Табын

Табын (рус. Табын; төр. tabın — «доға ҡылыу, Аллаға табыныу», монг. табын — «биш») — башҡорт халҡы составындағы ҙур ҡәбилә берләшмәһе, башҡорт этносы эсендә һаны һәм ҡоролошо буйынса иң күп һәм ҡатмарлыларҙың береһе. XVIII быуат башында табындар бөтә башҡорт халҡының яҡынса дүрттән бер өлөшөн тәшкил иткән[1]. Тарихи яҡтан улар башҡорт халҡының этногенезында һәм төбәктең сәйәси тарихында мөһим роль уйнаған. Рәсәй дәүләте составына ингәнгә тиклем Көнбайыш Себерҙә үҙҙәренең этносәйәси структураһын һаҡлаған[2].

Этимологияһы һәм этногенезы

«Табын» этнонимының килеп сығышы фәнни даирәлә бәхәсле булып ҡала. Историографияла бер нисә төп версия ҡарала[1][3]:

Монгол версияһы

Монгол телендәге taban («биш») һүҙенән булыуы мөмкин. Был версия биш ҡәбиләнең союзы хаҡындағы риүәйәт йәки Таван-Богдо-Ула (рус.)баш. («Биш алла тауы») менән бәйләнә[1].

Төрки версия

«Хеҙмәт итеү», «табыну» мәғәнәһендәге һүҙҙән килеп сыҡҡан. Алтын Урҙа осорондағы терминологияла табин ханға яҡын торған хеҙмәтсе йәки хәрби дәрәжәле кеше тигәнде аңлатҡан[1].

Самодий-кет версияһы

Боронғо «дубо» (туба, тоба) этнонимына барып тоташа. Кет телендә табаң тамыры «урман» тигәнде аңлата, был табындарҙың ата-бабалары хаҡында Ҡытай сығанаҡтарында осраған «урман халыҡтары» тигән билдәләмә менән бәйле[1].

«Дубо» менән бәйләнеше

Бер нисә тикшеренеүсе (Ф. Ғ. Хисамитдинова, Ш. Н. Иҫәнғолов һ.б.) табындарҙы уйғырҙар составында телгә алынған урта быуаттағы дубо (туба) ҡәбиләһе менән тиңләй[1][3].

Шулай итеп, фәндә табындарҙың килеп сығышын аңлатҡан дүрт төп гипотеза бар: төрки, монгол, уғыр-самодий һәм һинд-иран. Хәҙерге тикшеренеүҙәр, шул иҫәптән геногеография мәғлүмәттәре буйынса, иң нигеҙлеләре — һинд-иран һәм уғыр-самодий гипотезалары[1].

Генетика

Башҡорт табындары араһында һинд-иран халыҡтарына һәм Тағар археологик мәҙәниәте йөрөтөүселәренә (боронғо динлиндар) хас булған R1a-M198 гаплогруппаһы өҫтөнлөк итә. Шулай уҡ N1c1 гаплогруппаһы ла осрай, был угор-самодий субстраты барлығын күрһәтә[1][4].

Ата-бабалары

Этногенез Көньяҡ Себерҙең боронғо халҡы (Минусинск уйһыулығы, Саян-Алтай) менән бәйле. Табындарҙың ата-бабалары итеп Тағар мәҙәниәте вәкилдәре, динлин, дубо, усун һәм теле ҡәбиләләре ҡарала[1].

Легендаларға негеҙләгән генеалогия

Табындарҙың һәм уларға туған усундарҙың ата-бабаһы итеп Майҡы-бей (Уйшин Майҡы-бей) һанала. Риүәйәттәрҙә ул Сыңғыҙ хандың ғәскәр башлыҡтарының береһе булараҡ телгә алына[1][2].

Тарихы

Иртә осор һәм халыҡтар күсенеүе

Табын берләшмәһенең формалашыуы VIII быуаттың икенсе яртыһында — IX быуаттың беренсе яртыһында, Уйғыр һәм Ҡырғыҙ ҡағанаттары дәүерендә, Саян-Алтай һәм Төньяҡ Монголия биләмәләрендә башлана[1].

