Яңы Артауыл

Яңы Артауыл (рус. Новый Артаул) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 881 кеше[2]. Почта индексы — 452826, ОКАТО коды — 80259860001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 881 430 451 48,8 51,2

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңауыл): 17 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 17 км

Тарихи мәғлүмәт

Ауыл райондың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, ҡасандыр уран ырыуы башҡорттары биләгән уларҙың аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан. Киҫәкҡайындан Яңауылға барған боронғо юлдың нәҡ уртаһында ултырған Уртауылдың ике тиҫтәнән ашыу кешеһе 1847 йылда Беүә йылғаһының уң яҡ ярында «Яңы Уртауыл» исеме алған ауылға нигеҙ һала. Ул замандың урыҫ телендәге рәсми ҡағыҙҙарында Уртауыл «Артауыл»ға әйләнә һәм бөөгөн дә шул атама менән йөрөй.

Билдәле шәхестәре

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә