Хәмиҙуллин Салауат Ишмөхәмәт улы

Хәмиҙуллин Салауат Ишмөхәмәт улы (1 июнь 1968 йыл) — тарихсы-журналист, телепроекттар авторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союздары ағзаһы (2000), тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (2012) һәм журналистика өлкәһендәге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2000) премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре (2009)

Биографияһы

Салауат Ишмөхәмәт улы Хәмиҙуллин 1968 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. 1991—1992 йылдарҙа «Истоки» гәзите хәбәрсеһе була. 1991 йылдан Башҡортостан дәүләт радио-телекомпанияһында: телевидениеның йәштәр редакцияһы мөхәррире, «Йәшлек» ижад берекмәһе етәксеһе, «Яңылыҡтар» редакцияһы хәбәрсеһе, «Ғилем» ижад берекмәһе мөхәррире, ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар ижад берекмәһе мөхәррире, танып-белеү һәм тарихи тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе, телевидение студияһының танып-белеү тапшырыуҙары редакцияһы етәксеһе булып эшләй.

«Историческая среда» һәм «КЛИО» телепроекттары авторы һәм етәксеһе[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы[2]

Ғаиләһе

Өйләнгән, улы бар.

Хеҙмәттәре

  • Образование «Большой Башкирии». Как это было… — Уфа, 2008. (авторҙаш)
  • Бурджаны в истории Евразии. — Уфа: Гилем, 2013[3]
  • История башкирских родов. Многотомник. (Составитель и редактор). — Уфа, 2014—2019. (авторҙаш)

Фильмография

Ваҡытлы матбуғаттағы мәҡәләләре, уның менән әңгәмәләр

Ваҡытлы матбуғат уның тураһында

  • Нуретдинов А. Тамырҙарын барлай урандар. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 27 июль
  • Нафикова А. ТЕЛЕВИДЕНИЕ В ЛИЦАХ. Салават Хамидуллин: Я занимаюсь тем, что мне интересно. Просветительские программы востребованы всегда. «Республика Башкортостан» гәзите, 2009, 19 март

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Документаль фильмдар өсөн
  • II Халыҡ-ара «Мәңгелек ут» фестивале (Волгоград, 2000): «Генерал Шаймуратов» фильмы — I урын;
  • «Ер һәм кешеләр» республика телефестивале (Өфө, 2002): «У слияния трех рек» фильмы — I урын;
  • Республика киң мәғлүмәт сараларының «Баш ҡалаға — 430» конкурсы (Өфө, 2004): «Богоспасаемый град Уфа» фильмы — II премия.
  • «Тэфи-регион-2007» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы: «Под знаком Сатурна» фильмы.