  • IX—X быуаттар. Ҡырғыҙ ҡағанаты ғәскәрҙәре составында табындарҙың бер өлөшө Көнсығыш Төркөстанға һәм Иртыш буйына күсә[1].
  • XI—XII быуаттар. Табындарҙың төп өлөшө Етеһыуҙа (рус.)баш. күсмә тормош алып бара. XI быуат уртаһында — Иртыш буйына, XII быуатта Көнбайыш Себерҙең көньяҡ далаларына һәм Урал аръяғына күсенәләр[1].
  • Табын ханлығы.

Тарихта монгол осорона тиклем Көнбайыш Себерҙә «Табын иле» тигән дәүләт берәмеге булғанлығы хаҡында мәғлүмәт һаҡланған. XII быуатта йәшәгән ғәрәп географы Иҙриси картаһында ул Tabüni исеме менән күрһәтелгән[1][2].

Монгол империяһы һәм Алтын Урҙа составында
  • 1207 йыл. Табындар Жучиҙың «урман халыҡтарына» ҡаршы походы ваҡытында ирекле рәүештә Монгол империяһы составына инә[1].
  • Жучи улусы. Табындар төбәктә монгол власының таянысы була. Улар Шибан улусы составында була, ә Майҡы-бей вариҫтары Урал башынан алып Иртышҡа тиклемге ерҙәр менән идара итә[1].
  • Алтын Урҙа. Табындар Шибан нәҫеленән сыҡҡан сыңғыҙиҙарға тоғро ҡала. XIV—XV быуаттарҙа Иртыш, Тубыл һәм Миәс йылғалары бассейндарында күсеп йөрөйҙәр[1][2].
Себер ханлығы һәм Рәсәй составына инеү

XVI—XVII быуаттарҙа көнсығыш табындар Себер ханы Күсемде һәм уның вариҫтарын Рус дәүләтенә ҡаршы көрәштә яҡлай. Улар башҡа башҡорт ҡәбиләләренә ҡарағанда сыңғыҙиҙарға оҙағыраҡ тоғро ҡала[1].

  • Берләшмәнең тарҡалыуы.

XV быуат аҙағында — XVI быуат башында Шибан улусы тарҡалыуы арҡаһында табындар көнбайыш һәм көнсығыш төркөмдәргә бүленә[1].

Көнбайыш табындар — Урал алдына һәм Үҙәк Башҡортостанға күсеп ултыра, XVI быуат уртаһында Рәсәй дәүләте составына инә[2].

Көнсығыш (Урал аръяғы) табындар — Себер йорто составында ҡала. Улар Рәсәй подданлығын һуңыраҡ ҡабул итә: 1692 йылда ер биләү хоҡуғы бирелгән Жалованная грамота тапшырыла (Ҡаратабын улусы ойошторола)[1].

Ырыу составы

Табын ҡәбилә берләшмәһе бер нисә ҡәбиләне һәм күп һанлы ырыуҙарҙы үҙ эсенә ала. Ырыу ике төркөмгә бүленә[1][2].

Көнбайыш табындар Көнсығыш табындар
Кесе-табын Ҡара табын
Кәлсер табын Барын табын
Йомран табын Теләү табын
Дыуан Күбәләк
Бишул
Ҡумрыҡ
Бәҙрәк
Ирәкте
Һарт


Дөйөм алғанда, берләшмә составында 19-ға тиклем ҙур ырыу берәмеге айырыла. Ҡара-табын ырыуы этнонимдың төп йөрөтөүсеһе булып һанала һәм иң ҡатмарлы биш баҫҡыслы ырыу-ҡәбилә структураһына эйә булған[1].

Таралыу биләмәләре

Тарихи биләмәләр. XVII—XIX быуаттарҙа табындар ерҙәре Нуғай һәм Себер даруғалары составындағы Табын улуслыҡтарына ҡараған. Һуңыраҡ улар Быҙаулыҡ, Верхнеурал, Екатеринбург, Ырымбур, Стәрлетамаҡ, Троицк, Өфө һәм Силәбе өйәҙҙәренә ингән[2].

