Терһәк

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Терһәк (башҡ. Терһәк) — ҡатай башҡорттары составындағы ҡәбилә.

Ырыу составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

(Ырыу аралары: бөтөк, сысҡан).

Этник тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Терһәктәрҙең килеп сығыу тарихы б.э. тиклем 1-се мең йыллыҡта көнбайышҡа Азия һәм Себерҙән күсенеүсе төркиләштерелгән уғыр халҡы менән бәйле.

Таралыу арауығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Терһәктәр Чусовая йылғаһының үрге ағымы һәм Өфө йылғаһының төньяҡ ҡушылдыҡтары буйлап таралған. Уларҙың төп өлөшө 16-сы быуатта Урал аръяғына күсенеп, Иҫәт йылғаһынан көньяҡтараҡ һалйот ҡәбиләһе ерҙәрендә төпләнә. Хәҙер был ерҙәр Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы һәм Үрге Өпәле ҡала округына ҡарай. Терһәктәрҙең артабанғы яҙмышы Себер ханлығы менән ныҡ бәйләнгән. Был ханлыҡ тарҡалыу сәбәпле, терһәктәрҙең күпселеге себер татарҙары менән көнсығышҡа, Алтайғаса күсенә. Терһәктәрҙең нәҫелдәре булып Ҡурған өлкәһе Шатрово районының Ҡыҙылбай ауылының себер татарҙары һәм Шадринск районының Байраҡ (Терһәк) һәм Юлдус ауылдары халҡы һанала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]