Бөгөлмә өйәҙе
|
Бөгөлмә өйәҙе
|
Бөгөлмә өйәҙе — Рәсәй империяһы һәм РСФСР-ҙың 1781—1920 йылдарҙағы административ-территориаль берәмеге. Өйәҙ ҡалаһы — Бөгөлмә.
Географик урыны
Өйәҙ Һамар губернаһының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан,Ҡазан губернаһының - Чистай, Өфө губернаһының Миңзәлә һәм Бәләбәй өйәҙҙәре менән сиктәш булған. Майҙаны 1897 йылда 10 803,1 саҡрым² (12 294 км²) тәшкил иткән.
Тарихы
Өйәҙ 1781 йылда Өфө наместниклығы Өфө өлкәһе составында Бөйөк Екатерина реформаһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. 1796 йылдан Ырымбур губернаһына ингән.
1851 йылда яңы барлыҡҡа килгән Һамар губернаһы составына бирелгән.
1920 йылда бөтөрөлгән, уның территорияһында Татар АССР-ы составындағы Бөгөлмә кантоны ойошторолған.
Халҡы
Административ бүленеше
1913 йылда өйәҙҙә 4 стан һәм 38 улус[2]: булған.
|
|
|
|
Иҫкәрмәләр
- ↑ Демоскоп Weekly. Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г. Наличное население в губерниях, уездах, городах Российской Империи (без Финляндии). Архивировано 23 февраль 2012 года.
- ↑ Волостныя, станичныя, сельскія, гминныя правленія и управленія, а также полицейскіе станы всей Россіи съ обозначеніем мѣста ихъ нахожденія. — Кіевъ: Изд-во Т-ва Л. М. Фишъ, 1913.
Әҙәбиәт
- Воейков, Александр Иванович. Бугульма // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(урыҫ.)
Һылтанмалар
- Старые карты Бугульминского уезда
- Бөгөлмә өйәҙе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.