Хәҙерге биләмәләр Табындар компакт рәүештә түбәндәге төбәктәрҙә йәшәй[1][2]:

  • Башҡортостан Республикаһы:

Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Тәтешле, Учалы райондарында.

  • Силәбе өлкәһе:

Арғаяш, Миәс, Сосновка, Красноармейск райондары.

  • Башҡа төбәктәрҙә:

Пермь крайының көньяғы, Ҡурған, Ырымбур, Һарытау һәм Һамар өлкәләрендә айырым төркөмдәр йәшәй.

Мәҙәниәт һәм символдар

Табындарҙың ораны

Ағасым — ҡарағас,

Ҡошом — ҡарағош,

Ораным — Салауат,

Тамғам — һепертке.

Тамға

Төп тамға — түңәрәк (○) һәм уның төрлө варианттары. Көнбайыш табындарҙа «ҡош тәпәйе», ҡара-табындарҙа «сүмес» тамғаһы таралған[2].

Тотемдар
  • Торна — ҡара-табындарҙа хөрмәт ителә (самодий телдәрендә «ҡара» торна тигәнде аңалата).
  • Аҡҡош — ҡыуаҡан һәм күбәләк ырыуҙары менән бәйле (төрөк телендә «kuğu» аҡҡош тигәнде аңлата).
  • Ҡарға — кәлсер ырыуы менән бәйләнешле.

Фольклор

Табындарҙа усундарҙан килеп сығыу, Майҡы-бей тураһында, шулай уҡ «Табын ханлығы» хаҡында риүәйәттәр һаҡланған. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосын да ҡайһы бер тикшеренеүселәр табын мөхитенә бәйләй.

Антропология

Көнсығыш табындар өсөн монголоид компонентлы көньяҡ себер антропологик тибы хас, был уларҙы Алтай һәм Көнбайыш Себер халыҡтары менән яҡынайта.

Билдәле шәхестәр

Ырыу съездары һәм фестивалдәр

XXI быуатта Табын ырыуы вәкилдәре ырыу съездары үткәрә. Уларҙың маҡсаты — ырыу тарихын һәм традицияларын һаҡлау, табындар араһында бәйләнештәрҙе нығытыу. Сараларҙа Башҡортостан райондарынан, шулай уҡ Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән делегаттар ҡатнаша[6].

Шулай уҡ «Табынфест» төбәк-ара йәштәр фестивале ойошторола. Ул табын ырыуы мәҙәниәтен популярлаштырыуға йүнәлтелгән һәм мәҙәни, белем биреү һәм спорт сараларын үҙ эсенә ала[7].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 Сальманов А.С. Башкирское племенное объединение Табын: вопросы формирования. — 2017.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 История башкирских родов. Табын : Том 28. Ч. 3. — ИИЯЛ УНЦ РАН. — Уфа : Китап, 2018. — – 616 с.: илл. с. — ISBN 978-5-85051-605-5.
  3. 1 2 Хисамитдинова Ф. Г. Консонантные сочетания башкирского языка типа "сонорный+глухой смычный" в историческом освещении. — Уфа: Башк. гос. ун-т им. 40-летия Октября, 1980. — 22 с.
  4. Родовые объеденения северо-восточных башкир в свете данных геногеографии (по полиморфизму Y-хромосомы) // Вестник Академии наук РБ : Исторические науки и археология. — 2016. — Т. Т.21, № №4. — С. –.
  5. Топография Оренбургской губернии. — Уфа : Китап, 1999. — ISBN 5-295-02551-9.
  6. В Учалинском районе состоялся съезд представителей рода Табын. Башинформ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2026.
  7. В Башкортостане состоится молодежный фестиваль табынских родов «Табын-фест». Башинформ (16 июнь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2026.

Тема буйынса өҫтәмә