Барабановка (Яңауыл районы)

Барабановка (рус. Барабановка) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 373 кеше[2]. Почта индексы — 452812, ОКАТО коды — 80259875003.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Халҡы иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[4]
405406373

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңауыл): 20 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Һандуғас): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 20 км

Тарихы

Ауыл 1859 йылдан билдәле[5] X ревизияла 10 йорт хужалығында 210 удмурт иҫәпләгән.[6]

1870 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең 3-сө станы Барабанов ауылында 35 йорт хужалығында 241 кеше йәшәгән (124 ир-ат һәм 117 ҡатын-ҡыҙ типтәр ҡатламында удмурттар). Халыҡ ауыл хужалығы һәм урман хужалығы менән шөғөлләнгән.[7]

1896 йылда Бөр өйәҙенең IV станы Яңы Кирге улусы Барабановка ауылында (Пештерек) 64 йорт хужалығында 450 кеше (213 ир-ат, 237 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән[8]. 1906 йылда — 468 кеше.[5]

1912 йылда өйәҙҙә үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Барабановка ауылы (Пештеряк) Яңы Ҡирге улусының Яңы Ҡирге ауыл общинаһы составына инә. Ауылда 78 керҙәш йәшәгән (уларҙың 1-е ер бүлеүһеҙ). 533 кеше йәшәгән (266 ир-ат, 267 ҡатын-ҡыҙ). Бүлеү ерҙәренең күләме 683 дисәьтнә тәшкил итә (шуларҙың 37-һе ҡуртымға бирелгән), шул иҫәптән 629 дисәтинә һөрөнтө ерҙәр һәм ятҡылыҡтар, 12 дисәтинә усадьбы, 5 дисәтинә бесәнлек һәм 37 уңайһыҙ ерҙәр. Шулай уҡ 364,1 дисмәтинә ер ҡуртымға бирелгән (күбеһенсә коллектив ҡулланыу). Сәсеү майҙаны 714,97 дисәтинә тәшкил итә, шуларҙың 43,7 проценты арыш, 42,1 % — һоло, 6,4 % — ҡарабойҙай, 2,6 % — борсаҡ, 2,2 % — пульба, башҡа культуралар сәсеү майҙанының 2,9 процентын биләй. Эре мөгөҙлө малдар: 249 ат, 266 эре мөгөҙлө мал, 907 һарыҡ һәм 22 кәзә була. 1 хужалыҡта бал ҡорттарының 2 даданы бар. 2 кеше һөнәрселек менән шөғөлләнгән[9].

1920 йылда рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ауылда 84 йорт хужалығы һәм 457 кеше (193 ир-ат, 264 ҡатын-ҡыҙ) иҫәпләнә[10], Ауыл хужалығын иҫәпкә алыу мәғлүмәте буйынса 85 йорт хужалығында — 485 удмурт, 26 башҡорт була.[11] 1926 йылда ауыл Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Яңауыл улусына ҡарай.[10]

1931 йылда бында «Поташ» колхозы рйршторола.[12] 1939 йылда Яңауыл районының Әрлән ауыл советы Барабановка ауылында 470 кеше йәшәй (218 ир-ат, 252 ҡатын-ҡыҙ).[13]

1951 йылда «Поташ» колхозы «Матросов» колхозы составына инә, 1957 йылда ул «Мичурин» колхозы составына күсерелә. 1954 йылда Әрлән ауыл советы Максимовка ауыл советы составына индерелә, 1958 йылда Һандуғас тип үҙгәртелә.[12]

1959 йылда Барабановка ауылы Һандуғас ауыл Советына ҡарай, 605 кеше йәшәй(265 ир-ат, 340 ҡатын-ҡыҙ), ә 1970 йылда ауылда 616 кеше (280 ир-ат, 336 ҡатын-ҡыҙ) иҫәпләнә.[14], в 1970-м уже в селе — 616 человек (280 мужчин, 336 женщин)[15]

1979 йылда унда 506 кеше йәшәй (230 ир-ат, 276 ҡатын-ҡыҙ).[16] Ошо йылда "Мичурин" колхозының заманса сусҡасылыҡ комплексы сафҡа индерелде[12].

1989 йылда ауылда 414 кеше йәшәй (185 ир-ат, 229 ҡатын-ҡыҙ).[17]

2002 йылда 405 кеше (194 ир-ат, 211 ҡатын-ҡыҙ), күпселек удмурттар (96 %)[3].

2010 йылда 373 кеше (179 ир-ат, 194 ҡатын-ҡыҙ).[4]

Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ станцияһы, ауыл клубы, китапхана бар[5], һуңғы ваҡытҡа тиклем башланғыс мәктәп эшләне.[12]

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1 2 3 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  5. 1 2 3 Барабановка в Башкирской энциклопедии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июнь 2019. Архивировано из оригинала 17 июнь 2019 года. 2019 йылдың 17 июнь көнөндә архивланған.
  6. Асфандияров
  7. Списки населённых мест Российской империи. Вып. 45: Уфимская губерния: по сведениям 1870 года. / обраб. В. Зверинским. — СПб.: Центр. стат. ком. Мин. внутр. дел, 1877. — С. 78. — 195 с.
  8. Полный список населённых мест Уфимской губернии / под ред. Н. А. Озерова. — Уфа: Типография Губернского Правления, 1896. — С. 149. — 534 с.
  9. Крестьянское хозяйство Уфимской губернии: Подворная перепись 1912-1913 гг. / Стат. отд. Уфим. губ. управы. — Уфа, 1914. — С. 1270—1277. — 1846 с.
  10. 1 2 Населённые пункты Башкортостана. Часть III, Башреспублика, 1926 / А. А. Хисматуллин. — Уфа: Китап, 2002. — С. 106. — 400 с. — ISBN 5-295-03091-1.
  11. М. И. Роднов. Население Уфимской губернии по переписи 1920 года: этнический состав. — М.: Институт этнологии и антропологии РАН, 2014. — С. 90. — 178 с. — ISBN 978-5-4211-0106-2.
  12. 1 2 3 4 История Сандугачевского сельсовета 2019 йылдың 17 июнь көнөндә архивланған.
  13. Населённые пункты Башкортостана. 1939 год, том I. — Уфа: Китап, 2018. — С. 281. — 300 с. — ISBN 978-5-295-07052-5.
  14. Населенные пункты Башкортостана. В 4 т. Т.2. По мат. Всесоюзных переписей 1959 и 1970 годов.. — Уфа: Китап, 2018. — С. 229. — 424 с. — ISBN 978-5-295-07053-2.
  15. Населенные пункты Башкортостана. В 4 т. Т.2. По мат. Всесоюзных переписей 1959 и 1970 годов.. — Уфа: Китап, 2018. — С. 420. — 424 с. — ISBN 978-5-295-07053-2.
  16. Населённые пункты Башкортостана. 1979 и 1989 годы, том III. — Уфа: Китап, 2018. — С. 182. — 360 с. — ISBN 978-5-295-07054-9.
  17. Населённые пункты Башкортостана. 1979 и 1989 годы, том III. — Уфа: Китап, 2018. — С. 354. — 360 с. — ISBN 978-5-295-07054-9.

Тема буйынса өҫтәмә