Себер ханлығы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тарихи дәүләт
Себер ханлығы
себ. Себер ханлыгы, Себер йорты
XV — XVI быуаттарҙа Себер ханлығы
XV — XVI быуаттарҙа Себер ханлығы
 Flag of None.svg
Herb Moskovia-1 (Alex K).svg 
1468 — 1588 (1598)
Баш ҡала Чинги-Тура, Ҡашлыҡ[1]
Телдәр төрки
Рәсми тел Төрки
Идара итеү формаһы ханлыҡ[d]
Преемственность
← Үзбәк ханлығы
Тубыл разряды →
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Себер ханлығы (Себер батшалығы, Себер йорто)[2]) — XV быуат аҙағында — XVI быуатта Алтын Урҙа тарҡалыу һөҙөмтәһендә Көнбайыш Себерҙә барлыҡҡа килгән феодаль дәүләт[3]. Көнбайыш Себер, Төньяҡ, Урта һәм Көньяҡ Уралдағы (төньяҡ өлөшөндә) дәүләт. Себер ханлығы Пермь ерҙәре, Нуғай Урҙаһы, Ҡаҙаҡ ханлығы һәм телеуттар менән сиктәш урынлаша. Төньяҡта Обь йылғаһының түбәнге ағымына тиклем, ә көнсығышта Ала Урҙа менән сиктәш була[3].

Теле — төрки[4].

Сәйәси тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шишмә башы (1220—1375)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе тапҡыр «Себерь» термины, моғайын, 1240 йылда яҙылған «Монголдарҙың күңел төбөндәге риүәйәтендә» («Юань-чао ми-ши») атап үтеләлер, унда 1206 йылда Джучиның Shibir-ҙән көньяҡтағы урман ҡәбиләләрен яулап алыуы тураһында һөйләнелә. Шул уҡ ваҡытта тикшеренеүселәр ышаныслы рәүештә был өлкәне теүәл итеп кенә атай ҙа алмай; «бәлки, Обь һәм Иртыш араһында ятҡан Барабин яҫылығының төньяҡтағы сите шулай аталғандыр», тигән версия әйтелә (Палладий)[5].

XIV быуаттың тәүге яртыһында Мысыр солтаны Аль-Омариҙың сәркәтибе Алтын Урҙа составында Тубыл-Иртыш йылғалары араһында ятҡан Себер һәм Ибир өлкәләрен атап үтеүе менән тап килә тип әйтергә нигеҙ бар[6]. Шул уҡ быуатта буласаҡ Себер ханлығының ҡалалары Көнбайыш Европа карталарында күренә башлай: Венециянан ағалы-ҡустылы Пицциганиҙарҙың (1367) картаһында Кашлык Sebur формаһында билдәләп үтелә[7], ә Сыңғыҙ-Тура Singui формаһында Каталон атласында (1375) пәйҙә була[8].

Төмән (Себер) ханлығын ойоштороу өсөн ниндәй административ-сәйәси берәмек талап ителеүе буйынса тарихсылар берҙәм генә фекергә килә алмай. Был йәһәттән ике тиң хоҡуҡлы һәм бер бик үҙенсәлекле версия бар.

Тайбуғиндар биләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVII быуаттың «Себер йылъяҙмаларына» (Есипов, Ремезов һәм воевода Петр Годуновтың) таянып эш иткән академик Г. Ф. Миллерҙың версияһына ярашлы, буласаҡ ханлыҡ ерҙәре тәүҙә 1220 йылда нигеҙ һалынған һәм себер кенәзе Тайбуғаның нәҫеленә мираҫ итеп ҡалдырылған биләмәләр булған Тайбуға йортона ингән була. Алтын Урҙаның башҡа олоҫтарынан айырмалы рәүештә, Тайбуға йорто автономия статусына эйә була. Был версия яҡлылар Тайбуғиндарҙы хандар статусына эйә булыуыҙарын да билдәләй[9], йәғни уларҙы Сыңғыҙ хандың вариҫтары менән бер кимәлгә ҡуялар. Шуға ла Тайбуғин йорто Төмән ханлығы тип аталырға тейеш тә инде[10].

