Уран (ҡәбилә)

Уранбашҡорт ҡәбиләһе. Төньяҡ башҡорттары төркөмсәһенә керә.

Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшенә ҡарай[3].

Тарих

Башҡортостан Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, ҡәбиләнең ерҙәре Уран улусын барлыҡҡа килтерә. Һуңыраҡ Уран улусы Ырымбур губернаһының Бөрө өйәҙе составына керә, ә 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда, 2-се, 3-сө (артабан 14-се, 5-се) һәм 5-се (10-сы, 11-се) һәм 10-сы (12-се, 13-сө) башҡорт кантондарына ҡарай[2]. Генераль ер межеваниеһы һөҙөмтәләре буйынса, XIX быуат башына Уран улусы биләмәләре 76429 дисәтинә тәшкил итә[4]. Көнбайышта — йәнәй, төньяҡта — ғәйнә, көнсығышта — ирәкте һәм танып, көньяҡта — гәрәй һәм ыуаныш ҡәбиләләре урандарға күрше була[5][2].

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә