Аҙнабаев Булат Әхмәр улы
Аҙнабаев Булат Әхмәр улы (7 март 1966 йыл) — ғалим-тарихсы. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — БДУ-ның Нефтекама филиалының тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2007).
Биографияһы
Булат Әхмәр улы Аҙнабаев 1966 йылдың 7 мартында Өфөлә тыуған. Атаһы Әхмәр Аҙнабаев — тел белгесе, педагог‑методист, партия һәм юғары мәктәп эшмәкәре.
1988 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай һәм 1992 йылдан ошо юғары уҡыу йортонда эшләй, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — университеттың Нефтекама ҡалаһындағы филиалында тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы кафедраһы мөдире.
Ғилми эшмәкәрлеге
Хеҙмәттәре
- Уфимское дворянство в конце XVI — первой трети XVIII вв.: землевладение, состав, служба. — Уфа, 1999.
- Интеграция Башкирии в административную структуру Российского государства (вторая половина XVI — первая треть XVIII вв.). — Уфа, 2005.
- Копия жалованной грамоты Иоанна Васильевича башкиру Уранской волости Авдуаку Санбаеву //Вестник Башкирского университета. 2009. Т.14. №3.
Һылтанмалар
- Аҙнабаев Булат Әхмәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 март 2021)
- Азнабаев Булат Ахмерович // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1