Тайбуға тураһындағы риүәйәт үзбәк тарихсыһы, Әбеллғази хандың шибанидының «Төркиҙәр шәжәрәһендә» лә тикшерелә, тип хәбәр ителә[10]. Шуныһы дөрөҫлөккә тап килә: был әҫәр, Себер йылъяҙмалары кеүек үк, тасуирланған ваҡиғаларҙан һуң 400 йыл үткәс яҙыла. Үкенескә ҡаршы, был яҙмаларҙы табып уҡыу мөмкин түгел, тип әйтерлек.

Тайбугиндар нәҫелендәге хандар тураһындағы версияны хәҙерге заманда тикшереүселәр араһында Г. Л. Файзрахманов та бар. Был йәһәттән үҙенең ҡарашын эҙмә-эҙлекле үҫтерә барып, ул (З. Я. Бояршинова, Н. Н. Степанов, Н. Г. Аполлова) башҡа тарихсылар фаразлағанса, шибанид-хандар Хажи-Мөхәммәд, Абу-л-хайр һәм хатта Ибактың баш ҡалаһы Сыңғыҙ-Тура түгел, ә Иртыш Ишемгә ҡойған урында урынлашҡан Ҡыҙыл-Тура (хәҙерге Усть-Ишем) ауылы булған, тип раҫлай[10]. Ә Ибак хан Сыңғыҙ-Тураны тик 1480-се йылдар башында ғына биләй, был уның Төмән ханлығы тәхетенә ултырыуын аңлата ла инде[10].

Был версияны кире ҡағырлыҡ бер нисә сәбәп бар:

  1. Тайбуғиндар формаль сәбәптәр буйынса ниндәй ҙә булһа монгол олоҫонда хан статусына эйә була алмай — сөнки Сыңғыҙхандың Ясаһына ярашлы, тик Сыңғыҙхан вариҫтары ғына хан була ала[11]. XVI быуаттағы урыҫ дипломатик документтарында был сәбәп бик асыҡ итеп күрһәтелгән: Тайбуғиндар унда батшалар (хандар) тип түгел, ә кенәздәр тип аталған. Шул уҡ ваҡытта Сыңғыҙхан вариҫы булған Күсем урыҫ сығанаҡтарында батша титулы менән йөрөтөлә[12][13]. Хәҙерге заман тикшеренеүсеһе Д. М. Исхаҡов Тайбугиндарҙың статусы хан статусынан түбән була, улар хан чиновниктары (бикләрбәк)) кимәлендә тора тигән һығымта яһай[12].
  2. Тайбуғин йорто Күсемдең Себер ханлығы булған осорҙа ла (1558, 1586, 1597 йылдар) телгә алына, йәғни ханлыҡ менән йорт бер үк ваҡытта булған[12]. Бынан тыш Тайбугин йортоноң Нуғай Урҙаһы составына инеүе билдәле, 1584 йылда тап шунда тайбуға вазифаһы барлыҡҡа килә[14]. Шуға бәйле хәҙерге заман тарихсыларының бер нисәһе, Тайбугин йорто административ-географик берләшмә булмайынса, ә ханлыҡҡа буйһонған ырыу берләшмәһе булған, тип дәлилләй,[12].
  3. Камал ад-дина Бинаиның «Шайбани-наме»һынан Әбел-Хәйер хандың «Сыңғыҙ-Тура» виләйәтенә даруғтарҙы (һалым йыйыусыларҙы) тәғәйенләүе билдәле[15]. Хандың уға буйһонмаған биләмәгә һалым йыйыусыларҙы тәғәйенләүе мөмкин булмаған хәл.

Шибанидтар биләмәләренең бер өлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Азияның XIII быуат картаһында Туран (Себер) ханлығы (һары төҫ менән уратып алынған). «Литературный и исторический атлас Азии» (под ред. Э. Риза), Нью-Йорк, 1912 год) китабынан.

