29 август
29 август (рус. 29 августа) — рәсми календарь буйынса йылдың 241-се (кәбисә йылында 242-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 124 көн ҡала.
| ← август → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | |||||
| 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
| 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
| 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
| 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
| 31 | ||||||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
- Ядро һынауҙарына ҡаршы хәрәкәт көнө.
Ер:
АҠШ:
Аргентина:
- Ағас ултыртыу көнө.
Көньяҡ Судан:
- Атайҙар көнө.
Һиндостан:
- Спорт көнө.
Япония:
- Ҡыҙҙырылған ит көнө.
Төбәк байрамдары
Ҡырым Республикаһы:
- Виноградсылыҡ һәм шарап яһау көнө.
Аргентина:
- Адвокаттар көнө.
Польша:
- Муниципаль полиция көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнеш подразделениелары көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1831 йыл: Электромагнит индукцияһы күренеше асыла.
- 1885 йыл: Германия инженеры Готлиб Даймлер беренсе мотоциклға патент ала.
тулы исемлек
- 1932 йыл: «Башцветметзолото» тресы ойошторола (1933 йылдан — «Башзолото»).
- 1936 йыл: Ишембай нефть эшкәртеү заводы эш башлай.
- 1991 йыл: «Нур» Өфө дәүләт татар театры асыла.
- 1994 йыл: Башҡортостанда Венгрия көндәре башлана.
- 2001 йыл: Кешенең оҙон ғүмерлелек гены табыла.
- 2008 йыл: Башҡорт дәүләт медицина университетының яңы уҡыу-спорт комплексы файҙаланыуға тапшырыла.
- 2013 йыл: Республика кардиологик диспансеры табибтары Башҡортостанда тәүге тапҡыр йөрәкте күсереп ултыртыу операцияһы яһай.
Был көндә тыуғандар
- Клементьев Данил Викторович (1955), муниципаль орган хеҙмәткәре. 2019 йылға тиклем Өфө ҡала хакимиәтенең Ҡаланың йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү идаралығының экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге начальнигы. Рәсәй Федерацияһының почётлы тәбиғәтте һаҡлау хеҙмәткәре һәм Тәбиғәтте һаҡлау отличнигы (2007).
- Губаев Игорь Иванович (1960), педагог, эске эштәр органдары хеҙмәткәре, журналист, йәмәғәтсе. 1984 йылдан СССР һәм Рәсәй эске эштәр органдары хеҙмәткәре. Нефтекама ҡалаһында мари телендә сыҡҡан «Чолман» республика гәзитен ойоштороусы һәм 2001 йылдан уның баш мөхәррире. Нефтекаманың бер нисә саҡырылыш ҡала советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015). Яныш Ялкайн исемендәге премия лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Кәкүш ауылынан.
- Канюков Рәшит Закир улы (1931), инженер-геолог, нефть сәнәғәте хеҙмәткәре. 1956 йылдан «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, геологы, нефть промыслаһының өлкән геологы; 1967—1994 йылдарҙа идаралыҡтың баш геологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1977), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1968). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
- Шөғәйепов Вәкил Шакир улы (1936—28.06.2017), башҡорт милли музыка ҡоралдарын эшләү һәм реставрациялау оҫтаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй рухы» («Душа России») премияһы (2013) һәм «Оҫта — алтын ҡулдар» республика конкурсы (Өфө, 2004) лауреаты.
тулы исемлек
- Аҡъюлова Ләлә Тимерғәли ҡыҙы (1956), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, шәфҡәт туташы. Сибай ҡала үҙәк дауаханаһының поликлиника фельдшеры. Башҡортостандың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре.
- Ҡаһиров Рәмил Әхнәф улы (1956), педагог. 2008 йылдан Өфөләге 64-се һөнәри лицей (хәҙер художество-сәнәғәт колледжы) директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
- Шәрәфетдинова Ольга Юрьевна (1961), ҡурсаҡ йөрөтөүсе артист. 1982 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актёры. 2002 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014). «Актёр йыры» республика конкурсының (Өфө, 1994) гран-при эйәһе, «Рәсәй драма театрҙары актёрҙары йырлай» Бөтә Рәсәй конкурс-фестивале (Түбәнге Новгород, 1995) лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Большаков Станислав Владимирович (1986—18.09.2023), хәрби хеҙмәткәр. Һауа-десант ғәскәрҙәренең взвод командиры урынбаҫары, гвардия сержанты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2024, үлгәндән һуң).
- Ғәйнаншин Филарит Тимерхан улы (1947), ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1988 йылдан Тәтешле районының Ленин исемендәге колхоз рәйесе, 2000—2008 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән ошо райондың Үрге Тәтешле ауылынан.
- Тереғолов Шамил Әхмәт улы (1947—28.11.2008), балет артисы һәм педагог. 1990—2009 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры балет группаһының художество етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1997) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1985) артисы.
тулы исемлек
- Кузнецова Светлана Николаевна (1952), педагог. 1981 йылдан Салауат ҡалаһының балалар баҡсалары тәрбиәсеһе, 1987—2009 йылдарҙа 40-сы «Гүзәл» балалар баҡсаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2002). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡарағанды ҡалаһынан.
- Тадиашвили Ольга Семёновна (1928—23.04.2001), архитектор. 1962 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1992). Сығышы менән хәҙерге Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһының баш ҡалаһы Владикавказдан.
- Ишемғолов Марат Баязит улы (1948—24.09.2013), ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 2001—2013 йылдарҙа Ауырғазы районы хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы (1996), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2011).
- Суфиян Поварисов (1924—3.07.2016), яҙыусы, тел һәм әҙәбиәт белгесе-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1960 йылдан Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2011), Башҡортостан (1992) һәм Татарстан Республикаларының (2004) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3‑сө дәрәжә Дан (1948) ордендары кавалеры.
- Мышкин Владимир Александрович (1944—22.09.2018), токсиколог-ғалим, хәрби хеҙмәткәр. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм 1995 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—1997 йылдарҙа уҡыу бүлеге начальнигы — хәрби һәм экстремаль медицина кафедраһы начальнигы урынбаҫары. 1998 йылдан — Өфөләге Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек етәксеһе һәм 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Медицина хеҙмәте полковнигы (1987). Сығышы менән Дүшәмбе ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Астахова Ирина Николаевна (1959), хирург-ғалим. 1986 йылдан Өфө ҡалаһы 13-сө дауаханаһының 2-се поликлиника, 1992 йылдан — ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы, 2006 йылдан — Мануаль терапия үҙәге табибы. Медицина фәндәре докторы (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхмәтйәнова Эльмира Хәмит ҡыҙы (1959), терапевт-ғалим, кардиолог. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2006), профессор (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Нурмөхәмәтов Айрат Билал улы (1964), фоторәссам. 1985 йылдан «Совет Башҡортостаны» һәм «Башҡортостан» гәзитенең фотохәбәрсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008) һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2013).
Был көндә вафат булғандар
- 2019 йыл: Абакумов Глеб Арсентьевич, химик-ғалим. СССР (1987) һәм Рәсәй (1991) Фәндәр академияларының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2000), Химия фәндәре докторы (1976), профессор (1980).
- 2019 йыл: Назаров Михаил Алексеевич, СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1981 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2002).
Йыл көндәре