Яңауыл районы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Яңауыл районы
Флаг
Flag of Yanaulsky rayon.svgCoat of Arms of Yanaul rayon (Bashkortostan).png
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Майҙаны
  • 2094 км²
Административ үҙәк Яңауыл
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Урынлашыу картаһы
Сиктәш Тәтешле районы, Борай районы, Краснокама районы, Ҡалтасы районы, Пермь крайы и Удмурт Республикаһы
Рәсми сайт yanaul.ru
Дәүләт
Рәсем
Халыҡ һаны
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Яңауыл районы (рус. Янаульский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Яңауыл ҡалаһы. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, көнбайыштан Удмурт Республикаһы, төньяҡтан Пермь крайы менән сиктәш. 1930 ойошторолған. Үҙәге — Яңауыл ҡалаһы. Майҙаны — 2176 км².

2010 халыҡ һаны 21, 45 мең кеше (1970 — 42,0 мең, 1979 — 32,2 мең, 1989 — 24,1 мең, 1995 — 23,4 мең) .

109 ауыл, административ яҡтан Нефтекама ҡалаһына ҡараған Әмзә ауылы бар. Халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 30 кеше. Күпселекте башҡорттар, татарҙар, удмурттар һәм урыҫтар тәшкил итә.

Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Климаты йылы, бер аҙ ҡоролоҡло. Район территорияһы аша Беүә йылғаһы аға. Күпселек ере һоро урман һәм көлһыу тупраҡлы. Ылыҫлы һәм япраҡлы урман район территоряһының 23,3 процентын биләй.

Файҙалы ҡаҙылмалары — нефть (Игровка, Вояҙы, Сытырман, Байсар, Львовка ятҡылыҡтары), кирбес сеймалы (Беүә, Яңауыл ятҡылыҡтары), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Атлығас ятҡылығы). Районда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы йүнәлешендә үҫә. Нефть ятҡылыҡтары «Краснохолмскнефть» НГДУ-һы тарафынан эшкәртелде. Төҙөлөш материалдары етештереү һәм ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү предпрятиелары Яңауылда тупланған. Ауыл хужалағының төп тармаҡтары: игенселек, картуф һәм йәшелсә үҫтереү, һөт һәм ит өсөн һыйыр малы үрсетеү, сусҡасылыҡ. Умартасылыҡ үҫешкән. Район биләмәһен Ҡазан—Екатеринбург тимер юлы һәм Өфө—Яңауыл автомобиль юлы киҫеп үтә, Ҡарман ГРЭС-ы урынлашҡан. Район ауылдарында 66 дөйөм белем биреү мәктәбе (1994/95 уҡыу йылы 3828 уҡыусы), шул иҫәптән 18 урта; 3 ауыл участка дауаханаһы, 34 дөйөм китапхана, 72-се һөнәрселек училищеһы һәм клуб учреждениеһы эшләй. Урыҫ телендә «Янаульские зори», айға бер тапҡыр уның башҡорт телендәге ҡушымтаһы «Йыйын» (2016 йылдың 1 июленә тиклем сыҡты) һәм татар телендә «Яңауыл таңнары» гәзиттәре сыға.

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 66 200 [7][8]
1959 64 399 [9][8]
1970 63 551 [10][8]
1979 53 722 [11][8]
1989 48 572 [12][8]
Йыл Халыҡ һаны
2002 22 861 [13][8]
2008 27 457 [14]
2009 49 145 [15]
2010 48 134 [16]
2012 47 343 [17]
Йыл Халыҡ һаны
2013 46 909 [18]
2014 46 318 [19]
2015 45 856 [20]
2016 45 354 [21]
2017 44 911 [22]
Йыл Халыҡ һаны
2018 44 360 [23]
2019 43 870 [24]
2021 43 593 [1]
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса (2010): башҡорттар — 43,3 %, татарҙар — 22,8 %, удмурттар — 14,1 %, урыҫтар — 11,7 %, марыйҙар — 6,9 %, башҡа милләттәр — 1,2 %[25].

  1. 1 2 https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Лоскутов Виктор Георгиевич 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 сентябрь 2018)
  3. Мерзляков Владимир Филиппович 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 март 2019)
  4. Кисак-Каинская модельная библиотека. Официальный сайт. Портал «Мы гордимся вами»(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 май 2018)
  5. Сайт «Янаул · Республика Башкортостан» (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2018)
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Ханнанов Рәшит Ахун улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2018)
  7. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  8. 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  9. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  10. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
  11. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  12. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  13. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  14. http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  15. http://www.gks.ru/dbscripts/munst/munst80/DBInet.cgi?pl=8112027
  16. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  17. https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  18. https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  19. https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  20. https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
  21. http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  22. https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  23. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  24. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.
  25. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)