Бишенсе улы Джучи Шибан ике тапҡыр олоҫ ала. Тәүҙә Сыңғыҙхан, 1227 йылда улдары Батый һәм Урҙа араһында улы Джучи олоҫонда кемдең өҫтөнлөк менән файҙалана алыуы тураһында килеп тыуған бәхәсте тикшереп, был олоҫто өс өлөшкә бүлә, әммә Джучиға «Һоро Йорт» (Боз Орда, Йуз-Орда) тип аталғанын ҡалдыра. Йорттарҙың төҫө уларҙың хужаларының үҙ-ара иерархияһын билдәләй[16]. Артабан 1246 йылда, монголдарҙың Көнбайыш походы тамамланғас, Батый-хан олоҫтарҙың тәүге бүленешен юҡҡа сығара һәм олоҫто 14 өлөшкә бүлә. Шибандың яңы олоҫо үҙ эсенә үҙәк һәм төньяҡ Ҡаҙағстан ерҙәрен, шулай уҡ Или (йылға) һәм Һырдарья араһында ятҡан өлкәне ала[17]. Күп кенә тарихсылар (В. В. Бартольд, А. Ю. Якубовский, М. Г. Сәфәрғәлиев, Л. Н. Гумилёв, Г. А. Фёдоров-Данилов, В. Л. Егоров, Н. А. Мәжитов) Шибан олоҫона тағы ла Көнбайыш Себерҙең теге йәки был өлөшөн индереү яҡлы[18].

Олоҫтарҙың сиктәре тағы ла бер нисә тапҡыр алмашына, әммә шибанидтар дөйөм алғанда элекке олоҫон (йортон) һаҡлап ҡала ала. Үзбәк хандың административ-территориаль реформаһынан һуң да Шибан олоҫо Алтын Урҙала үҙ биләмәһен һәм статусын һаҡлап ҡалған берҙән-бер олоҫ була.

XIV быуат аҙағында — XV быуат башында буласаҡ Себер ханлығы ерҙәре тулыһынса шибанидтар тарафынан контролдә тотолоуы тураһында яҙма бар.

Шибан олоҫо һәм Тайбуғин йорто араһындағы мөнәсәбәттәргә «Еңеүҙәр китабынан һайланма йылъяҙмалар»ҙағы хәбәр бер ни тиклем асыҡлыҡ индерә. Шибанға буйһонған дүрт ҡәбиләнең береһенең башлығы Тайбуға исемен йөрөтә, (сығышы менән буркуттарҙан, ҡоңраттар менән бәйле) [19]), тағы ла бер ҡәбиләнең башлығы Туҡбуға була (сығышы менән төмәндәрҙән)[20]. 1428 йылда Әбел-Хәйер Сыңғыҙ-Тураны алғанда уның хакимдары Тайбуға ырыуының буркут ҡәбиләһенән булған Ададбек һәм Кебек-хужа-бей була.

«Бөйөк бола» һөҙөмтәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ж. М. Сабитов Тайбуғиндарҙы Үзбәкхандың дүрт әмиренең береһе һалйот Алатай вариҫтары менән тиңләй[21]. «Сыңғыҙнамә» исемлектәренең береһендә Алатай ҙа буркут тип аталыуы иғтибарға лайыҡ[20].

Ж. М. Сабитовтың Алатай версияһы шуныһы менән ҡыҙыҡлы: Үзбәк Алатайға минг ҡәбиләһенә, йәғни мангыттарға (буласаҡ нуғайҙарға) хакимлыҡ итеүҙы ышанып тапшыра. Ә А. З. Вәлиди «Сыңғыҙнамә»нең тулы версияһында Хужа Мөхәммәт хан заманындағы Сыңғыҙ-Тураны манғыт тораҡ пункты тип атай[22]. Аҙаҡ килеп шуны әйтергә кәрәк, күп кенә үзбәк һәм себер хандарының нуғай мырҙаларына буйһоноуы күптән билдәле, ә Себер ханлығы тар-мар ителгәндән һуң Тайбуға йорто Нуғай Урҙаһы составына инә.

