Һырҙы
Һырҙы — табын төркөмө башҡорттары составына ингән ырыу.
Ырыу составы
Ырыу аралары: ҡурман, ҡырҡтар, өрөк, әбел.
Этник тарихы
Һырҙылар боронғо төрки сығышлы ырыу. Этник тарихы ҡара — табын ырыуы тарихы менән тығыҙ бәйле.
Йәшәгән территорияһы
XVI быуатта һырҙылар ҡыуаҡандар менән йәнәшә Әй һәм Йүрүҙән йылғалары үҙәндәрендә урынлаша. Был яҡтарҙа «Һырҙы йорто», «Һырҙы зыяраты» тигән топонимдар һаҡланып ҡалған. Һуңыраҡ һырҙылар Урал аръяғына күсенәләр һәм Тинес һәм Мейәс йылғалары араһындағы территорияны биләйҙәр.
Башҡортостандың Урыҫ дәүләтенә ҡушылғанынан һуң һырҙыларҙың аҫаба ерҙәре Себер даруғаһының Һырҙы улыҫына инә. XVIII—XIX быуаттарҙың аҙағында ырыу биләгән территория Екатеринбург һәм Силәбе өйәҙҙәренә, ә кантон идара итеү системаһы осоронда — 2-се, 5-се башҡорт кантондарына индерелә.
Хәҙерге ваҡытта һырҙы ырыуы ерҙәре Силәбе өлкәһе Арғаяш районы биләмәһенә инә.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- История башкирских родов. Салъют, Терсяк, Сынрян, Бикатин, Сырзы, Шуран. Том 19 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Китап, 2016. — С. 160, 165. — ISBN 978-5-85051-605-5.
- Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 с. — ISBN 5-295-02551-3.
- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с.
Һылтанмалар
- Сырҙы//Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө, 1996.
- (недоступная ссылка) Янгузин Р . З. Сырзы./Статья в башкирской энциклопедии