Большаков Станислав Владимирович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Станислав Владимирович Большаков
Bolshakov Stanislav Vladimirovich.jpg
Тыуған көнө 29 август 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны
Вафат  булған көнө 19 сентябрь 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (37 йәш)
Хәрби звание сержант
Вазифа взвод командиры урынбаҫары
Хәрби алыш/һуғыштар
Награда һәм премиялар
Рәсәй Федерацияһы Геройы

Большаков Станислав Владимирович (29 август 1986 йыл — 19 сентябрь 2023 йыл) — Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең хәрби хеҙмәткәре, гвардия сержанты, Һауа-десант ғәскәрҙәренең 98-се гвардия һауа-десант дивизияһы 217-се гвардия парашют-десант полкы 7-се парашют-десант ротаһының взвод командиры урынбаҫары. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (үлгәндән һуң).

Станисла́в Влади́мирович Большако́в Татар АССР-ының Брежнев (хәҙер — Яр Саллы) ҡалаһында тыуа. 1-8-се синыфта Алабуға ҡалаһында уҡый. Станиславҡа 13 йәш булғанда ғаилә ата-әсәһенең тыуған яғына — Яңауыл районына ҡайта[1]. 8-11-се синыфта егет Башҡортостандың Яңауыл ҡалаһының 3-сө мәктәбендә уҡый[2].

Мәктәпте тамамлағандан һуң Яңауыл районының Прогресс ауылындағы 101-се һөнәрселек училищеһына инә (2003).

2004 йылдан 98-се гвардия һауа-десант дивизияһы 217-се гвардия парашют-десант полкында хеҙмәт итә. Матди тәьминәт ротаһы водителенән алып взвод командиры урынбаҫарына тиклем үрләй.

2014 йылда Рәсәй ғәскәрҙәренең Ҡырым операцияһында, 2021—2022 йылдарҙа Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

2022 йылдың 24 февраленән махсус хәрби операцияла ҡатнаша[3].

2023 йылдың 18 сентябрендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. 30 сентябрҙә Иваново өлкәһенең Кохма ҡалаһында ерләнә[4].

2024 йылдың 26 февралендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Станислав Большаковҡа хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә. 17 апрелдә Иваново өлкәһе губернаторы Станислав Воскресенский уның ғаиләһенә «Алтын Йондоҙ» миҙалын тапшыра[5][6].

2023 йылдың 18 сентябрендә Станислав Большаковтың төркөмө Донецк Халыҡ Республикаһында дошмандың ике ут нөктәһен, боеприпастар склады итеп йыһазландырылған бункерҙарын, личный составын юҡ итә, ҡоралын ҡулға төшөрә. Гвардия сержанты Большаков дошман утын кире ҡағыу өсөн тотороҡло оборона ойоштора. Дошмандың десантсылар позицияларына контрһөжүме ваҡытында Большаков ҡаты яралана, әммә үҙенең подразделениеһын алышҡа алып барыуын дауам итә. Күпселек подразделениеларға яралыларҙы эвакуациялау өсөн сигенергә бойоролғас, ул өс яугир менән бергә эвакуацияланыусыларҙы ҡаплап тора һәм яралыларҙың ғүмерен ҡотҡара. Әммә үҙе алған яраларынан вафат була[3].

Рәсәй Федерацияһы Геройы (2024, үлгәндән һуң)
• Ҡаһарманлыҡ ордены (2024, үлгәндән һуң)[7].

Яңауыл ҡалаһының Р. Гәрәев исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенә ҡуйылған иҫтәлекле таҡтаташ

• Рәсәй Геройы Станислав Большаков хөрмәтенә Алабуғала, Ивановола иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
• Яңауыл ҡалаһының Р. Гәрәев исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Герой партаһы, иҫтәлекле таҡтаташ асылған[8].