Ж. М. Сабитов буйынса, Тайбуғин йорто «Бөйөк бола» заманында Алтын Урҙаның бер ярсығы булараҡ барлыҡҡа килә, уны әмир Алатай вариҫтары, Үзбәк хандың башҡа әмирҙәре Исатай, Нангудай һәм Кутлук-Тимер вариҫтары өлгөһөнә эйәреп, булдыра. Улар, марионет хандар Сыңғыҙхан вариҫтарына ышыҡланып, Алтын Урҙаның төрлө өлөштәрендә хакимлыҡ итә башлай [21]. Алтын Урҙала манғыттар көсәйеү менән шибанидтар ҙа марионет хандар статусында ҡала.

Сыңғыҙ-Тура виләйәте (1375—1468)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1359 йылда Алтын Урҙала Бөйөк бола башлана, унда шибанидтар әүҙем ҡатнаша.

Туҡтамыш заманы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Сыңғыҙнамәлә» әйтелеүенсә, хан улы Туҡтамыш, тәүҙә Урус-хандан һәм уның вариҫтарынан еңелгәндән һуң ярҙам һорап шибанидтар ырыуы башлығы Ҡағанбәккә мөрәжәғәт итә. Ҡағанбәк Туҡтамышҡа ярҙам итмәй, әммә Ҡағанбәктең ике туған ҡустыһы Араб-шах ярҙам ҡулы һуҙа. Шулай итеп, Туҡтамыш, «Бөйөк бола» башланғандан алып беренсе тапҡыр Алтын Урҙаны берләштереп, Урус-хан вариҫтарын һәм Мамайҙы еңеүгә өлгәшә. Туҡтамыш рәхмәт йөҙөнән Араб-шахҡа Шибан улусын тапшыра[23].

Араб-шах ағаһы менән йәйен Яйыҡ йылғаһының үрге ағымында йәйләй, ә ҡышты Һырдаръя тамағында үткәрә. Аҡһаҡ Тимер (Тамерлан) тап Шибан олоҫонда Туҡтамышҡа ҡаршы һуғыш аса. Низам ад-Дин Шами яҙыуынса, 1389 йылда Тамерлан Джахан-шах-бахадурҙы, Омар-бахадурҙы һәм Уч-Кара-бахадурҙы «Иртыша тарафына дошман эҙләргә» ебәрә. Нойондар, Иртышҡа етеп, виләйәтте талай[24].

1903 йылда «Шәйех Баһауетдин шәкерттәренең Көнбайыш Себерҙә йәшәүсе икенсе дин кешеләренә ҡаршы дини һуғыштары» тигән дөйөм исем аҫтында нәшер ителгән ике ҡулъяҙмаға туҡталмайынса мөмкин түгел. Уларға ярашлы, 1394—1395 йылдарҙа, урындағы халыҡты ислам диненә ылыҡтырыу маҡсатында, 366 шәйех башында Шибанидтар династияһы ханы торған 1 700 һыбайлы оҙатыуында, Иртыш буйлап Бохаранан Ҡашлыҡҡа тиклемге юлды үтә. Был сәйәхәттә 300 шейхов һәм 1 448 һыбайлы үлә, ә урындағы халыҡтың ҡырылыуы һанап бөткөһөҙ була.

Сәйәхәт йылъяҙмаһында йылы йәки хандың исеме дөрөҫ күрһәтелмәгән. Был яҙманы яҙыусы шәйех Баһауетдин Нәҡшбәндә 1389 йылда үлә, ә Тамерланға үҙенең дошмандарын диндән тайпылыуҙа ғәйепләү һәм ғөмүмән дин өсөн көрәште үҙенең яуҙарының төп сәбәптәре итеп атау хас[25], был хәрби поход ваҡыты Тамерлан дәүеренә тап килә.

