Ырымбур өйәҙе

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ырымбур өйәҙе
Губерна Ырымбур губернаһы
Үҙәге Ырымбур
Барлыҡҡа килгән 1782
Бөтөрөлгән 1928
Майҙаны 32 691,1 верста², 30 551[1] км² (1926) йыл
Халҡы 555 653[2] (1897)
Orenburgskaya gubernia Orenburgsky uezd.png

Ырымбур өйәҙе, 1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола.

Административ уҙәге — Ырымбур ҡалаһы.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйәҙгә Өфө провинцияһының көньяҡ өлөшө инә. 1796 йылда алып Ырымбур губернаһы составында. Административ уҙәге — Ырымбур ҡалаһы. 1919 йылда 9 улус Ете ырыу кантоны, 5 улус — Ҡыпсаҡ кантоны, 1 улус Туҡ-Соран кантоны — АСБР составына инә. Өйәҙ 1928 йылда бөтөрөлә, территорияһы Үрге Урал өлкәһе составына инә.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Ырымбур өйәҙе картаһы.jpg
Ырымбур өйәҙе картаһы

XVIII быуат аҙағында өйәҙе төньяҡ‑көнбайышта — Боғорослан һәм Бәләбәй өйәҙҙәренә, төньяҡта — Стәрлетамаҡ өйәҙенә, көнсығышта — Урта жузда, көньяҡта — Кесе жузда, көнбайышта — Быҙаулыҡ өйәҙенә менән сиктәш була. Майҙаны — 32 691,1 верста² (1897), 30 551[1] км² (1926).

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVIII быуат аҙағында 58 325 кеше (шул иҫәптән башҡорттар 19 048), 1897 йылда — 555 653 (башҡорттар — 56 576, йәһүдтәр — 1 218, мордвалар — 26 180, татарҙар — 47 989, типтәрҙәр — 2 656, урыҫтар — 380 094, украиндар — 29 942, немецтар — 4 884 һәм башҡа). XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 370 968 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 74376, дворяндар — 6963 һәм башҡа; мосолмандар — 108 472, православие динендәгеләр — 439 895 (шул иҫәптән 17 720 старообрядсы) һәм башҡа.

Милләт Халыҡ, кеш. %
Башҡорттар 56 576 10,18
Урыҫтар 380 094 68,40
Татарҙар 47 989 8,64
Типтәрҙәр 2 656 0,48
Йәһүдтәр 1 218 0,22
Мордвалар 26 180 4,71
Немецтар 4 884 0,88
Украиндар 29 942 5,39
Бөтәһе 555 653 100,00

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡтың төп өлөшө игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. XX быуатта башында суйыниретеү заводы, 5 шарапҡыуыу заводы, 2 һыра ҡайнатыу, 10 кирбес һуғыу, 10 тире иләү заводы һәм башҡа предприятиелар эшләй. Өйәҙҙә 7 ҙур йәрминкәләр үткәрелгән. 1877 йылда өйәҙ аша Ырымбур тимер юлы (Ырымбур — Батраки участкаһы), 1913 йылда Троицк тимер юлы (Ырымбур — Орск) үтә. 122 мәсет, 97 сиркәү һәм 4 часовня (1866) иҫәпләнгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]