Тинес
Тинес (рус. Те́ча[1]) — Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә аҡҡан йылға. Силәбе өлкәһендәде Ирташ күленән башлана, Ҡурған өлкәһендә Иҫәт йылғаһына ҡоя.
Йылғаның исеме
«Тинес» — йылғаның ысын башҡорт исеме. Урыҫса ул «Теча» тип атала.
Фажиғә
1949—1956-сы йылдарҙа радиоактив матдәләр байыҡтырған Маяҡ ойошмаһынан йылғаға радиоактив матдәләр ағып төшә. 1957-се йылда Маяҡта шартлау булып, радиоактив матдәләр шаҡтай күп күләмдә күләмдә йылғаға эләгә. Был фажиғәгә килтерә: йылға буйындағы күп ауылдарҙа (шул иҫәптән Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарының күп башҡорт ауылдарында) кешеләр яман шеш сирҙәре менән ауырый башлай.
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://www.vatandash.ru/pics/pdf/831.pdf 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған. http://www.vatandash.ru/pics/pdf/1171.pdf 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған. http://www.vatandash.ru/pics/pdf/1188.pdf 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған. Ватандаш журналында мәҡәләләр