Әйткәндәй, урыҫ йылъяҙмаларында «Төмән» атамаһы беренсе тапҡыр туҡыйтимурид ырыуы вәкиле Туҡтамыш ханға бәйле барлыҡҡа килә, йылъяҙмасы был дәүерҙе 1408 йыл тип яҙып ҡуя:

Туҡтамыш Себер ерендә Төмән янында үлтерелә[26][27].

Хужа-Мөхәммәд дәүләте (1421—1428)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Йылъяҙмалар йыйынтығын» һәм Себер йылъяҙмаһын анализлау Себер ханлығына Шәйбән вариҫы 1420 йылда Себер ханы тип иғлан ителгән Хужа Мөхәммәд нигеҙ һалыуын күрһәтә. Шунан ханлыҡта күп йылдар буйына үҙ-ара һуғыш бара, ул тик 1495 йылда Себер (Ҡашлыҡ) ҡалаһын дәүләттең баш ҡала тип иғлан итеү менән тамамлана.

Шибанид Әбел-Хәйер үҙе нигеҙ һалған Үзбәк ханлығының баш ҡалаһы итеп Сыңғыҙ-Тураны иғлан итә, шуға ла Төмән бик оҙаҡ ваҡыттарға, 1428 йылдан 1446 йылға тиклем (18 йыл) провинция ҡалаһы булып ҡала. Шул осорҙа тәүге тапҡыр «Сыңғыҙ-Тура виләйәте» йылъяҙмаларҙа атап үтелә, тап ошо ҡалала Әбел-Хәйер хан идарасыларҙы (даруғтарҙы) тәғәйенләй башлай[28]. «Сыңғыҙнамәлә» һәм «Нусрат-намәлә» ошо осорҙа Төмән ханының Ҡаҙанды буйһондороуы тураһында яҙыла[29].

Искер йорто (1495—1582)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Sibier Provincia Московияның Сигизмунд фон Герберштейн эшләгән картаһының көньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә, Яйыҡ йылғаһы буйында күрһәтелгән (1549 йыл)

1495 йылда тайбуғин Мөхәммәд Тайбуға (Махмет) Төмән ханлығын тар-мар итә һәм шәйбәнид Ибаҡты үлтерә. Шунан һуң дәүләттең баш ҡалаһы Ҡашлыҡа күсерелә, һәм ханлыҡ Себер ханлығы тип атала башлай. Уның хакимдары Тайбуға вариҫтары була.

1555 йылда тайбуғин ханы Йәҙгәр (тайбуғин мырҙаһы) Рус батшалығына буйһоноуын таный.

Күсемдең Себер ханлығы (1563—1582)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1563 йылда Ибактың ейәне шәйбәнид ханы Күсем власты үҙ ҡуланы ала. Ул ағалы-ҡустылы Яҙгәр (тайбуғин мырҙаһы) һәм Бикбулатты (тайбуғин мырҙаһы) язалап үлтерә. Төмән ханлығы Себер ханлығы составына инә. Күсемхан Мәскәүгә яһаҡ түләмәй башлай, әммә 1571 йылда яһаҡҡа 1 000 кеш бирә. 1572 йылда ул буйһоноу мөнәсәбәттәрен тулыһынса өҙә. 1573 йылда Күсем үҙенең туғаны Мөхөммөтҡолдо (Мәхмүтҡол) разведка яһау маҡсатында сит ерҙәгә ебәрә. Мәхмүт Кули, Строгановтарҙы бер аҙ борсоп, Пермгә барып етә. Күсем Себерҙә ислам динен урынлаштырыу өсөн бик күп көс һала.

