Өфө провинцияһы
Өфө провинцияһы (рус. Уфимская провинция) — 1719 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1712—15 йылдар) ойошторола.
Административ үҙәге — Өфө ҡалаһы.
Тарих
Провинцияға Өфө өйәҙе территориялары инә. Административ үҙәге — Өфө ҡалаһы. Ҡазан губернаһы составында була, 1728 й. алып махсус статуслы үҙ аллы терр‑я (Сенатҡа туранан‑тура буйһона), 1744 йылдаң — Ырымбур губернаһы составында. Өфө провинцияһы воеводаһы, 1740—44 йй. вице‑губернатор идара итә. Урындағы дәүләт власы органдары: Өфө провинция канцелярияһы (составына камерир, рентмейстер, провиантмейстер, земство комиссарҙары, обер‑ландрихтер һәм ландрихтерҙар ингән), рекрут эштәре канцелярияһы, провиантмейстер контораһы, Өфө ҡала магистраты һәм башҡа. 1727 йылда алып провинция канцелярияһы ҡарамағында городовойҙар (өйәҙ), Бөрө, Минзәлә, Уҫы, Йәлдәк ҡәлғәһе, Красноуфимск ҡәлғәһе, Нуғайбәк ҡәлғәһе, Табын ҡәлғәһе воеводалары була. 1737 й. Өфө провинцияһы Урал аръяғы өлөшө — Иҫәт провинцияһына, 1744 й. көньяҡ өлөшө Ырымбур провинцияһына ҡушыла. 1781 й. Өфө провинцияһы бөтөрөлә, уның территориялары Бәләбәй өйәҙе, Бөрөөйәҙе, Верхнеурал өйәҙе, Минзәләөйәҙе, Ырымбур өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө наместниклығының Өфө өйәҙе, Красноуфимск өйәҙе, Уҫы өйәҙе составына инә.
- Булдырылыу йылы буйынса ҡараштар
Фәнни әҙәбиәттә Өфө провинцияһы ойошторолоу йылдары төрлөсә күрһәтелә: 1700 йыл (Пётр I Указына ярашлы булдырыла, әммә раҫланмаған; А. И. Кривощёков, В. А. Ефремов), 1706 йыл (Н. М. Чернавский), 1708 йыл (С. М. Черемшанский, В. А. Новиков, В. Н. Витевский), 1712—1715 йылдар тирәһе (Моратова Венера Нәжип ҡыҙы), 1715 йыл (И. М. Гвоздикова), 1719 йыл (Б. А. Аҙнабаев, Р. Г. Буканова). Р. Г. Буканова буйынса, провинция, Петр I губерна реформаһына ярашлы, рәсми рәүештә бары тик 1719 йылда ғына раҫлана[1].
- Ҡазан губернаһынан айырылыуы
1728 йылда Йәркәй Йәнсурин етәкселегендәге башҡорттар делегацияһы император Пётр II «Об учинении розыска по поводу обид и притеснений, перенесённых ими от воевод и целовальников, и об охранении их вотчинных прав на земли» тип аталған үтенес менән бара. Шунан һуң императорҙың «Сенаттың айырым ҡарамағында булған Өфө провинцияһын Ҡазан губернаһынан айырыу тураһында» указы сыға[2], уға ярашлы, Өфө провинцияһы (Минзәләнән башҡа), губерна составынан сығарыла[3].
Халҡы
География
Төньяҡ‑көнбайышта һәм төньяҡта — Ҡазан өйәҙе, төньяҡ‑көнсығышта — Себер губернаһы, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — ҡаҙаҡ йөҙҙәре, көньяҡ‑көнбайышта Әстерхан губернаһы менән сиктәш була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Һылтанмалар
- Башҡорт Энциклопедияһы, Өфө провинцияһы(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Журнал Ватандаш / Соотечественник / Compatriot. vatandash.bashkortostan102.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2025.
- ↑ История башкирских родов. Елан. Том 9. Часть 1 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Ф. Ф. Гайсина, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 34,35,36. — 720 с. — ISBN 978-5-85051-637-6. Архивная копия от 21 апрель 2022 на Wayback Machine
- ↑ Муратова В. Н. Казанская губерния // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.