприятиеһы хеҙмәткәре, 1981 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1986 йылдан — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1996 йылдан директорҙың технология буйынса урынбаҫары; 2000 йылдан Рәсәй Медицина фәндәр академияһының И. И. Мечников исемендәге Вакциналар һәм сывороткалар ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире һәм директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1993), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Сәйфуллина Сәүиә Ҡасим ҡыҙы (1956), табип, 1980 йылдан Күмертау ҡала дауаханаһы педиатры. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2015).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Вафин Альберт Закир улы (1937), хирург-ғалим. 1967 йылдан Ставрополь медицина академияһы уҡытыусыһы, 1990—2011 йылдарҙа госпиталь хирургияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1990 йылдан Эхинококкозды диагностикалау һәм дауалау буйынса край үҙәгенең ғилми етәксеһе. Нью-Йорк Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы, медицина фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районының Шәрип ауылынан.
- Каткова Тамара Ларионовна (1937), аҙыҡ-түлек етештереү тармағы хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» орденлы Бәләбәй һөт комбинатының 1966—2001 йылдарҙағы өлкән мастеры һәм цех начальнигы. Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974). Сығышы менән Бөрө районы Ҡуян ауылынан.
тулы исемлек
- Калита Николай Петрович (1952—18.02.2013), тау эшкәртеү тармағы хеҙмәткәре. 1977—2008 йылдарҙа Хәйбулла районының Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты эшсеһе. Рәсәй Федерацияһының почётлы металлургы (2005). Сығышы менән Бүребай ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Мартынов Иван Васильевич (1933), механизатор. 1962—1997 йылдарҙа Йәрмәкәй районы «Спартак» совхозы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Ғәбделғәлиева Зәйнәб Бәҙретдин ҡыҙы (1913—11.09.2020), йөҙйәшәр. Дүртөйлө районының элекке «Әсән» хужалығы колхозсыһы. Сығышы менән Әсән ауылынан.
тулы исемлек
- Климкин Пётр Филиппович (1933), механизатор. 1960—1985 йылдарҙа Хәйбулла районы «Урал» совхозы тракторсыһы, комбайнсыһы, слесары. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Мордовия Республикаһының Клчетовка ауылынан.
- Мозафаров Әмир Нурлығаян улы (1928—?), нефтсе. 1952—1983 йылдарҙа «Туймазанефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районының Шланлыкүл ауылынан.
- Әхмәтов Фәнил Нияз улы (1938), табип. 1967 йылдан Дүртөйлө районы Әңгәсәк участка дауаханаһының баш табибы; 1977—2006 йылдарҙа Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995). Сығышы менән ошо райондың Әсән ауылынан.
- Алексеев Сергей Васильевич (1968), инженер-ғалим. Афған һуғышында ҡатнашыусы. 1994 йылдан хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы уҡытыусыһы, 2000 йылдан «Паллада» фәнни-производство фирмаһының техник директоры, 2005 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе һәм «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәте хеҙмәткәре. Техник фәндәр кандидаты (2000), доцент. Сығышы менән ошо ҡаланан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғәлимов Зөфәр Заһит улы (1949), балет артисы. Хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының элекке солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы.
- Перлов Николай Алексеевич (1949), инженер-механик. 2010 йылдан «БашНИИнефтемаш» химия һәм нефть сәнәғәте машиналары эшләү ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институты директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
тулы исемлек
- Чистоедова Галина Петровна (1954), педагог. Благовар районы Языков урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районының Шаҡарлы ауылынан.
- Анчина Лариса Николаевна (1969), инженер-технолог. Мәләүез һөт-консерва комбинатының сифат буйынса директоры. Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек
- 1755 йыл: Джон Флаксман, Англия рәссамы, гравёр һәм скульптор.
- 1785 йыл: Уильям Гукер, Англия ботанигы, үҙ иленең, шулай уҡ Африка һәм Америка флораһы буйынса күп фәнни хеҙмәттәр авторы.
тулы исемлек
- 1865 йыл: Эмиль Далькроз, Швейцария композиторы, педагог.
- 1885 йыл: Владимир Артемьев, СССР-ҙың дары ракеталары конструкторы, реактив миномёт снарядын эшләүсе.
- 1885 йыл: Александр Таиров, режиссёр, Камера театрын нигеҙләүсе һәм уның тәүге етәксеһе, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1935).
- 1905 йыл: Хуан О’Горман, Мексика рәссамы, архитектор.
- 1910 йыл: Борис Константинов, СССР-ҙың физик-ғалимы, академик, Ленин һәм Сталин премиялары лауреаты.
- 1925 йыл: Билл Хейли, Америка музыканты, йырҙар авторы, рок-н-ролл башҡарыусы йырсы.
- 1930 йыл: Карлис Зариньш, СССР һәм Латвияның опера йырсыһы (драматик тенор), педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1976).
- 1935 йыл: Тензин Гьяцо, буддистарҙың дин әһеле, 14-се далай-лама, Нобель тыныслыҡ премияһының 1989 йылғы лауреаты.
- 1940 йыл: Виктор Кузькин, СССР хоккейсыһы, өс тапҡыр олимпия чемпионы.
- 1940 йыл: Нурсолтан Назарбаев, Ҡаҙағстандың беренсе президенты.
- 1946 йыл: Джордж Буш, Америка Ҡушма Штаттарының 43-сө президенты.
- 1965 йыл: Юрий Грымов, Рәсәйҙең театр һәм кино режиссёры, сценарист, продюсер.
- 1975 йыл: 50 Cent (төп исеме Кёртис Джексон), Америка музыканты, актёр, яҙыусы һәм продюсер.
- 1980 йыл: Ева Грин, Францияның кино, театр һәм телевидение актрисаһы.
Был көндә вафат булғандар
- 2014 йыр: Сафуан Әлибаев, башҡорт шағиры, йыр текстары авторы һәм үҙешмәкәр йырсы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.