Мәскәү дәүләтенең Себерҙе яулауы (1582—1598)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ермактың Себерҙе буйһондороуы, Суриков Василий Иванович картинаһы

1582 йылдың 26 октябрендә атаман Ермак отряды Сыуаш морононда Күсемде еңгәндән һуң ханлыҡтың баш ҡалаһы Ҡашлыҡты ала. Өс йыл буйына казак отрядтары һуғышып урындағы ҡәбиләләрҙе буйһондора. Әммә 1585 йылда Күсем яугирҙәре кинәт кенә һүжүм иткәндә һәләк була. Шулай ҙа урыҫтарҙың яңы отрядтары Себергә үтеп инә башлай һәм Себер ханлығы биләмәләрендә Төмән, Тобольск, Тара, Берёзов, Обдорск һәм башҡа ҡәлғәләр төҙөлә. 1588 йылда тубыл воеводаһы Данила Чулков бер нисә татар кенәзен әсир итеп ала, шунан һуң боласыл татарҙар Ҡашлыҡты бөтөнләй ҡалдыра һәм дала яғына күсеп китә.

Күсем дә күсенә, әммә 1598 йылға тиклем урыҫ отрядтарына ҡаршылыҡ күрһәтә. 1598 йылдың 20 авгусында ул Обь йылғаһы буйында Ирмән һуғышында еңелә һәм, бер версия буйынса, Нуғай Урҙаһына , икенсе версия буйынса, көнсығышҡа күсенә һәм бер нисә йылдан вафат була.

Күсемдең ейәне — Арыҫлан Али улы 1598 йылда әсир итеп алына, Ҡасим ҡалаһында йәшәй, 1614 йылда Касим ханы тип иғлан ителә.

Идара итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Себер ханлығы күп милләтле сәйәси берләшмә була. Дәүләт башында хан тора, уны который избирался юғары аристократик элита — бәктәр, мырҙалар, тархандар һайлап ҡуя. Дәүләт ҡоролошо ярым хәрби характерҙа була. Ханлыҡҡа идара итеү йәһәтенән вәзир — карача һәм кәңәшселәр хандың уң ҡулы була. Танылған мырҙалар һәм бәктәр идара иткән олоҫтарҙың эшенә Себер хандары бик үк ҡыҫылып бармаған. Һуғыш ваҡыттарында мырҙалар үҙ отрядтарфы менән хәрби походтарға ҡатнаша, сөнки хәрби аманат феодалдарҙың төп килем сығанағы була. Феодаль аҡһөйәктәр составының бәләкәй генә өлөшөнә ханты һәм мансиларҙың юғары ҡатламы ла ингән. Төрки булмаған башҡа халыҡтар буйһоноп йәшәгән, был үҙ сиратында ханлыҡта ҡапма-ҡаршылыҡтар тыуҙырған һәм уның ҡеүәтен кәметкән.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XV быуат аҙағында Алтын Урҙа дәүләтенең тарҡалыуы һәм Төмән ханлығында хакимлыҡ итеүсе Тайбуғалар һәм Шейбаниҙарҙың үҙ-ара ыҙғышы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә[30]. Баш ҡалаһы — Себер (Ҡашлыҡ)[1].

Пермь ере, Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы, Ҡаҙаҡ ханлығы һәм Иртыш буйы далаларындағы телеуттар менән сиктәш булған.

Дәүләт башында урындағы аҡһаҡалдар тарафынан һайлап ҡуйылған Сыңғыҙ нәҫеленә ҡараған хан торған. Дәүләт мәсьәләләре карачибәктәрҙән (юғары аристократия вәкилдәре) торған диуан тарафынан хәл ителгән. Дәүләт дине — ислам. Рәсми теле — төрки. Дәүләт ҡоролошо ярым хәрби характерҙа булған. Территорияһы солтандар (тәхет вариҫтары), бәктәр (бейҙәр), мырҙалар, тархандар етәкселек иткән улустарға бүленгән. Төп хужалыҡ тармағы — малсылыҡ. Халҡы шулай уҡ төрлө кәсептәр, игенселек, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ханлыҡтың биләмәләрен һаҡлау өсөн ҡәлғәләр төҙөлгән.

Ҡасим-Тура, Ҡолары, Ҡыҙыл-Тура (Усть-Ишем), Тархан-Ҡала, Тон-Тура, Явлу-Тура һәм башҡалар.

Себер ханлығы Рәсәй дәүләте менән һуғыштар алып барған. Урал аръяғы башҡорттары (табын һ.б. ҡәбиләләр) ханлыҡ йоғонтоһонда булып, уға яһаҡ түләгән, хәрби ( Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) һ.б. йөкләмәләр атҡарған. П.И.Рычков мәғлүмәттәреһәм табын ҡәбиләһе шәжәрәһе буйынса, Себер хандары урындағы халыҡты бөлдөргән, Себер ханы Ибәк менән көрәш осоронда башҡорттар Ағиҙел һәм Инйәр йылғалары буйына күсенергә мәжбүр була. 16 быуаттың 2‑се яртыһында Себер ханы Күсем армияһына башҡорттарҙың бәкәтин, ҡатай, табын, һалйот, һеңрән һ.б. ҡәбиләләре ингән. 16 быуат аҙағында — 17 быуат башында Рәсәй менән һуғыштар осоронда ханлыҡ уның составына инә. Һуңыраҡ Себер хандары улдары (Себер хандары вариҫтары, Күсем нәҫеле) бер нисә тапҡыр ханлыҡты тергеҙергә ынтылыш яһай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Башҡа атмалары — Себер, Ибер, Иҫкер.
  2. Сибирское ханство. Большая Российская энциклопедия 2019 йылдың 18 декабрь көнөндә архивланған.
  3. 3,0 3,1 Сибирское ханство. bse.sci-lib.com. Дата обращения: 13 сентябрь 2015.
  4. Статья в Башкирской энциклопедии 2017 йылдың 2 февраль көнөндә архивланған.
  5. Иоганн Шильтбергер. Книга путешествий // Сибирь в известиях западно-европейских путешественников и писателей, XIII-XVII вв. — Новосибирск, 2006.
  6. Егоров В. Л. Глава вторая. Территория и границы Золотой Орды // Историческая география Золотой Орды в XIII-XIV вв. — М.: Наука, 1985. — 11,000 экз.
  7. Егоров В. Л. Глава третья. Города Золотой Орды и некоторые вопросы экономической географии государства // Историческая география Золотой Орды в XIII-XIV вв. — М.: Наука, 1985. — 11,000 экз.
  8. Белич И. В. К этимологии, семантике и истории происхождения средневекового имени г. Тюмени // Вестник археологии, антропологии и этнографии : Электр. журнал. — Тюмень: Изд-во ИПОС СО РАН, 2007. — № 7. — С. 152. — ISSN 2071-0437. Архивировано 14 июль 2015 года.
  9. Атласи, Хади. История Сибири. — Казань: Татар. кн. изд-во, 2005. — С. 24—29. — 96 с.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 Файзрахманов Г. Л. История татар Западной Сибири: с древнейших времён до начала XX века. — Казань: Татар. кн. изд-во, 2007. — С. 112—121. — 431 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-298-01536-3.
  11. Вернадский Г. В. О составе Великой Ясы Чингисхана (С приложением главы о Ясе из истории Джувейни) // История права. — СПб.: Лань, 1999. — С. 120. — 176 с. — (Мир культуры, истории и философии). — 3000 экз. — ISBN 8-0114-0172-8.
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 Исхаков Д. М. Институт сибирских князей: генезис, клановые основы и место в социально-политической структуре Сибирского юрта // Научно-документальный журнал «Гасырлар авазы - Эхо веков» : журнал. — Казань: Главное архивное управление при Кабинете Министров Республики Татарстан, 2008. — № 2. — ISSN 2073-7483. Архивировано 22 март 2016 года.
  13. Нестеров А. Г. Искерское княжество Тайбугидов (XV—XVI вв.) // Сибирские татары. Монография. — Казань: Институт истории АН РТ, 2002. — С. 19—20. — 240 с. — 500 экз. — ISBN 5-94981-009-0. Архивная копия от 15 июль 2011 на Wayback Machine
  14. Трепавлов В. В. История Ногайской Орды. — М.: Восточная литература, 2001. — С. 325—326. — 752 с.
  15. Камал ад-дин Бинаи. Шайбани-наме // Материалы по истории казахских ханств XV-XVIII веков (Извлечения из персидских и тюркских сочинений). — Алма-Ата: Наука, 1969.
  16. Юдин В. П. Орды: Белая, Синяя, Серая... // Чингиз-наме. — Алма-Ата: Гылым, 1992. — С. 32—35.
  17. Сабитов Ж. М. Генеалогия Торе. — 3-е изд. — Алма-Ата, 2008. — С. 13. — 326 с. — 1,000 экз. — ISBN 9965-9416-2-9. Архивная копия от 27 ғинуар 2012 на Wayback Machine
  18. Костюков В. П. Улус Шибана в XIII–XIV вв. (по письменным источникам) // Проблемы истории, филологии, культуры : журнал. — Магнитогорск, 1998. — Вып. 6. — С. 210—224.
  19. Исхаков Д. М. Тюркско-татарские государства XV—XVI вв. — Казань: Институт истории им. Ш. Марджани АН РТ, 2004. — С. 21. — 132 с. — (Biblioteka TATARICA). — 500 экз.
  20. 20,0 20,1 Мустакимов И. А. Об одном списке «Дафтар-и Чингиз-наме» // Средневековые тюрко-татарские государства : Сборник статей. — Казань: Институт истории им. Ш. Марджани АН РТ, 2009. — Вып. 1. — С. 123—127. — ISBN 978-5-98245-048-7.
  21. 21,0 21,1 Сабитов Ж. М. Генеалогия Торе. — 3-е изд. — Алма-Ата, 2008. — С. 76—77, 82. — 326 с. — 1,000 экз. — ISBN 9965-9416-2-9. Архивная копия от 27 ғинуар 2012 на Wayback Machine
  22. Вэлиди Туган Э.З. Башкорттарзын тарихы. Тэрк татар тарихы. — Уфа, 1984. — С. 25—26.
  23. Утемиш-хаджи ибн маулана Мухаммада Дости. Чингиз-наме. — Алма-Ата: Гылым, 1992. — С. 117—118.
  24. Низам ад-Дин Шами. Книга побед=Зафар-наме // Материалы по истории киргизов и Киргизии. — М., 1973. — С. 109.
  25. Средневековые источники ислама Новосибирского региона - 3 (недоступная ссылка — история). Наш Новосибирск (15 октябрь 2010). Дата обращения: 18 февраль 2011. Архивировано 26 август 2011 года. 2011 йылдың 26 август көнөндә архивланған.
  26. Белов М. И. Арктическое мореплавание с древнейших времен до середины XIX века. — М.: Издательство «Морской Транспорт», 1956 2008 йылдың 19 сентябрь көнөндә архивланған.
  27. Сафаргалиев М. Г. Распад Золотой Орды. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 1960. — С. 181—182. — 279 с. — 1,500 экз.
  28. Исхаков Д. М. Тюркско-татарские государства XV—XVI вв. — Казань: Институт истории им. Ш. Марджани АН РТ, 2004.— Глава 1. Дата обращения: 29 июль 2009. Архивировано из оригинала 1 август 2009 года. 2009 йылдың 1 август көнөндә архивланған.
  29. Исхаков Д. М. О методологических аспектах исследования проблемы становления сибирско-татарской этнической общности // Сибирские татары. — Казань: Институт истории АН Республики Татарстан, 2002.— С. 13-14.
  30. Сибирское ханство — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Атласов X. Себер тарихы. Т. 1. — Ҡазан, 1911.
  • История Сибири с древнейших времен до наших дней. Т. 1. — Л., 1968.
  • Трепавлов В. В. История Ногайской Орды. — М., 2002.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]